Каникул ниңә күсерелә?27.02.2018
Мәғариф тармағында даими булып торған реформаның иҫәбе-һаны юҡ тиерлек. Әлбиттә, бөтә проекттар ҙа ҡыҙ һәм егеттәрҙең мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп тормошҡа ашырыла. Күптән түгел Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Жириновский уҡыу йылын 1 октябрҙән башларға кәрәк тигән фекерен бөтә илгә яңғыратҡайны, ә ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Александр Хлопонин, һауа торошона ҡарап балаларҙың ҡышҡы каникулын күсереү тураһында тәжрибә эшләү тураһында уйланабыҙ, тип белдерҙе.

– Төньяҡ Кавказдағы курорт зоналарын үҫтереү өсөн төрлө варианттар тәҡдим итәсәкбеҙ, – тип һөйләй вице-премьер. – Был йәһәттән Европала хәлдәр нисегерәк һуң? Әйтәйек, Швейцарияла урын­лашҡан Альп тауҙа­рын­да ғинуарҙа ҡарҙың күпме булыуына ҡарап, Европала хөкүмәт етәкселеге балалар­ҙың каникулын күсереүҙе ғәҙәти күренешкә әйләндер­ҙе. Был туранан-тура тау-саңғы спортын үҫтереүгә килтерәсәк. Унда кемдәр генә ағылмай! Айырыуса ғаиләләр менән килеүҙәре шатлыҡлы. Һәм­мәһе лә һауа торошона бәйле. Ҡар юҡ икән, тимәк, беҙ саңғыла йөрөүҙән ҡолаҡ ҡаҡтыҡ тигән һүҙ.
Ысынлап та, уҡыусы бала­ларҙың ялын мөмкин тиклем файҙалы үткәреү – ил етәкселегенең мөҡәддәс бурысы.


Вернуться назад