Сибай кантондың исеме халыҡ хәтерендә йәшәй02.12.2011
Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында билдәле йәмәғәт эшмәкәре, сәсән, импровизатор, “Сибай” йыры авторы, халыҡта Сибай кантон булараҡ билдәле Шаһиәхмәт Сибаевтың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы сәсәндең туғандары йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылды. Иҫке Сибай һәм Әбйәлил районының Рәхмәт ауылындағы урамдар Шаһиәхмәт Сибаев исемен йөрөтә. Уның иҫтәлегенә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты алдында бюст урынлаштырылған, Рәхмәт һәм Иҫке Сибай мәктәптәрендә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. Шәхестең тормошо һәм ижады тураһында Хөснулла Хәмитовтың “Сибай сәсән” исемле китабы сыҡты.
“Атайсал”,
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад