Ырыҫлы егет, өлөшлө ҡатын бул27.02.2018
Иртә торған егеттең ырыҫы артыҡ, иртә торған ҡатындың өлөшө артыҡ, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, йоҡо ваҡытын дөрөҫ һайлау фарыз. Иртә тороп, байтаҡ эште башҡарып өлгөрөргә мөмкин, мәҫәлән.
Һәр хәлдә, иртә тораһыңмы, һуң ятаһыңмы, табиптар кәңәш итеүенсә, йоҡоға тейешле ваҡыт бүлеү зарур. Мәҫәлән, иртәнге 6-ла торғандар 20.45 – 22.15 сәғәттә йоҡларға тейеш, шул саҡта ғына ул яҡшы ял итә. Артабан таблицаға ҡарап, һеҙ үҙегеҙҙең йоҡо ваҡытын дөрөҫ билдәләй алаһығыҙ.
Әлеге йәһәттән бер көләмәс иҫкә төшә. Ейәнен уята алмай яфаланған бер олатай: “Бер мәл иртә торған малай урамда аҡсалы янсыҡ табып алған”, – тип тәрбиәүи эштәр алып бара икән. Малай аптырап тормаған: “Эй, олатай, шуны ла белмәйһеңме ни, ул янсыҡты кем иртәрәк торған – шул юғалтҡан”, – тигән дә арҡаһы менән әйләнеп ятҡан. Кем белә, иртә торған түгел, бәлки, төнөн йөрөгән кеше юғалтҡандыр…
Ысынлап та, белгестәр иртә тороу яҡлы. Дөрөҫөрәге, файҙалы йоҡо киске ундан алып иртәнге дүрт араһында – был мәлдә организмдың һәр күҙәнәгенә тиклем ял итә. Был ваҡыт арауығының организмға тәьҫир итеүе менән дә бәйле. Тыныслыҡ урынлаша бит. Бер табип әйтмешләй, киске ундан иртәнге дүрткә тиклем йоҡлағыҙ ҙа аръяғына теләһә нимә эшләһәгеҙ ҙә була. Ғәмәлдә йоҡо туя.
Шулай ҙа төрлө кеше бар донъяла, төрлө хәл килеп тыуыуы ихтимал. Ун түгел, төнгө ике лә булып китә, йоҡламай, таң аттырған саҡтар ҙа бар. Кемдер төнгө сменала эшләй, тик төнөн генә ижад итә алған ижадсылар күп. Уларға нимә эшләргә һуң?
Уларға, әлбиттә, көндөҙ йоҡларға ғына ҡала. Ә көндө төнгә алыштырған кешеләрҙең насар ял иткәне бер кемгә лә сер түгел. Һәр хәлдә, көндөҙ йоҡлаған осраҡта ла был эште ҡараңғы бүлмәлә башҡарырға кәңәш итә табиптар, сөнки күҙ йомоҡ хәлдә лә төшкән яҡтылыҡ организмға насар тәьҫир итә икән. Әйткәндәй, көн яҡтыһынан ғына түгел, төнөн тәҙрә аша бағананан төшкән уттан да һаҡланырға кәрәк. Йәки шаршауҙарҙы ҡороп йоҡларға кәңәш ителә, сөнки йоҡлағанда алған яҡтылыҡ организмда хатта яман шеште лә үҫтереүе ихтимал. Арыған кеше ҡайҙа етте шунда ауып йоҡлап китергә риза булһа ла, ғөмүмән, ял итеү – ул айырыуса мөһим мәшәҡәт. Шуға ял һәм эш ваҡытын, йоҡо урынын дөрөҫ һайларға кәрәк.
Төндәрегеҙ хәйерле уҙһын, таңдарығыҙ тыныс атһын!