— Американан килгән анау ханым уҡытыусылар менән рәхәтләнеп башҡортса һөйләшә, — тине эргәлә ултырған арҙаҡлы башҡорт ағайҙарыбыҙҙың береһе Фәнис Исхаҡов, Башҡорт дәүләт драма театрына Рәми Ғариповҡа арналған тамашаны ҡарарға килгәндә.
Мин, журналист булараҡ, түҙмәй, танышырға ашыҡтым.
— Линдси, — тип ул үҙенең исемен әйтте һәм, — башҡортса Ләйсән була, — тип тә өҫтәне. (Линдси һүҙенең мәғәнәһе сафландырыусы тигәнгә тап килә икән. Ләйсән дә — яҙҙың иң тәүге ҡояшлы ямғыры. Ул да тирә-яғыбыҙҙы сафландыра, таҙарта бит).
Америка-Башҡорт интерколледжында эшләп йөрөүсе Линдси Пигей менән яҡындан танышырға теләгемде белдерҙем. Телефондар менән алмашыуға “Февраль. Буран...” тамашаһы башланып та китте.
Бынан һуң да иҫ китмәле мөләйем, алсаҡ ханым менән концерттарҙа, төрлө сарала байтаҡ осраштыҡ. Һәм, ниһайәт, иркенләп әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.
— Һеҙҙең менән илегеҙ, тормошоғоҙ, көнкүрешегеҙ тураһында һөйләшеүебеҙ “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларына ла ҡыҙыҡлы булыр ине, — тигәс, Линдсиҙың былай ҙа һөйкөмлө йөҙө балҡып китте.
— О, “Башҡортостан” — бик һәйбәт гәзит! Мин уны беләм. Беҙ Өфөгә килгәс тә, башҡорт телен өйрәнергә булғас, ошо гәзит менән таныштыҡ, — тине.
Линдсиҙың быға тиклем дүрт йыл Мәскәүҙә эшләгәнен белә инем. Шуға:
— Ни өсөн Башҡортостанға килергә булдығыҙ? — тип һорамайынса түҙмәнем.
— Минең ирем Крейг тауҙарҙы бик ярата. Ҡайҙа тауҙар бар икән тип картаны асып ҡараныҡ та Урал тауҙарын күрҙек. Америка-Башҡорт интерколледжының Өфөлә лә булыуы хаҡында белгәс, ошонда килеп ҡарарға уйланыҡ. Тәүҙә күрергә, танышырға ғына ине иҫәбебеҙ. Башта 20-се гимназияла инглиз теле буйынса үткәрелгән йәйге лагерҙа эшләп ҡараныҡ. Бик оҡшаны.
— Өфөгә тиклем һин Мәскәүгә Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы департаменты саҡырыуы буйынса тәжрибә алмашыу ниәтенән дүрт айға тип килгәнһең...
— Эйе, дүрт айға тип килгәйнем дә дүрт йыл эшләнем дә ҡуйҙым.
— Ошонда буласаҡ тормош иптәшеңде лә осратҡанһың икән...
— Ул да Американан килгәйне. 1996 йылда Мәскәүҙә танышҡайныҡ, ә беҙҙең ҡауышыуыбыҙға Өфө сәбәпсе булды тиерлек. Тик уға тиклем ун йыл самаһы ваҡыт үтте.
— Нисек?
— Яҙмыштыр инде. Башҡортостанға тәүге тапҡыр килгәнендә ул мине, урыҫса яҡшы ғына белгәс, үҙенә тәржемәсе булараҡ саҡырҙы. Таныштар беҙҙе Башҡортостандың матур төбәгенә — Ҡариҙел районына ял итергә алып барҙы. Ошонда йөрәктәребеҙҙә бер-беребеҙгә ҡарата йылы хистәр ҡабынды. Крейг минән атай-әсәйемдең телефонын һорап алды. Нимәгә кәрәк икән тинем дә, артыҡ төпсөнөп торманым. Ул шул төндә, миңә әйтмәй генә Америкаға кеҫә телефонынан хәбәр ебәреп, үҙе менән таныштырып, минең менән осрашырға атай-әсәйемдән рөхсәт һораған икән. Ризалыҡтарын алғас, яныма килеп, иртәгәһенә сәғәт етелә кәмәлә йөрөргә тәҡдим итте. “Ниңә шулай иртүк икән?” — тип эстән генә уйлаһам да, “ярай” тип ризалыҡ бирҙем.
— Киске ете тип әйтмәгәнме?
— Юҡ шул. Таң менән кәмә алып, йылғаның теге яҡ ярына сыҡтыҡ. Бейек тауға күтәрелдек һәм ҡояш тыуғанын ҡаршыланыҡ. Крейг бәләкәй генә газ плитәһе ла алғайны, термосҡа һалып, сәй эстек. Шунда Крейг миңә үҙенең хистәрен белдерҙе һәм, беҙ бергә булырға тейешбеҙ, тине. Ул да миңә оҡшай ине, шулай дуҫлашып киттек.
Америкаға ҡайтҡас, ул минең атай-әсәйем менән яҡындан танышырға Канзас-Ситиға килде, аҙаҡ мин уларға — Орегон штатына барҙым. Бер көн Крейг менән штаттарындағы иң бейек тауға күтәрелдек. Таш һын эргәһенә ял итергә ултырҙыҡ. Шунда Крейг алдымда тубыҡланды ла кеҫәһенән ҡашлы йөҙөк сығарҙы.
— Ошо тау кеүек беҙҙең хистәребеҙ ҙә бөйөк һәм юғары булһын. Ә мин ошо таш һын шикелле ғүмер буйы һинең ышаныслы терәгең булырмын, — тип һөйөүен белдереп йөҙөктө бүләк итте. Крейгтың исеме лә ҡая тигәнде аңлата. Мин, ысынлап та, уның янында үҙемде ҡая артындағы кеүек тыныс тоям. Ул минән өс йәш ярымға өлкәнерәк, йылмайыуы һәм шаянлығы менән әсир итте.
— Башҡортостанда тыуған мөхәббәт алып килгән икән һеҙҙе бында... Ә туйығыҙ нисек үтте? Һеҙҙәге тантаналар хаҡында белеү ҡыҙыҡ булыр ине.
— Тәүҙә сиркәүҙә никах уҡыттыҡ. Шунан ике яҡтан да туғандарҙы, дуҫтарҙы ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. 200-ләп кеше булды. Ләкин беҙҙә туй һеҙҙәге кеүек оҙаҡ итеп, өҫтәл тулы һый менән үтмәй. Табынға мотлаҡ торт, кәнфит, сәтләүек һәм туй өсөн махсус әҙерләнгән тәмле эсемлек ҡуйыла. Ул һут, газлы һыу һәм туңдырманан эшләнә. Күберәк ҡунаҡтар бер-береһе менән таныша, күңел аса, ҡотлайҙар, бүләк бирәләр.
— Ә эске булмаймы?
— Бик һирәк осраҡта ғына шампан шарабы ҡуйыла. Ҡунаҡтар эсеп иҫереп йөрөмәй.
— Туйға буш ҡул менән килмәйҙәрҙер, күберәк нимә бүләк итәләр?
— Беҙҙә шундай йола бар: кәләш ике-өс магазинға бара, үҙенә нимә кәрәген ҡарай, һайлай һәм, шул әйберҙәрҙең исемлеген төҙөп, магазинда ҡалдырып китә. Туйға килә торған ҡунаҡтар әлеге исемлек менән танышып сыға ла ниндәй әйберҙе алырға теләй йәки нимә бүләк итергә хәленән килә, шуны йәштәргә бүләк итә һәм бүтәндәр уны алмаһын өсөн исемлектән һыҙып ташлай.
— Һәйбәт йола икән. Ҡайһы саҡта әллә нисә бер үк әйбер бүләк итәләр бит юғиһә...
— Тик беҙ Башҡортостанға китергә булғас, улай итмәнек. Алыҫ юлға сығыр алдынан ярҙам булһын тип, туғандар күберәк беҙгә аҡса бирҙе. Крейгтың ауылда йәшәгән туғандары үҙҙәре эшләгән юрған бүләк иткәйне, шуны ғына үҙебеҙ менән алып килдек.
— Америкалағы уҡыу системаһы тураһында ла әйтеп китһәгеҙ ине.
— Беҙҙә балалар өс баҫҡыс менән уҡытыла. Башланғыс кластар I–V (ҡайһы саҡта алтынсылар ҙа инә) айырым мәктәптә белем ала.
VII–VIII кластар икенсе мәктәпкә килә. Ә өлкәндәр IХ–ХII кластар өсөнсө мәктәпкә йөрөй. Һеҙҙә бөтәһе бер мәктәптә уҡығас, яйлы. Өс төрлө белем усағы алмаштырыу өйрәнеп китеү өсөн балаларға ҡыйыныраҡ, әлбиттә.
— Ә имтихандар нисек?
— Һәр кластан күскән саҡта яҙма тест үткәрелә. Был имтихан уҡ булмаһа ла, талаптар ҡаты ғына. Имтихандарҙы мәктәпте тамамлағанда ХII класта тапшыралар. Шулай уҡ һеҙҙәге һымаҡ Берҙәм дәүләт имтихандары ла, олимпиадалар ҙа үткәрелмәй.
— ХII класты тамамлау мотлаҡмы?
— Тамамлаһалар, һәйбәт инде. Әгәр ата-әсә балаһының һөнәрле булыуын, юғары белем алыуын теләһә. Вузға инеп артабан уҡырға уйлаусылар ХII класты бөтөрә. Күптәре IХ-ҙан һуң китеп, төрлө һөнәр алырға ынтыла.
— Юғары уҡыу йортона инеп уҡыу бушлаймы?
— Юҡ, түләүле. Ҡайһы саҡ уны тамамлаусылар, ун йыл тирәһе эшләп, уҡыуына булған бурысын түләй.
— Америкала, белеүебеҙсә, инвалид балалар өсөн махсус мәктәптәр юҡ. Улар ҡәҙимге балалар менән бергә уҡый...
— Эйе. Һау-сәләмәттәр ауырыуҙарға ярҙам итә, ә сирлеләр киләсәк тормоштарына комплексһыҙ үҫә.
— Өфө һеҙгә оҡшаймы?
— Бик оҡшай. Мәскәү — ҙур ҡала. Унда шау-шыу күп. Өфөлә кешеләр ихлас. Берәй нәмә һораһаң, йылмайып аңлаталар.
— Эшегеҙҙән ҡәнәғәтһегеҙме?
— Аллаға шөкөр, интерколледж директоры Вячеслав Дмитриевич Швайко ла эшебеҙҙән риза. Үҙебеҙгә лә уҡытыу оҡшай. Дәрестәр аҙнаһына 20 сәғәт тура килә. Беҙҙән тыш, бында Американан тағы ике ғаилә эшләй.
— Ә башҡорт телен нисек өйрәнәһегеҙ?
— 20-се гимназияла йәйге лагерҙа булғанда Америкаға тел өйрәнергә китергә йыйынған Лилиә исемле ҡыҙ бар ине. Уның әсәһе “Шоңҡар” журналы хеҙмәткәре. Гөлнара Мостафина һеҙҙе башҡорт теленә өйрәтә ала тигәстәре, танышып киттек. Крейг күберәк грамматикаға иғтибар бирә, яйлап, әммә дөрөҫ итеп һөйләргә, яҙырға, уҡырға тырыша. Минең өсөн тиҙерәк һөйләшеү, йәнле аралашыу ҡыҙығыраҡ.
— Шуға ла театрҙарға, концерттарға йыш йөрөйһөгөҙ, ахыры...
— Эйе, ул тел өйрәнеү өсөн бик һәйбәт сара. Башҡорт дәүләт драма театрында “Февраль. Буран...”ды ике тапҡыр барып ҡараным. “Нәркәс”кә һеҙ саҡырҙығыҙ...
