Мәшәҡәтле түгел, бәрәкәтле тормош07.03.2018
Мәшәҡәтле түгел, бәрәкәтле тормошБашҡортостан Хөкүмәтендә бер төркөм гүзәл затҡа “Әсәлек даны” миҙалы тапшырылды. Дан әсәләр араһында Стәрлетамаҡтан Резида Фәтҡуллина (Рәхмәтуллина) ла бар ине. Рәхмәтуллиндарҙың ишле ғаиләһендә өс малай һәм ике ҡыҙ үҫә.


...Фатирға килеп ингәс тә был ғаиләлә тәртип, бөхтәлек һәм ихласлыҡ тәрбиә эшенең төп алымы икәнлеге күҙгә ташланды. Ҡыҙҙар ҡунаҡты итәғәтле генә ситтән күҙәтһә, малайҙар килеп, берәм-берәм ирҙәрсә ҡул биреп күреште. Балаларҙың әсәләренә һәм аталарына булышыуҙары йәнә ҙур мәғәнәгә эйә ине: өлкәнерәктәр – 12 йәшлек Лиана менән 9 йәшлек Линар – һеңле-ҡустыларын ҡараша. Тимәк, киләсәктә ныҡлы терәк-таяныс. Хәйер, 7 һәм 5 йәшлек Динар менән Илнар ҙа апай-ағайҙарынан ҡалышырға теләмәй, өҫтәл тирәһендә ярҙамлаша. Ә 1,5 йәшлек кенә Зарина әлегә әсәй-атай, апай-ағайҙарының иркәһенә кинәнеп уйнай, тәтелдәп бер була – ныҡлап теле асылған ваҡыт бит. Ғөмүмән, тырыш, итәғәтле сабыйҙар үҫә.
– Өйләнешкәндә ике бала тәрбиәләрбеҙ тип уйлай инек, әммә күңел төбөндә ишле ғаилә хаҡында хыял йөрөттөк. Хоҙай был теләгебеҙҙе ишетте, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлаша Рәхмәтуллиндар.
Әлбиттә, миҙал ике яҡлы була тигәндәй, биш баланы бағаһы, аяҡҡа баҫтыраһы бар. Әммә баҙап ҡала торғандарҙан түгел был ғаилә – булмышына яуаплы ҡарай: сәнәғәт өлкәһендәге тауарҙар менән сауҙа итеп икмәк таба, ҙур фатирҙары бар, 2016 йылда ер участкаһы бүленгән. Хәйер, ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы көндәлек тормошта ла һиҙелеп тора: балалар баҡсаһына ташлама, сираттағы льготалар, түләүҙәр һәм башҡалары. Сер түгел, сирләп киткән саҡтары ла була сабыйҙарҙың, өлгөрә алмай ҙа китәләрҙер – был мәлдә иһә өләсәй Зилә Абдрафиҡ ҡыҙының ярҙамы ҙур. Шулай тормоштоң тәмен белеп, йәмен табып йәшәй Фәтҡуллиндар. Әлбиттә, уларға ла ҡояш гел генә йылмайып тормаған, кеше тупһаһын тапарға ла тура килгән ваҡытында, бизнесты үҫтереү һ.б. Иң мөһиме – барлыҡ һынауҙарҙы ла йырып сыға алған ғаилә.
...Бөгөнгө көндә ишле ғаиләләргә һоҡланып ҡына түгел, һынап та бағырға күнеккәнбеҙ – биш бала тәрбиәләү берәүҙе аяҡҡа баҫтырыу түгел шул. Әйткәс әйтәйек инде, күп баланы өҫтәлмә мәшәҡәт тип атаусылар ҙа бар. Был йәһәттән Резида Вәсим ҡыҙы менән Радик Рәшит улының фекере ҡиммәт:
– Линар улыбыҙ каратэ менән шөғөлләнә һәм төрлө ергә ярыштарға сығып китә. Был саҡта ла, башҡа балалар өләсәләренә ҡунаҡҡа киткәндә лә өй бушап ҡалған һымаҡ – балаларыбыҙ күмәкләшеп өй тултырып ҡайтҡанда ғына донъябыҙ бөтөн, – ти улар бер тауышҡа һәм былай тип тә өҫтәп ҡуялар. – Бала мәшәҡәт була алмай: ул – Хоҙай бүләге, улар – тормош бәрәкәте.
Матур һәм тос һүҙҙәргә тағы ни өҫтәйһең...

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад