Учалы ҡалаһы һәм районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты “Илем, телем һағында” исемле эстафета, йәғни “рухи сылбыр” иғлан итә. Маҡсаты һәм бурыстары — башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, мөхитен һаҡлау, яҡлау, үҫтереү, донъя кимәленә күтәреү; ошо өлкәлә башҡарылған эштәрҙе әүҙемләштереү, ыңғай һәм алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу.Был сылбырҙа башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә битараф булмаған һәр замандашыбыҙ ҡатнаша ала. Эстафета Яйыҡ йылғаһы башланған ике ҡитға – Европа менән Азия тоташҡан Учалы ерендә – Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллегендә башланды.
Туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, мөхитебеҙҙе һаҡлау, яҡлау, үҫтереү өсөн күп көс һалған замандаштарыбыҙҙы саҡырып, сылбыр рәүешендә рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе, теләктәребеҙҙе еткереп, иҫтәлекле бүләгебеҙҙе тапшырабыҙ, әйткәндәй, дөйә лә – бүләк, төймә лә – бүләк. Иғтибарға лайыҡ булған шәхес, үҙ сиратында, һанап үтелгән юҫыҡта изге эштәр башҡарған икенсе рухташын тәбрикләп, дәртләндереп ебәрә. Эстафетаның шарты буйынса бүләкләнгән һәр бер кеше сылбырҙы өҙмәҫкә, дауам итергә тейеш. Ошо күркәм мәлде видеотаҫмаға төшөрөп, “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Илем, телем һағында” төркөмөнә һалырға кәрәк.
Берәү бер нисә сылбырҙың башында тора ала. Сара 2019 йылдың 21 февралендә сәғәт 12-лә тамамлана. Эстафетаның иң сағыу биттәрен барлап үтербеҙ. Бәлки, рухи сылбыр артабан дауам итер, уныһы беҙҙең тәүәккәллектән, әүҙемлектән тора. Рухташтар, фекерҙәштәр, берләшәйек!
Ойоштороу комитеты.