Ҙур карап оло һыуға ынтыла27.02.2018
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2018” конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда бөтәһе 15 предметтан 60 педагог ҡатнашты, шул иҫәптән
23 йәш уҡытыусы үҙ көсөн һынап ҡарарға батырсылыҡ итте. Нәҡ улар рәттән өс йыл “Педагогик дебют” һәм “Педагогик өмөт” тигән номинацияла һынау тота. Ҙур карапҡа оло һыу кәрәк тигәндәй, һәр береһе урындарҙа еңеү яулап финалға сыҡҡан.


Әлбиттә, жюри ағзаларына иң-иңдәрҙе асыҡлау бигүк еңелдән булманы, сөнки йылдан-йыл бәйгеселәрҙең етди әҙерлек менән килеүе талапсанлыҡты, ғәҙеллекте арттыра.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, балаларға аң-белем таратыуҙа мөғәллимдәр түккән көс бер ниндәй ҙә үлсәмгә һыймай.
Предметтар буйынса түбәндәгеләр алдынғылыҡты бирмәне: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нурзилә Нәҙерғолова (5-се лицей), инглиз теле уҡытыусыһы Эмма Сафиуллина (39-сы гимназия), татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Сәмиғуллина (98-се лицей), “Педагогик дебют” номина­цияһында Марат Юламанов (141-се мәктәп), “Педагогик өмөт” номина­цияһында Зөлфиә Йылҡыбаева (100-сө мәктәп).
Һәммәһен дә “төп еңеүсе кем булыр?” тигән һорау борсой ине. Серле конвертты асыр алдынан Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов былай тине:
– Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ һәм әүҙем гражданлыҡ позицияғыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Тормоштоң нәҡ уртаһында ҡайнап йәшәүегеҙ һәр йәһәттән дә хуплана. Киләсәктә лә уҡыу йорттарының матди-техник базаһын нығытыу буйынса уй-ниәттәр бойомға ашырыласаҡ.
Шулай итеп, “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы-2018” конкур­сында 51-се урта мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Иса­коваға тиңләшеүсе табылманы. Бәхет ҡояшы йылмайған Елена Михайловнаның һүҙҙәренә ҡарағанда, был көндәрҙә үҙеңдең мөмкинлектәреңдән файҙаланып ҡалыу өсөн юлдар асыҡ, һәләтеңде күрһәтеү өсөн дә отошло.
– Мәктәп тормошо ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, әгәр ҙә һөнәремде ярат­маһам, бындай мәртәбәле бәйгеләргә килмәҫ тә инем. Баланың иғтибарын тик билдә алыуға ғына йүнәлтеүҙән бигерәк, уның белеменә баҫым яһау иң отошлоһо, минеңсә, – ти ул.
Шул иғтибарға лайыҡ, ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт арауығында ярышта ике мең ярымдан күберәк кеше ҡатнашҡан, 400 уҡытыусы лауреат исемен яулаған, баш ҡала уҡытыусылары 18 тапҡыр республика конкурсында алдынғылыҡты бирмәгән.
Аҙаҡтан Наил Шәймәрҙәнов, Марсель Ҡотоев, Рәфис Сирусин һәм башҡа йырсылар тамашасыларға иҫ киткес матур концерт ҡуйҙы.


Вернуться назад