Дәрт-дарманлы дүртөйлөләр02.03.2018
Дәрт-дарманлы дүртөйлөләрДүртөйлө халҡы дәртле тигән фекерҙең хаҡлығына тағы бер инандырҙы район халҡы. Бөгөн һүҙебеҙ Дүртөйлөнөң Семилетка мәҙәниәт йорто хаҡында.

Был йортҡа 1957 йылда нигеҙ һалына. Заманында мәҙәниәт усағы, ауыл хакимиәте, радио һәм китапхана заманында урын алған була был йортта. 2015 йылда “Транснефть-Урал” асыҡ акционерҙар йәмғиәте хәйриә аҡсаһына капиталь ремонт яһалып, бина тулыһынса төҙөкләндерелә. Әле мәҙәниәт усағы – балҡып торған йылы, йырлы йорт. Элек концерттарҙа 80-90 кешенән артмаған бинала бөгөн саралар ваҡытында 170-175 кешенең йыйылыуы ла ғәжәп түгел.
Семилетка ауылы мәҙәниәт йорто ҡарамағына дөйөм халыҡ һаны алты мең самаһы менән иҫәпләнгән Семилетка, Ҡараласыҡ, Түбәнге Әтәш, Түбәнге Манһар, Таштау ауылдары инә.
Семилетка мәҙәниәт йортонда ике төркөмгә бүлеп шөғөлләнгән “Дуҫлыҡ” хореография коллективы һәм театр коллективы, “Ҡашҡарый” вокаль, “Тальянка” милли музыка ҡоралдары ансамблдәре даими эшләп килә. Мәҙәниәт йортонда үткәрелгән күркәм сараларҙың береһе – “Сарманай моңдары” байрамылыр, моғайын. Йыл һайын Семилетка ауылында баскетбол, волейбол, шашка, шахмат буйынса турнирҙар ҙа ойошторола. Саралар һаны йыл һайын 300-гә етә. Ауыл халҡының 50-ләп проценты мәҙәни сараларға әүҙем йөрөй.
Мәҙәниәт усағы ҡарамағында булған Семилетка ауыл китапханаһының бай китап фонды бар. 1600 самаһы уҡыусы булған китапханала йәштәр өсөн “Созвездие”, өлкәндәр өсөн “Диалог”, балалар өсөн “Фонарик” клубтары эшләй. Китапхана сиктәрендә “Китапхана һәм ғаилә” программаһы тормошҡа ашырыла.
Дәрт-дарманлы дүртөйлөләрШулай уҡ алты йылдан ашыу Дүртөйлө балалар художестволы мәктәбе лә уңышлы эшләп килә. 1 – 4-се кластарҙа рәсем, һынлы сәнғәт, композиция, биҙәү-ҡулланма сәнғәте дәрестәре ойошто­ролған. Йәш быуын күңелдәрендә матурлыҡ орлоҡтары сәсеүсе мөһим дәрестәрҙә бөтәһе 29 бала шөғөлләнә.
Киләсәктә мәҙәниәт йортон район халҡына күп яҡлы мәҙәни хеҙмәт күрһәтеүсе учреждение итеп күрергә теләйҙәр. Халыҡтың мәҙәни ихтыяжын үтәү менән бергә художестволы-эстетик, социаль-мәҙәни үҫеше, ижади йүнәлеш­тәрҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыла, ижади проект һәм программалар ҙа ғәмәлгә ашырыла.
Ауыл мәҙәниәт йорто, китапханаһы, Дүртөйлө балалар художество мәктәбе һәм йәштәр ойошмалары, ауыл мәктәбе менән берлектә уңыштарға өлгәшелә. Тиҙҙән мәҙәниәт йортоноң спорт майҙансығын, ял, күргәҙмә зонаһын булдырыу, Дүртөйлө балалар музыка мәктәбен асыу кеүек матур эштәр ҙә планлаштырылған. Был эштәре лә уңышлы хәл ителмәксе. Ғөмүмән, уңған халыҡ ул дүртөйлөләр. Бының шулай икәненә Семилетка мәҙәниәт йортонда эшләүсе тырыштарҙы, дәрт-дарманлы ауыл халҡын күреп, үҙебеҙ ҙә инандыҡ.



Вернуться назад