— Эйе, саҡырҙым да, тик халҡыбыҙҙың боронғо осорон, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын сағылдырған тамашаны аңларһығыҙмы икән тип ҡурҡып та ҡуйҙым.
— Юҡҡа хафаланғанһығыҙ. Һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлау өсөн ҡолаҡсын алып ултырҙыҡ. Бер ҡолаҡта урыҫса тәржемәһе бара, икенсе ҡолаҡ менән башҡортса яңғырашты тыңлайбыҙ. Әммә эш унда түгел. Был спектаклгә бик ҙур мәғәнә һалынған. Ил, тыуған ер тойғоһо, ата-бабаларыбыҙ алдындағы яуаплылыҡ, бурыс, рәхмәтле була белеү, мөхәббәт һәм нәфрәт, тоғролоҡ — быларҙың барыһы ла һеҙҙең халыҡтың рухи ҡиммәттәрен күрһәтә. Беҙҙә лә шулай. Бая әйттем бит, атай-әсәйемдең ризалығын алмайынса, Крейг минең менән осраша башларға ла ҡыйманы.
— Өфөлә тағы ниндәй тамашаларға йөрөнөгөҙ?
— Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рәми Ғариповҡа арналған кисәлә булдыҡ. Уның хаҡында бик матур альбом-китап сығарғандар, һатып алдым үҙемә. Ә “Рәми” исемле йәшел тышлы китапты студенттар бүләк иткәйне. “Көндәлектәр”ен “Китап” нәшриәтендәге исем туйы ваҡытында бирҙеләр. Шулай итеп, башҡорттоң бөйөк шағиры Рәми Ғарипов ижадын өйрәнәм. Шиғырҙары бик оҡшай.
— Уның яҙмышы һәм ижады Америка яҙыусыһы Джек Лондонға ла оҡшап ҡуя кеүек...
— Эйе, улар икеһе лә тормоштарында бик күп ауырлыҡ күргән. Етем бала саҡ, эшһеҙлек, ижад ғазаптары...
— “Шоңҡар” журналы үткәргән “Минең Рәми” тигән интернет-конкурста уның шиғырын башҡортса һөйләп тә күптәрҙе аптыраттығыҙ бит.
— Азамат Юлдашбаев менән Гөлнара Мостафина, ҡатнаш, тигәс һөйләп ҡараным шул. Иң ғәжәпләндергәне: ике йәшлек кенә балаларҙың да Рәми Ғарипов шиғырҙарын яттан һөйләүе булды.
— Башҡортто ҡурайҙан башҡа күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Һеҙгә лә ишетергә тура килгәндер. Ниндәй хистәр уята уның моңдары?
— Иптәшем ҡурайҙы бигерәк ныҡ ярата. Башҡорт дәүләт филармонияһында күп ҡурайсылар ҡатнашлығында концерт булғайны. Шуны ҡараныҡ. “Урал саҡырыуы” тигән фестивалдең гала-концертында булдыҡ. Иҫ киткес тамашаны әле лә онота алмайбыҙ. Төрлө яҡтарҙан килгән халыҡтарҙың милли уйын ҡоралдарында уйнауына һоҡланып ултырҙыҡ. Роберт Юлдашев тигән ҡурайсының концертын да ҡараныҡ. Уның “Титаник” фильмындағы музыканы ҡурайҙа уйнауына ғәжәпләндек. Әсәйем яғынан тамырҙарым Швецияға барып тоташа: өләсәйемдең әсәһе (ул саҡта уҡыусы ғына була) апаһының ғаиләһе менән “Титаник”та Америкаға китергә йыйыналар, билет та алалар. Тик апаһының ауырып китеүе сәбәпле, билеттарын тапшырып, тороп ҡалырға тура килә. Ғүмерен һаҡлап ҡалғаны өсөн ул Аллаһы Тәғәләгә мәңге рәхмәт уҡып бөтә алманы.
(Аҙағы бар).Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.