Исемең матур, кем ҡушҡан?27.02.2018
Кит, Флот, Робинзон, Алгебра, Стройнур, Сәүҙә, Рикс, Виноград, Декабрист... Нимә был?

Башығыҙҙы ватмағыҙ, улар – кеше исем­дәре! Ата-әсәһе шундай сәйер исемдәрҙе биргән. Антропонимина (кеше­ләр исемдәрен өйрә­неүсе фән) менән шөғөлләнеүселәр өсөн сиселмәҫлек мәсьәлә.
Бәпәй тыуҙы. Өйҙә йәм, йыуаныс, бәхет өҫтәлде. Яңы тыуған сабый­ға ниндәй исем ҡушырға? Әлеге һорау һәр ата-әсәне, баланың туғандарын уйландыра, борсой, сөнки исем кешегә бер генә мәртәбә бирелә һәм ул уның ғүмерлек юлдашына әүерелә. Һәр кеше үҙ исеменә шул тиклем күнегә, ул уның туған теленең иң яҡын, иң ғәзиз, иң ҡәҙерле һүҙе булып тойола.
Әбей-бабайҙарыбыҙ элек-электән исем ҡушыуға бик яуаплы ҡараған, исеменең есеменә тура килеүен теләгән.
Пәйғәмбәребеҙ салләлаһү ғаләй­һи үә сәлләм дә балаларға яҡшы исемдәр ҡушыуҙы бойорҙо. Был – өлкәндәрҙең мөҡәддәс бурысы.
Алла әйтте: “Һәр бала ҡорбанына бәйле (йәғни бәпәй туйы үткәрер өсөн һалына торған малға бәйле: малай булһа — ике һарыҡ, ҡыҙ булһа бер һарыҡ салыу яҡшы), етенсе көнөндә һарыҡ салына, исем ҡушыла һәм сәсе алына”.
Мәхәллә имамын саҡырып, уң яғында аҙан әйтеп уң ҡолағына, һул яғында кәмәт әйтеп һул ҡола­ғына, исемең “фәлән” булһын тип өсәр мәртәбә бышылдау, балаға тәүфиҡ һиҙиәт теләп доға ҡылыу сөннәт.
Балаға исем ҡушыу — бик яуаплы һәм мөһим ваҡиға. Ҡытай халыҡ мәҡәлен­дә хаҡлы рәүештә: “Насар исем насар яҙмыштан да яманыраҡ”, — тип әйтелә. Күркәм исем менән өндәшеү сабыйға доға кеүек үк ыңғай тәьҫир итә. Насар мәғәнәле һәм ярама­ғандары насар йоғонто яһай, уның күңел халәтенә, насар холоҡло булыуына, ауырыу­ҙарға анһат бирешеүенә сәбәп...
Тел — үҙенсәлекле моң. Туған телдәге исемдәр ҙә ошо моң нигеҙендә барлыҡҡа килгән, сөнки исем ул өндәшеү мохтаж­лығынан башланған һәм хәрефтәр түгел, ә өндәр йыйыл­маһынан тора. Моң аша аралашыу күңелдәрҙе яҡынайта, бер-берең менән бәйләп торған туғанлыҡ ептәрен, нурын нығыта. Шуға ла халҡы­быҙҙа күңеленә яҡын кешенең исемен ҡушып йыр сығарыу киң таралған. Исемдәребеҙ ғәжәп күп төрлө. Ислам дине аша ингән ғәрәп, фарсы исемдәре менән дә байытылған. Был исемдәр ҙә моңо менән йөрәккә ятышлы. Ғашиҡ­тарҙың “Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, һине күреп кем туйған?” тип исем аша мөхәббәтен аңлатҡан йырҙары бихисап.
Балаға үҙ милләтеңдең исем­дә­рен ҡушыуҙың тағы ла бер мөһим яғы бар: ул — милли ғорурлыҡ. Ун­да ата-әсәнең үҙ милләтен яҡын күреүе, яратыуы сағылһа, туған халҡының исемен йөрөткән балаға милләте өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелә.
Исем – халыҡтың рухи мәҙәниә­тенең, тел ижадының, һүҙ сәнғә­тенең айырыл­ғыһыҙ бер өлөшө. Туған телдә исем ҡушыу үҙ сәнғә­теңде, рухи мәҙәниәтеңде яратыу, ихтирам итеү тигән һүҙ. Уның аша айырым кешеләрҙең генә түгел, хатта шул дәүер халҡының донъяға ҡарашын, аң кимәлен дә билдәләп була.
Кеше исемдәре — тарихи күренеш. Уларҙы халыҡ үҙенең бөтөн тарихы буйынса ижад итә, үҙе менән бергә йәшәтә, тарих дәүерендә исемдәр үҙҙәренә күрә һынау үтә, һайлана, иң матурҙары — күңелгә ятышлылары быуындан быуынға һаҡлана.



Вернуться назад