Республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк үҙәге начальнигының беренсе урынбаҫары Андрей Ковтун 24 — 27 апрелдә төбәгебеҙҙә команда-штаб күнекмәләре үткәреү тураһында иғлан итте.
— Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уларҙың эҙемтәләренә ҡаршы көрәш буйынса берҙәм дәүләт системаһының эшен тикшерәсәкбеҙ, — тине Азамат Илембәтов.
Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында министрлыҡ һәм ведомство етәкселәренең тейешле отчеттары тыңланды. Ошо уҡ көндө граждандар оборонаһы көстәре һәм сараларының халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлауға һәм яҡлауға әҙерлек смотры булды.
Бөгөн республиканың ҡала һәм райондарында башҡарылған эш тикшерелә, авариянан ҡотҡарыу һәм башҡа кисектергеһеҙ эштәрҙе ойоштороу буйынса күнекмәләр үтә. Иртәгә эвакуация пункттарын асыу күҙаллана, һаҡлағыс ҡоролмаларҙың әҙерлеге ҡараласаҡ.
Л. ФӘРИТОВА.* * *
Бынан бер нисә йыл элек Ҡырмыҫҡалы районында була был хәл. Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың эҙенә төшә алмайҙар. Аптырағас, Өфөләге авариянан ҡотҡарыу хеҙмәтенән “Бася” ҡушаматлы этте алып киләләр. Ул ҡыҙҙы өс минут эсендә ҡар аҫтынан таба. Бәхеткә күрә, бала иҫән була. Әгәр шул ваҡытта һиҙгерлек күрһәтелмәһә…
Бәлә һорап килмәй. Әле тегендә, әле бында төрлө бәлә-ҡаза тыуып тора, тәбиғәт тә көйһөҙлөгөн күрһәтеп ала. Быйыл ҡар аҙ, йылғалар ярҙарынан сыҡмаҫ тип өмөтләнһәк тә, ана, күпме ауылды һыу баҫып, әллә нисәмә кеше бәхетһеҙлеккә тарыны. Шундай фажиғәләргә әҙербеҙме? Махсус транспорт-техника төҙөкмө? Етерлекме? Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк үҙәгенең республика команда-штаб күнекмәләре тап шул һорауҙарға яуап табыу маҡсатында ойошторолдо.
Баш ҡаланың Дәүләт циркы янындағы вертолет майҙансығында махсус техниканың ниндәйе генә юҡ! Бронетранспортер, күсмә химик-радиометрик лаборатория ла, элемтә үҙәге лә, 60 метр бейеклеккә ҡәҙәр күтәрелә торған автобаҫҡыс, катер… Теге “Бася” ҡушаматлы эт янында халыҡ айырыуса күп: батырлығы өсөн бүләкләгәндәр үҙен.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы төбәк үҙәге начальнигы урынбаҫары, генерал-майор Андрей Ковтун техниканың әҙерлеге менән танышып сыҡҡандан һуң иҫкәрмәләр бирҙе, фекерҙәрен, кәңәштәрен әйтте.
Күнекмә өс көн дауам итә. Бөгөн хәүефһеҙлек һағында тороусылар төрлө йүнәлештә үҙ таһыллығын күрһәтә. Мәҫәлән, цистерна вагондары тимер юлдан сығып, нефть түгелә ҡалһа, ни эшләргә? Көнкүреш газы шартлаған осраҡта юғалып ҡалмаҫтармы? Урмандағы янғынды һүндереүҙе ойоштороу йәһәтенән дә белемде барлау мөһим.
Иртәгә граждандар оборонаһындағы һаҡлаусы ҡоролмаларҙың әҙерлеге тикшереләсәк. Унан барлыҡ күнекмә һөҙөмтәләренә баһа биреләсәк.
И. ХАҠОВ.