Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Өфөлә йәшәгән Әнисә Муса ҡыҙы Муллағолова 5 мартта күркәм юбилейын ҡаршылай. Ябай ауыл ҡыҙы тырышлығы арҡаһында филология фәндәре кандидаты, доцент дәрәжәһенә өлгәште. Уға утыҙ йыл әүәл, телебеҙгә мөнәсәбәт ҡатмарлы осорҙа, Өфөләге һынлы сәнғәт гимназияһында, аҙаҡ БДУ-ның Нефтекама филиалында беренселәрҙән булып милли рух һағында тороу бурысы йөкмәтелде. Әҙәбиәт белгесе оҙаҡ йылдар йәштәргә белем бирҙе, ғилми китаптар яҙҙы, кафедра мөдире, декан вазифаһын яуаплы атҡарҙы. Беҙ уны алға әйҙәүсе шәхес, кешелекле етәксе була белгәне өсөн әле лә хөрмәт итәбеҙ. Хеҙмәт һәм тормош тәжрибәһе ҙур ғалимә-педагог, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, журналист бөгөн “Юлдаш” радиоһынан фәһемле тапшырыуҙар алып бара. Уның зирәк зиһене менән моңло тауышы халҡыбыҙға рух нурҙарын сәсеүенә ҡыуанабыҙ.
Хөрмәтле Әнисә Муса ҡыҙын матур ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Фәндә һәм тормошонда үҙе билдәләгән бормалы һәм һикәлтәле юлдарҙан артабан да имен-аман атлауын теләйбеҙ.
Студенттары, бергә уҡыған һабаҡташтары, дуҫтары, коллегалары исеменән Өфөнән Фәнзил Санъяров, Нефтекаманан Гөлфирә Байбулатова, Сибайҙан Гүзәл Ғүмәрова.