Бығаса асылмаған бит02.03.2018
Бығаса асылмаған битЭлек булған ҡайһы бер ваҡиғалар, айырым шәхестәрҙең исеме һәм эшмәкәрлеге, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдар үтеү, быуындар алмашыныу менән яйлап онотола бара. Улар яҙмаларҙа теркәлеп ҡалған осраҡта ғына, шуларҙы уҡып, хәтеребеҙ яңыра, тарихи аңыбыҙ уяна. Күптән түгел атаҡлы ғалимыбыҙ Ғайса Хөсәйеновтың шәхси архивында һаҡланған бер ҡулъяҙма китапты уҡып, үҙем өсөн заманының уҡымышлы, күренекле дин әһеле булған Муса ахун әл-Ҡыуаҡани тигән шәхесте астым. Дөрөҫөрәге, ғәрәп графикаһындағы был яҙма миндә ошо шәхескә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятты һәм артабанғы эҙләнеүҙәргә этәрҙе.


Ҡулъяҙма Муса ахундың автографы, йәғни үҙ ҡулы менән яҙған китабы булып сыҡты. Унда бүтән кешеләр тарафынан һуңынан өҫтәлгән текстар ҙа урын алған. Китаптың эсенә һалынған айырым ҡағыҙға (шаҡмаҡ дәфтәр битенең яртыһы) ҡалтыранған ҡул менән (күрәһең, оло кеше яҙған) “Юльмухаметов Салават(т)ан Яхиивичу. Был китап тапшырыла Баимов Б.С. иҫтәлек өсөн” тигән һүҙҙәр сыймаҡ­ланған. Тимәк, берәй ғилми командировка ваҡытында был ҡулъяҙма китапты Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Берйән Сафа улы Байымов алып ҡайтҡан һәм, үҙе ғәрәп яҙмаһындағы ҡомартҡыларҙы уҡый белмәгәнлектән, Ғайса ағай Хөсәйеновҡа тапшырған.
12-гә 20,5 сантиметр күләмендәге 87 ҡағыҙҙан төпләнгән был китаптың күпселек өлөшө 1894 – 1895 йылдарҙа яҙылған, ә ҡайһы бер ҡулъяҙма биттәр һуңынан өҫтәлеп беркетелгән. Уның буш ҡалған тәүге битенә күренекле Зәйнулла ишан Рәсүлев Муса бине Фәтхулла әл-Ҡыуаҡаниҙың 1904 йылдың 30 октябрендә вафат булыуы тураһында яҙып ҡалдырған. Китаптың пагинацияһы, йәғни бит һан­дары, юҡ ине, һәм был эште миңә башҡарырға тура килде. Археография фәнендә ҡабул ителгән талаптарға ярашлы, уларҙы 1, 1а, 2, 2а, 3, 3а… рәүешендә ҡуйып сыҡтыҡ.
Йыйынтыҡҡа Муса ахундың бер нисә кешегә яҙған хаттарының, шулай уҡ мәшһүр шағирыбыҙ Аҡмулланың, Ғайса ахун Рәсүлевтең икешәр шиғырының күсермәләре, иҫке төрки һәм ғәрәп телдәрендәге дини яҙмалар индерелгән. Әйтергә кәрәк, Ғайса ахундың ҙур күләмле ике шиғыры ла, асылда, үҙ улына төбәп яҙылған васыятнамә булып тора. Улар төрки шиғриәтендә урта быуаттарҙан уҡ килгән традицион ҡалыпта ижад ителгән һәм тотошлайы менән өгөт-нәсихәткә ҡоролған.
1859 йылда үткәрелгән Х халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда (был сығанаҡтарҙы табыуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн тарихсы-ғалим Шамил Наил улы Иҫәнғоловҡа рәхмәт белдерәм), Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе Ауаз (Шәрип) ауылында Фәтхулла Рәсүлевтең ике улы – Ғайса менән Муса – теркәлгән. Малайҙарҙың тәүгеһенә – 14, икенсеһенә 12 йәш булған ул саҡта (Ҡара: Башҡортостандың Милли архивы. И-138-се фонд, 2-се тасуирлама, 772-се эш, 92 – 107, 173-сө ҡағыҙҙар). Ғайса ахундың бер туған ҡустыһы Муса, тимәк, 1848 йылғы. Уларҙың атаһы Фәтхулла менән Зәйнулла ишан – бер туған ағалы-ҡустылы.
Үҙенең атаҡлы “Аҫар” китабын 1930 йыл тирәһендә ҡабаттан өҫтәп, тултырып яҙғанда Ризаитдин Фәхретдинов, “Муса бине Фәтхулла бине Рәсүл бине Муса бине Байрамғол бине Ғашиҡ бине Солтанай бине Морадҡабул бине Тупай бине Уразғәли бине Йәкәш” тигән оҙон силсиләле исем биреп, Муса ахун тураһында ла мәғлүмәт еткерә (Ҡара: Фәхретдинов Ризаитдин. Һайланма әҫәрҙәр. Өфө: Китап, 2009, 242 – 244-се биттәр). Уның тыуған мәлен тағы ла аныҡлабыраҡ, 1848 йылдың март ахыры, тип билдәләй.
Баҡтиһәң, шул уҡ йылдың авгусында Ғайса менән Мусаның аталары вафат булып, сабыйҙар етем ҡала. Малайҙарҙы тәрбиәләү эшен Зәйнулла ишан үҙ өҫтөнә ала, уларға “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә төплө белем бирә, оло тормошҡа әҙерләй. Уҡыуын тамамлағас, Муса Фәтхулла улы Ахун ауылына имам-хатип итеп тәғәйенләнә, аҙаҡ Туңғатар улысының ахуны вазифаһын башҡара, изге хаж сәфәренә барып ҡайта. Яҙмаларында нисбеһен (әҙәби псевдонимын), тыуған ырыуына бәйләп, күпселектә “әл-Ҡыуаҡани” тип күрһәтә.
Ризаитдин Фәхретдинов уның тураһында, Өфөлә ике тапҡыр булды, һәр килгәнендә оҙаҡ әңгәмәләшеп ултырҙыҡ, аҙаҡ хат яҙышып торҙоҡ, тип хәтерләй. Шулай уҡ мәғрифәтсе бер мәл Муса ахундан Зәйнулла Рәсүлев хаҡында бар белгәнен яҙып ебәреүен һорай, һәм был үтенес үтәлә: биш-алты биттә ишандың тормошо, эшмәкәрлеге тураһында ентекле бәйән ҡылына. Аҙаҡ 1917 йылда Ырымбурҙа сыҡҡан “Шәйех Зәйнулла хәҙрәттең тәржемәи хәле” (“Шәйех Зәйнулла хәҙрәттең тормош юлы”) тигән китабына мәғрифәтсе-ғалим был яҙмаларҙы айырым бүлек итеп индерә, атаҡлы шәхескә бәйле иң күп мәғлүмәтте баяғы хаттан алғанлығын әйтеп үтә. Тимәк, бөйөк ишан тураһында белгәндәребеҙ өсөн иң элек Муса ахун әл-Ҡыуаҡаниға бурыслыбыҙ.
Халыҡ араһында ҙур абруй, хөрмәт ҡаҙанған был шәхес 1904 йылдың 27 октябрендә – 57 йәшендә – баҡыйлыҡҡа күсә һәм Ахун ауылы зыяратында ерләнә. Был ваҡытта әрме хеҙмәтен үтәгән Ғайса ахун ҡустыһының үлемен бик ауыр кисерә, уға арнап шиғыр ҙа ижад итә. Мәғлүм булыуынса, халҡыбыҙҙың милли байлығына әүерелгән данлыҡлы “Илсе Ғайса” (икенсе исеме – “Ғайса ахун”) йыры нәҡ ошо легендар шәхескә бәйле.
Үрҙә әйтелгәнсә, үҙенең ҡулъяҙма китабына, ағаһы Ғайсаның ике васыятна­мәһенән тыш, Муса ахун әл-Ҡыуаҡани Аҡ­мул­ланың ике шиғырын теркәгән. Улар­ҙың береһе исемһеҙ, икенсеһе “Кәламе Аҡмулла” (“Аҡмулла һүҙе”) тип атала. Башта тәүгеһенең тексын килтерәйек:

Киң япан тар булады, ҡаза килсә,
Юҡ ғәйеп бар булады, жаза килсә,
Ҡәдере иманның аман чаҡта
Башыңдан ғаҡыл китәр, бола килсә.
Боланы күреп ҡалған асыл затлар,
Ҡазадан тар-мар булған алтын
таҡлар.
Дошманның бәлә (а)ударған
ҡайғысымы –
Кителгән пулат ҡылыч мәрүрд
саблар.
Һәр кемгә бер сәбәптән афәт булған,
Яхшыға булса тағын нахаҡ булған.
Ҡарышҡан бер солтанға ҡаршы
килеп,
Хәбестә имам Әғзәм вафат булған.
Ҡайғылы бәндәсенә Ходай жаҡын,
Жылатыр бәндәсенең асыл затын.
Һәр кемне артыҡ сөйсә – артыҡ
ҡыйнар,
Дустының ишетмәк булып
мөнәжәтен.
Тотҡон булып ғәзиз Йософ ҡанча
ятты,
Чығарып ағалары ҡол дип сатты.
Бындан суң Зөләйхәнең жалә илән
Зинданда ун ике йыл жафа тартты.

Таушалды ҡайғы берлән ғаҡыл-хәтер,
Эчемдә ҡайғы-хәсрәт тулып жатыр.
Шулай ятып Аҡмулла бичараңыз
Тирәндә әйләндереп сүз ҡусҡатыр.
Күренеүенсә, был – үҙенә күрә теүәл шиғыр. Йөкмәткеһенән сығып, уны авторҙың тотҡонлоҡта саҡта яҙғанын шәйләп була. Сағыштырма анализ яһағас, шиғырҙың “Урыным – зиндан” тигән әҫәрҙең урта өлөшө икәнлеге асыҡланды. Күрәһең, Аҡмулла 1867 – 1871 йылдарҙа Троицк төрмәһендә ултырғанда тәүҙә әлеге шиғырҙы яҙған, аҙағыраҡ уны тулыландырып, байытып, яңы әҫәр ижад иткән. Тәүге варианттағы өсөнсө-дүртенсе строфаларҙы бөтөнләй үҙгәрткән: “Урыным – зиндан”да улар урынына түбәндәге юлдар килә (өҙөк 1981 йылда Ә.Х. Вилданов әҙерләп сығарған “Аҡмулла. Шиғырҙар” китабынан алынды; 66-67-се биттәр):

Әҫәре аҫыл һүҙҙең балдай татыр,
Был ерҙә күңел ҡурҡаҡ,
телем батыр.
Аҡ йәне нахаҡ көйгән бисарағыҙ
Аҡрын ҡисса ҡылып һулҡылдатыр.
Бәндәне ризыҡ тигән ҡыймылдатыр,
Сәселгән ризығы булһа, йөрөп ятыр.
Һәр бәндә күрәһене күрмәй ҡалмаҫ,
Кәрәк солтан булһын,
кәрәк император.
Шулай итеп, яңы табылған ҡулъяҙма “Урыным – зиндан” әҫәренең ижад ителеү рәүешен, тарихын анығыраҡ күҙ алдына килтерергә мөмкинлек бирә, әҙиптең ижад лабораторияһын ентеклерәк өйрәнеүгә булышлыҡ ҡыла.
Шағирҙың ҡулъяҙмала теркәлеп ҡалған икенсе әҫәре “Кәламе Аҡмулла” иһә – бөгөнгө уҡыусыға бөтөнләй таныш булмаған шиғыр. Ни өсөн тигәндә, ул бөйөк мәғрифәтсенең бығаса Өфөлә, Алматыла һәм Ҡазанда сыҡҡан йыйын­тыҡтарының береһенә лә индерелмәгән, ижадына бәйле һис ниндәй ғилми хеҙмәттә телгә алынмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шиғырҙың ҡайһы бер өлөштәре юйыла төшкән, шунлыҡтан асыҡ уҡыу мөмкинлеге юҡ. Бына ул текст:
Сүз сөйлә, ай Аҡмулла, заманыңда,
Басыңның, тән сәләмәт әманында,
Холҡыңның, чыҡса жаман, күңелен
күтәр,
Бар булса өлге сүзләр хәбәреңдә.
Ҡулыма ҡәләм алдым, күңелем
тулҡып,
Тормаҡ жуҡ бында сурға Хаҡтан
ҡурҡып,
Бер көне әжәл уғы килсә житеп,
Саудасын китәр тастап
желеп-журтып.
Жегеттәр жетсә, аҡылың талап
уйла,
Ҡылмаңыз асымай торған асты буйға,
Олауға күбдүң күңлен ҡылдым миҫал,
Ҡур басып, бул сүземде салып ҡуйма.
Әдәм зат ҡулдан килмәс эсте
уйлайды,
Маҡсаты уның менән төс булмайды,
Уйласаң ғибрәт алып осындайдан,
Ботаҡсыз ағасҡа да ҡос ҡунмайды.
Белсәңез, һәр нәрсәгә сәбәп кәрәк,
Һәр затның үз-үзенә бер ди ҡорәк (?),
Ҡул, аяҡ, тел менән жаҡ күз бән ҡолаҡ,
Барына жан мән тәнгә бердәй күмәк.
Әдәмгә монча төрле бирде ҡором,
Терелек донъя менән иткән урын,
Сәләмәт жаның тәндә сөрерсең
ғүмер,
Күрәрсең ни сифатлы иттең
хайуан(?).
Бәндәнең ҡыйнасын тәкре жундыр,
Жаратҡан жан мәхлүген үзе
жомдар (?),
Ҡанча хәстәкемә кәтеккә көлсәң
суңра,
Саңрау, аҡсаҡ, чулаҡ, телсезлә күз.
Ходайға һич мөшкел ис имәс ҡыйн,
Ҡылсаң да ҡанча гонаһ хаҡиҡәт сыйн,
Бары иҙем ҡөдрәте мән ҡылса рәхем,
Тас иреп, сачыла тимер төзөп(?).
Әгәр дә ҡөдрәт мән ҡылса ҡәһәр,
Жуҡ булар ғалимдәге жанда жануар,
Жир тамырда тартылып,
көн тотолоп,
Даръяның сыуы ҡороп, тау ҡузғалыр.
Ошондай холоҡ эчендә ғәжәйеп күп,
Булмая осолардан алсаҡ бәһәр.
Төзәтте нөшҡәмездә әдәм сайлап,
Ебәрде донъяға намаз сайлап,
Ҡарасаң, ҡанча даръя озон мән сай,
Таулардан ағып жатыр болаҡ ҡайнап.

1316 фи сәфәрәгир.

Күренеүенсә, 1316 һижри, Ҡояш календары буйынса 1899 йылда ҡағыҙға күсерелгән был шиғырҙа нәғеҙ башҡорт лексикаһы ҡаҙаҡ һүҙҙәре һәм һүҙбәй­ләнеш­тәре менән ныҡ үрелеп килә. Ғөмү­мән, байтаҡ ғүмерен шул халыҡ араһында үткәргән Аҡмулла күп кенә шиғырын уларҙың телендә яҙып ҡалдырған. Әлеге фәлсәфәүи-дидактик һыҙатлыһын да, моғайын, дала ҡыҙырған йылдарында ижад иткәндер. Ошо уңайҙан “Аҡмулла Уфа шәһәрендә” тигән яҙмаһында Ризаитдин Фәхретдинов, “үҙе ҡаҙаҡ араһында йөрөп (әҫәрҙәрендә) яҡшы ғына ҡаҙаҡ­лашҡан булһа ла, һүҙендә артыҡ ҡаҙаҡ­лашмай, бөрйән вә үҫәргән башҡорт­тарынан айырмаһыҙ рәүештә һөйләшәлер ине”, тип белдергән (Ҡара: Фәхретдинов Ризаитдин. Һайланма әҫәрҙәр. Өфө: Китап, 2009, 157-се бит).
Шулай итеп, Муса ахун әл-Ҡыуаҡаниҙың был ҡулъяҙма китабы киң күләмдәге уҡыусыларға ғына түгел, әҙәбиәт белгес­тәренә лә Аҡмулла ижадының әлегәсә билдәһеҙ ҡала килгән яңы биттәрен аса.

Миңлеғәли НӘҘЕРҒОЛОВ,
филология фәндәре докторы.


Вернуться назад