Түшәгенән тора алмаған сирлеләрҙе ҡарарға мәжбүр булған һәр кем раҫлай алыр, моғайын: иң ауыры һәм фажиғәлеһе – зиһененә зыян килгән кешеләрҙе тәрбиәләү. Һуңғы йылдарҙа республикала нервы-психик тотороҡһоҙлоҡ осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала күптән түгел төбәгебеҙ етәксеһе Рөстәм Хәмитов та белдергәйне.Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышында ул республикала нервы-психик сирҙәр менән шөғөлләнәсәк ғилми үҙәк булдырырға тәҡдим итте. Иҡтисади яҡтан үҫешкән илдәрҙә бындай фәнни ойошмалар уңышлы эшләп килә, психотерапия ярҙамы ла юғары кимәлдә күрһәтелә.
Совет ултырышында шулай уҡ мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, ата-әсәләр араһында эште әүҙемләштереү, эш фажиғәгә барып етмәҫ борон иҫкәртеү сараларына өйрәтеүҙе яйға һалыу, “ҡыҙыу бәйләнеш”тәр ойоштороу кәрәклеге билдәләнде.
– Алдынғы дәүләттәрҙә һәр кемдең шәхси психотерапевҡа беркетелеү һәм дауаланыу форсаты бар, беҙҙә был эш башлана ғына әле, – тине Рөстәм Зәки улы.
Психик сирлеләр һаны бөтә донъяла арта бара. Яңыраҡ “Новые Известия” гәзите яҙыуынса, Рәсәйҙә уларҙың һаны тағы ла йылдамыраҡ күбәйә: алдынғы илдәрҙә психик ярҙамға мохтаж булғандар уртаса 15 процент тәшкил итһә, беҙҙә ундайҙар халыҡтың 25 процентына тиерлек етә. Улар араһында шизофрения, маниакаль-депрессив психоз һәм эпилепсия күренештәре ҙур урынды биләй. Евросоюз илдәрендә психик ауырыу арҡаһында хеҙмәт етештереүсәнлегенең юғалыуы тулайым эске продукттың өс-дүрт процентын тәшкил итеүен иҫәпләп сығарғандар. Беҙҙең илдә лә инвалидтар һанының артыуы һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгәндәрҙең кәмеүе иҡтисадҡа ҙур ғына зыян килтерә. Ә бит, статистар билдәләүенсә, психиатрия клиникалары һаны, 90-сы йылдар менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артҡан.
Белгестәр шуныһын да бер тауыштан раҫлай: Рәсәй халҡы тормоштоң яңы тиҙлегенә, ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең үҙгәреүенә һаман күнегеп етә алмай әле. Шуға тағы электән килгән алкоголизм, фәҡирлек, сифатһыҙ аҙыҡ менән ағыуланыу проблемалары ла өҫтәлә. Психик сәләмәтлекте бәләкәй саҡтан уҡ һаҡлау кәрәклеге берәүҙә лә бәхәс тыуҙырмайҙыр, ләкин ҡатын-ҡыҙҙың бала табып бик аҙ ғына ваҡыт үтеү менән эшкә сығырға ынтылыуы ла сабыйҙарҙың аң-ҡеүәһенә кире йоғонто яһамай ҡалмай. Әсәнең эргәһендә булыуына айырыуса мохтажлыҡ кисергән осоронда уларға ҙур стресс була, бик йыш яңы шарттарҙан ҡурҡыу хисе барлыҡҡа килә. Интернетта төрлө агрессив уйындарҙың ҡырҡа артыуы ла йәш шәхескә ҙур зыян килтерә.
Социаль психология һәм шәхестең үҫеш психологияһы институты белгесе Юлия Зотова раҫлауынса, илдә балаларҙың яртыһы самаһы асыҡ күренеп торған йәки тәү ҡарашҡа бөтөнләй беленмәгән психик тайпылыштар менән донъяға тыуа. Был осраҡта уның артабан ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнеүе һаулығына ла, яҙмышына ла хәл иткес йоғонто яһай. Бында, нисек кенә сәйер күренмәһен, медицинаның алға китеше лә күпмелер зыян килтерә: элегерәк психик сир билдәләренең ҡырҡыулашыуын әленән-әле кисергән ир һәм ҡатын бала табыуҙы башына ла килтермәһә, хәҙер ауырыу билдәләрен төрлө дарыуҙар менән баҫыу сирҙе төпкә йәшерә. Был кешеләрҙә ғаилә ҡороу теләге уята. Ә бит шизофрения кеүек сирҙәр нәҫел буйынса күсә.
Күрәһең, ҡатмарлаша барған заманда барлыҡ мәсьәләләрҙе мөмкин тиклем тынысыраҡ күңел менән ҡабул итеү, бер-береңдең проблемаларын аңлай белеү, “себендән дөйә яһамау”, ҡаршылыҡтар алдында ҡаушап ҡалмау, ғаилә ҡиммәттәрен өҫтөн ҡуйыу мөһимдер.