Ошо көндәрҙә баш ҡалала Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышы үтте. Сарала былтырғы эштәргә йомғаҡ яһалды, тармаҡҡа ҡағылышлы бихисап проблемалар тикшерелде, аныҡ иҡтисади хәлгә бәйле хеҙмәт баҙарындағы, социаль өлкәләге мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлектәре тикшерелде. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Билдәле булыуынса, ведомство былтырҙан башлап әлеге исемен йөрөтә, уның эшмәкәрлеге даирәһенә ғаилә сәйәсәте проблемалары ла өҫтәлгән.
Тармаҡтың дөйөм торошона килгәндә, республикала халыҡтың килем, мәшғүллек кимәлен күрһәтеүсе, демографик хәлде сағылдырыусы күрһәткестәре Рәсәйҙәгеләр менән тап килә.
Рөстәм Зәки улы үҙенең сығышында Башҡортостанда социаль бурыстарҙың тулыһынса үтәлеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Бының өсөн йыл һайын уртаса 14,4 миллиард һум аҡса бүленә һәм был сумма адреслы рәүештә мохтаждарға барып етә. Икенсе яҡтан, бәғзеләргә льгота һәм пособиелар кәрәкмәй: улар иҡтисади процестарҙа, йәмғиәт тормошонда ҡайнап йәшәгеһе, үҙҙәрен кәрәк итеп тойғоһо, файҙа килтергеһе килә.
– Эшһеҙлек буйынса пособиеларға ла ошондай ҡараш булырға тейеш. Кем ҡыҫҡартыуға эләккән, уларға, ысынлап та, аныҡ ярҙам күрһәтеү, эш эҙләргә ярҙам итеү фарыз. Әммә был пособие инициативаһыҙ кешеләрҙең ялҡаулығына, хеҙмәткә ҡарата бөтөнләй битарафлығына этәргес булырға тейеш түгел, – тине Рөстәм Зәки улы.
Дәүләт кимәлендәге көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡалған демографик хәл дә республика Башлығының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Был юҫыҡта байтаҡ эштәр башҡарылыуы, йәшәү сифатын күтәреү йәһәтенән төрлө саралар күрелеүе телгә алынды.
Халыҡтың килеменә килгәндә, былтыр төбәктә айлыҡ уртаса эш хаҡы номиналь һәм аныҡ рәүештә артып, 30 мең һумдан ашып киткән (6,7 процент – номиналь үҫеш; 3,7 процент – реаль үҫеш). Хеҙмәт баҙарының тотороҡлоғо ла һаҡлана. Әйткәндәй, 16 февралдә Рәсәй Дәүләт Думаһы яңы закон ҡабул итте. Уға ярашлы, ағымдағы йылдың 1 майынан хеҙмәт хаҡының минималь күләме йәшәү минимумы менән тигеҙләнәсәк.
Шулай ҙа йәшәү сифатын яҡшыртыуҙың төп шарты булып хеҙмәт һөҙөмтәлелеген үҫтереү, производство процестарын оптималләштереү нигеҙендә иҡтисади нәтижәлелекте арттырыу тора.
– Башҡортостан пилот төбәктәрҙең береһе сифатында хеҙмәт һөҙөмтәлелеген арттырыу буйынса федераль программала ҡатнаша. Беҙҙең маҡсат – йыл һайын был күрһәткесте биш процентҡа арттырыу. Әле проект исемлегендә – республиканың туғыҙ предприятиеһы. Уларҙың һаны тағы ла артасаҡ, – тине Рөстәм Зәки улы.
Әйткәндәй, былтыр Башҡортостан мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы эшкә урынлаштырыу буйынса һөҙөмтәле алымдарҙы ҡулланыу йәһәтенән алдынғылар рәтенә сыҡҡан. Ике меңдән ашыу инвалид эшкә урынлашҡан. 2016 йыл менән сағыштырғанда, был ике тапҡырға күберәк. Предприятиела инвалидтар өсөн квоталар 80 процентҡа ҡулланыла. Был эш тағы ла һөҙөмтәлерәк булһын өсөн, район һәм ҡала хакимиәттәренең, белем биреү ойошмаларының, инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмаларының һәм эш биреүселәрҙең берҙәм эшләүе зарур.
Министрлыҡтың яңы статусын – ғаилә сәйәсәтен алып барыусы ведомство икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, республика Башлығы, ғаилә мөнәсәбәттәре кеше өсөн барлыҡ өлкәлә һәм барлыҡ мәғәнәлә төп ҡиммәттәрҙең береһе булып ҡала, тине:
– Бәхеткә тәьҫир итеүсе төп биш фактор бар. Беренсеһе – ғаилә мөнәсәбәттәре. Икенсеһе – финанс хәл. Өсөнсөһө – эш. Дүртенсеһе – йәмғиәт һәм яҡындар. Бишенсеһе – һаулыҡ. Социологик тикшеренеүҙәр, тап ошо биш күрһәткес кешегә тормошонан ҡәнәғәтлек кисерергә булышлыҡ итә, ти. Ғаилә мөнәсәбәттәренең беренсе урында тороуы ҙур мәғәнәгә эйә, – тине Рөстәм Зәки улы.
Шулай уҡ ғаиләләрҙең тулы булыуы мөһимлеге, физик һәм рухи яҡтан һау, маҡсатлы кеше тәрбиәләп үҫтереү өсөн атай менән әсәйҙең икеһенең дә кәрәклеге телгә алынды. Министрлыҡ иңенә ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу һәм үҫтереү, ата-әсәләрҙең яуаплылығын арттырыу йәһәтенән алдынғы проекттар булдырыу, уларға йәмәғәтселек иғтибарын һәм ҡыҙыҡһыныуын йәлеп итеү бурыстары йөкмәтелә. Ә ғаилә сәйәсәте һөҙөмтәле булһын өсөн урындарҙа һәм республика кимәлендә ведомство-ара хеҙмәттәшлек грамоталы ойоштороу эштәре менән нығытылырға тейеш.