Уртаҡ бурыс берләштерә02.03.2018
Башҡорт дәүләт университетында башҡорт һәм туған телдәрҙе өйрәнеүҙең хәҙерге мәсьәләләренә арналған ғилми-методик конференция булды. Унда республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән вәкилдәр ҡатнашты.

Сарала туған телдең, халыҡ педагогикаһының, этник йолаларҙың үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙәге өлөшө, эшмәкәрлектә милли әҙәбиәт, мәҙәниәт, фольклор өлгөләрен, матбуғат баҫмаларын файҙаланыу, бөгөнгө мөхит шарттарында рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, үҫтереү һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде. Пленар ултырышта БДУ ректоры Н. Морозкин, Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы бүлеге мөдире Р. Сабитов, Башҡортостан Фәндәр академияһы етәксеһе Ә. Ғаязов, республика Мәғариф министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре, уҡытыусылар, дәреслек авторҙары һәм башҡалар сығыш яһап, телдәрҙе уҡытыуға бәйле фекерҙәре, хеҙмәт тәжрибәһе менән уртаҡлашты, үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.
Пленар ултырыштан һуң эш биш секцияла дауам итте. Сараға әҙерлек барышында сығарылған дөйөм йыйынтыҡҡа туғандаш республикаларҙағы, төрлө ҡалаларҙағы олуғ ғалимдарҙың, төбәгебеҙҙәге уҡытыусыларҙың, методистарҙың темаға ярашлы файҙалы мәҡәләләре индерелгән.
Беҙ, сарала ҡатнашыусылар, “Китап” нәшриәте магазинынан дәреслектәр, һүҙлектәр, әҙәби китаптар, методик ҡулланмалар алып ҡыуандыҡ. Конференцияла сығыш яһауым, мәҡәләмдең йыйынтыҡҡа индерелеүе лә минең өсөн ҙур шатлыҡ булды. Йыйындан яңы дәрт, илһам алып, тәжрибә туплап ҡайттым. Ҙур ышаныс бағлап, мине ошо сараға ебәргәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Кәңәшмәлә күтәрелгән мөһим мәсьәләләр буйынса артабан да берҙәм эш алып барылыр тигән өмөттәмен.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Бөрйән районы.


Вернуться назад