Ҡайҙа тәгәрәргә?28.02.2018
Рәйфә әбей ҡала ситендәге баҡсаһында эштәрен теүәлләп ҡайтты ла өй мәшәҡәттәренә сумды. Бер бүлмәле фатирындағы тәҙрә, иҙәндәрен йыуып сыҡты. Ире биш йыл элек вафат булғандан һуң, бер үҙе көн итә. Былай, ала ҡарҙан алып ҡара көҙгә тиклем тиерлек ваҡыты шунда үтә. Дим буйындағы алты сутыйлыҡ ерҙә үҫтермәгән нәмәһе юҡ. Унда уға рәхәт, ял йорттарың ары торһон. Күршеләре менән дә яҡын туғандар кеүек булып бөткән. Өфөгә пенсияһы килгәндә генә ҡайтып әйләнә. Ҡыҙҙарының күптән инде үҙ донъяһы. Ара-тирә ғаиләләре, дуҫтары менән килеп, сыр-сыу булып мунса кереп, шашлыҡ бешереп, “шайтан туйы” яһап китәләр. Һуңынан уларҙың артынан йыйыштырып арманһыҙ була Рәйфә.
Баҡса миҙгеле бөткәс, ығы-зығылы ҡала тормошона өйрәнеп китә алмай бер була. Пенсияһын алғас, фатирына түләп, кәрәкле дарыуҙар һатып алғайны, һигеҙ мең һумдан йәмғеһе биш йөҙ тәңкә аҡсаһы тороп ҡалды. “Түлә лә түлә, исмаһам, пенсияны арттырһалар ни була! Киләһе йылдан тағы ла фатирға түләү арта, тиҙәр. Был бирәндәрҙең берәй ҡасан тамағы туямы шул?” — тип һөйләнә-һөйләнә радиоалғысын ҡабыҙҙы.
Юрағаным юш килә,
Һөйгәнем ҡайтып килә, —
тип йырлай бер йырсы ҡатын. Рәйфә әбей радионы кире һүндереп ҡуйҙы. “Шундай “уйнаштан тыуған” йырҙарҙы кемдәр яҙып ултыралыр инде, ни көйө, ни ҡолаҡҡа ятырлыҡ һүҙҙәре юҡ”, — тип һөйләнде. Ул шулай ире вафат булғандан һуң үҙ алдына һөйләнер булып китте.
Ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Күрше подъезда йәшәгән Рәйсәлер тип асһа, ҡупшы итеп кейенгән ике ҡатын баҫып тора. Береһе ҡулына ҡатырға һауыт тотҡан. “Кем булыр икән былар?” тип аптырап торған арала, тегеләр кемуҙарҙан тәтелдәргә тотондо.
— Апай, һаумыһығыҙ! Хәлдәрегеҙ нисек? Беҙ бик шәп крем һатабыҙ. Был ябай түгел, йәшәртә торған, — тип тауарҙы сығарып күрһәтә лә башланылар.
— Бер-ике тапҡыр һөртөү менән ҡыҙҙар кеүек йәшәреп китәһең. Ҡиммәт тә түгел — ни бары етмеш биш мең һум ғына!
Хаҡын ишеткәс, Рәйфә әбей саҡ артына ултырманы.
— Эй, балалар! Аҡсам да юҡ, йәшәреп, кейәүгә сығырға Пугачева түгелмен. Инде етмеште уҙғанмын, кәрәкмәй бер нәмәгеҙ ҙә, — тип ҡаршы төштө.
— Һеҙ Алла Пугачеванан кәмме ни? Был кремды ҡулланһағыҙ, йәшерәк иргә лә сыға алаһығыҙ, — тип ныҡыштылар һаман. — Янығыҙҙа аҡсағыҙ булмаһа, кредит алырға ярҙам итәбеҙ. Егерме биш мең һум ғына арттырып түләйәсәкһегеҙ!
— Кредитҡа ла ала алмайым, түләп бөтөрә алмам. Әжәл дарыуы түгелдер әле, — тип ҡараһа ла, ҡатындар үҙенекен һөйләп, быуынына төшөп бара. Имеш, был кремды һылаған ҡатындар ҡырҡ йәшкә йәшәрә, йыйырсыҡтары шунда уҡ юҡҡа сыға, биттәре балаларҙыҡы кеүек булып китә икән. Әбейҙең яңғыҙ икәнен шәйләгәс, тегеләр оторо шашты — инде түргә үк үтә башланылар.
