Талпандың ҡорбанын һағалар мәле25.04.2012
Талпандың ҡорбанын һағалар мәлеЙыл һайын яҙлы-көҙлө халыҡҡа талпан энцефалитына бәйле хәл тураһында мәғлүмәт һәм табиптарҙың иҫкәртеүен еткерәбеҙ. Бәләкәй генә бөжәккә ҡарата иғтибарҙың кәмемәүе юҡҡа түгел — ул килтергән бәлә ифрат ҙур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем осраҡтары ла була.
Ошо көндәрҙә уҙған матбуғат конференцияһында бер төркөм белгес йәнә талпандарҙың әүҙемләшеүенә бәйле төбәгебеҙҙә йәшәүселәрҙе иҫкәртеүҙе үтенде. Былтыр бөжәк 17 мең кешегә ҡаҙалған, уларҙың 30 проценты — балалар, ә энцефалиттан зыян күреүҙең 48 осрағы теркәлгән. Элегерәк инфекция йөрөтөүсе талпандар 39 районда күҙәтелһә, хәҙер 42-һендә осрай. Күрше өлкә һәм республикалар менән сағыштырғанда, беҙҙә хәл имен иҫәпләнә, ти табиптар. Талпан энцефалитынан зыян күреүселәр уртаса 4,7 процент тәшкил итә, шулай ҙа тынысланырға һәм уяулыҡты юғалтырға ярамай, тип иҫкәртә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш инфекционисы Дамир Вәлишин.
— Талпан, энцефалит вирусынан тыш, башҡа төр инфекция ла тарата. Мәҫәлән, бөжәктәрҙең 30 процентында боррелиоз күҙәтелә. Ундайҙары айырыуса Удмурт Республикаһында һәм Свердловск өлкәһендә киң таралған, — тине ул.
Быйыл яҙ иртә килде, көндәр ҡояшлы һәм йылы тора. Шуға ла күптәр баҡсаһына ашыға, ҡырға һәм һыу буйҙарына сыға. Ә был күңелһеҙ хәлдәргә тарыу хәүефен арттыра. "Роспотребнадзор"ҙың эпидемиология күҙәтеүе бүлеге начальнигы Зөһрә Даянова әйтеүенсә, лабораторияға тикшертеү өсөн 130 талпан килтерелгән дә инде. Үткән аҙна аҙағына 450-нән ашыу кешегә талпан ҡаҙалған, уларҙың 90 самаһы — балалар. Май байрамдары етеү менән, ғәҙәттә, бәләгә тарыусылар арта. Был осорҙа талпандарҙың әүҙемлеге лә көсәйә. Халыҡ ошо бөжәктән һаҡланыу кәрәклеген онота йәки уға етди әһәмиәт бирмәй. Талпан ҡаҙалған осраҡта мотлаҡ дауалау учреждениеларына мөрәжәғәт итергә кәңәш итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының халыҡҡа медицина ярҙамы ойоштороу бүлеге начальнигы Рафаэль Зыятдинов.
— Талпанды белгес тартып сығарһа яҡшыраҡ, сөнки үҙең алғанда башының тәндә тороп ҡалыуы ихтимал. Күптәр ошондай осраҡта травпунктҡа мөрәжәғәт итеү кәрәклеген белмәй. Урманда, һыу буйында, ҡырҙа йөрөгәндә тәнде тотош ҡаплаған кейем кейеү мотлаҡ. Ике сәғәткә бер тапҡыр булһа ла тәнде тикшерергә онотмағыҙ. Талпан ҡаҙалғандан һуң өс аҙна эсендә тән температураһы күтәрелһә, хәлһеҙлек, неврологияға бәйле үҙгәреш күҙәтелһә, табипҡа мөрәжәғәт итеүҙе кисектермәгеҙ, — ти ул.
Эпидемиологтар талпандың зарарлы булыу-булмауын тикшертеүҙе һуҙмаҫҡа, өс көн эсендә өлгөрөргә кәңәш итә.
Белешмә:
Анализ яһатыу түләүле. Талпан энцефалиты вирусына — 270 һум, боррелиозға — 430 һум. Вирусология лабораторияһының бәйләнеш телефоны (347) 237-58-40, талпан энцефалиты буйынса белгескә 237-42-56 номеры буйынса шылтыратырға мөмкин.
Лаборатория республикала берәү генә, ул Өфөлә Шәфиев урамындағы 7-се йортта урынлашҡан. Шуға күрә алыҫ төбәктәрҙә йәшәүселәргә лә шунда мөрәжәғәт итергә тура килә.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.


Вернуться назад