Рәйфәнең тамам башы ҡатты — быларҙан нисек ҡотолорға? Ҡайҙан ғына ят кешеләргә ишек асаһы итте. Телевизорҙан ҡат-ҡат: “Һаҡ булығыҙ! Өйҙәр буйлап аферистар йөрөй. Уларҙан күберәген пенсионерҙар ҡаза күрә”, — тигәндәре иҫенә төштө. Кеҫәһенән телефонын алып, ҡалтыранған ҡулдары менән арлы-бирле һандар йыйған булды ла: “Алло! Полиция! Ҡарауыл! Өйөмә бурҙар керҙе. Талайҙар! — тип бар көсөнә трубкаға ҡысҡырҙы. — “Адресым шулай-шулай...” Ҡатындар әйберҙәрен йыя һалып тиҙерәк тая һалды.
Рәйфә әбей ишеген бикләне лә хәле бөтөп диванға сүгәләне... Зыңҡып башы ауырта башланы. Ҡан баҫымын үлсәгәйне — юғары күтәрелгән. Тиҙерәк дарыуын ҡабып ятып торҙо. “Йә инде, көпә-көндөҙ талап сығып китергә лә күп һорамаҫтар”, — тип көйөндө. Былтыр шулай илле меңгә төшөрөп, йөҙ сирҙән дауа, тип маҡтағас, бер танышынан дарыу һатып алғайны, бер файҙаһы ла теймәне. Участка табибы Рәйләгә күрһәткәйне, уныһы дарыуҙы тикшерергә ебәрҙе. Бер аҙна үткәс: “Рәйфә апай! Һиңә, йөҙ сирҙән дауалай тип, ябай аспирин һатҡандар. Дарыуханала өс һум торған таблеткаларҙы флакондарға тултырғандар ҙа башҡа исем менән сығарғандар. “Асфахондрол” тигән дарыу бөтөнләй юҡ. Ярай әле зыяны теймәгән. Юҡһа, теләһә ниндәй дарыу эсеп, үлгән кешеләр ҙә бар”, – тине.
— Эй, Хоҙайым! — тип үрһәләнде Рәйфә әбей. — Барлы-юҡлы аҡсамдан ҡолаҡ ҡаҡтым. Үҙем алдаша белмәгәс ни...
Серем итеп алайым тип ятҡайны, йоҡлап киткән икән. Торһа, көн дә кисләп бара, баш ауыртыуы ла баҫылған. “Тамаҡты алдап булмаҫ, ҡалған аҡсаға икмәк, һөт булһа ла алайым”, — тип Рәйфә кибеткә йыйынды. Яҡын-тирәлә магазиндар күп, береһендә ҡиммәт торһа, икенсеһендә шул уҡ ризыҡты арзаныраҡҡа алып була.
Көндөҙгө ваҡиға иҫенә төшөп, уйланып бара торғас, универсамға ла килеп еткән. Йә илләһи иллаллаһ! Ни күрһен, магазин тупһаһына етәрәк биш меңлек аҡса ята. Берәй бай кешенән төшөп ҡалғандыр инде. Рәйфә, биҙгәк тотҡандай ҡалтыранып, ике лә уйлап тормай, башҡалар күреп ҡалғансы тип, “лап” итеп аҡсаның өҫтөнә ҡоланы. Сумкаһы бер яҡҡа барып төштө. Бер ҡулы менән ҡыштырлап торған ҡиммәтле ҡағыҙҙы йомарлап кеҫәһенә тыға һалды.
— Әбей, һеҙгә нимә булды? Берәй ерегеҙ имгәнмәнеме? “Ашығыс ярҙам” саҡыртайыҡмы? — тип янына йәштәр йыйылып китте.
— Бер ерем дә ауыртмаған кеүек, балалар. Рәхмәт һеҙгә. Күтәреп кенә торғоҙһағыҙ.
Йәш егеттәрҙең ярҙамы менән Рәйфә әбей аяғына баҫты. Өҫтөн ҡаҡҡыланы ла сумкаһын эләктереп алды. Аулағыраҡ урында биш меңлекте кеҫәһенән сығарып, әйләндереп тикшерергә тотондо — ысын аҡса.
— Әбейегеҙ ҡайҙа тәгәрәргә үҙе белә. Хоҙайҙың рәхмәте, был биш меңлек миңә яҙғандыр. Тегеһен-быныһын алырмын, Рәйсәне сәйгә өндәшермен, — тип Рәйфә әбей кибеткә инеп китте...