Табиплыҡ һәләте – Хоҙай бүләге27.02.2018
Табиплыҡ һәләте – Хоҙай бүләгеСтатистикаға күҙ һалһаҡ, кеше организмына бәйле 15 меңдән ашыу сир билдәле. Был, әлбиттә, яҡынса ғына һандар. Мәҫәлән, яман шештең генә 200-ҙән ашыу төрө бар. Ни тиклем күберәк ауырыу төрө асыҡлана, шул саҡлы белгестәрҙең һаны ла киңәйә тигәндәй, берәйһе: “Психотерапевта булдым”, – тип ысҡындырһа, ул кешегә ирекһеҙҙән сәйерһенеп ҡарайбыҙ, йөҙөндә ниндәйҙер үҙгәреш эҙләй башлайбыҙ. Ә бит сит илдә, мәҫәлән, һәр кемдең үҙ психологы булыуы – тормош талабы, ғәҙәти күренеш. Кем һуң улар – психотерапевтар: дуҫмы, табипмы?.. Был һорауға яуапты ошо өлкәгә үҙен бағышлаған табип Өлфәт Әхтәм улы ӘЛИМҒОЛОВ менән бергәләп эҙләп ҡарайыҡ. Башта үҙе хаҡында һөйләр, күп йылдар атҡарған бурысын байҡар һәм психотерапияға ла сират етер. Шулай итеп, һүҙ – уға:

– Табип һөнәренә нисек кил­дегеҙ?
– Бала саҡтан уҡ кешеләрҙе йәлләй инем. Был тойғо бигерәк тә сирлеләргә ҡарата көслө булды. Алик исемле ике туған ағайым табип булып киткәс, уның эшенә ҡарап аңланым – мин сирлеләрҙе дауаларға тейешмен! Ошо хыял медицина институтына алып барҙы. 93-сө йылда Стәрлетамаҡтың ул саҡтағы дан­лыҡлы “Сода” дауаханаһына эшкә ҡайттым. Унда терапевт һәм эндоскопист (оптик һәм яҡтыртыу системаһы ярҙамында ашҡаҙан ҡараусы, халыҡса әйткәндә, ФГДС эшләүсе) бурысын атҡарҙым. Аҙаҡ әлеге хеҙмәт урыныма – ҡаланың 6-сы дауаханаһына күстем һәм шул уҡ вазифаларҙы башҡарам. 2016 йылда махсус рәүештә уҡып сығып, психотерапевт булараҡ та дауалайым.
– Кешеләрҙе йәлләй инем, тинегеҙ. Был һүҙҙәрегеҙ табип һөнәренә уҡып ҡына өлгәшеп булмағанына ишаралай, минеңсә.
– Хоҙай Тәғәлә әҙәм балаһына ошо донъялағы юлды үтер өсөн кәүҙә (организм) биргән, уны һаҡларға һәм ҡурсаларға ҡушҡан. Тик беҙ – кешеләр генә – был талапты үтәргә ашығып бармайбыҙ. Табип дауалай, һүҙ ҙә юҡ. Тик шул дауалауға нисек ҡарайҙар һуң – ярамаған ризыҡты ашама тиһәң, үсләшеп тигәндәй ашайҙар, эсеү, тартыу тураһында әйтеп тә тормайым. Ә бит күпме кеше төрлө сәбәп табып, беҙгә күренергә лә килмәй.
Тик тәнеңә ҡарата битарафлыҡ табип менән пациент араһындағы мөнәсәбәттә генә сағылмай: ашҡаҙан сирҙәре менән туранан-тура эшләүсе булараҡ, мәҫәлән, ышаныслы рәүештә шуны әйткем килә: бөгөнгө ашаған ризығыбыҙҙа химияның өлөшө сикһеҙ ҙур. Картуфын да, помидорын да, ҡыярын да үҫтергән баҡсаларҙы, урлашыуҙан арып, ялҡаулыҡтан талып, ташлап бөттөк, ә шул йәшелсәне, еләк-емеште бөгөн ниндәй аҙыҡ алмаштырғанын яҡшы беләһегеҙ. Ғөмүмән әйткәндә лә, ризыҡ ҡабул итеүгә һаҡ булырға кәрәк – сама менән ашауға етмәй.
…Эйе, Алла кәүҙә биргән һәм сирҙәр сүрәтендә һынауҙар ҙа ебәргән. Улай ғына ла түгел, шул сирҙәр йәки һынау менән көрәшер өсөн буласаҡ табип күңелендә дауалау көсө лә һалған Хоҙай. Тимәк, минеңсә, был һөнәр, һәр кемдең үҙ юлы булғанса, маңлайыңа яҙылған булмышың. Элек тә халыҡ араһында табиптар булған бит, уларҙы бер кем дә махсус рәүештә институтта уҡытмаған.
Ғөмүмән, беҙ – пациент менән Хоҙай араһындағы аралашсы. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, уҡып белгес булыу мөмкин, ә бына ысын табип сығамы һинән – уныһы инде икенсе мәсьәлә. Һәләтеңде тойорға кәрәк. Бына минең ҡыҙым шулай уҡ медицина университетының педиатрия бүлегендә белем ала. Уның менән буласаҡ эше тураһында йыш фекер алышабыҙ. Ҡыҙым, бәлки, берәй ваҡыт балалар менән эшләр, әммә башта медицинаның башҡа өлкәһендә тир түгергә тура киләсәк уға, сөнки шул аралашыуҙарҙа аңланым: әлегә ул балалар менән эшләргә өлгөрөп етмәгән.
Сабыйҙар бит оло кеше һымаҡ ҡайһы ере борсоғанын тулыһынса асып һала белмәй, әлегә телдәре асылмағандары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Табип баланың күҙенән, йөҙөнән барыһын да аңларға тейеш, уға ҡулын тейҙергәс тә, ҡайһы ере ауыртҡанын асыҡларға бурыслы. Ғөмүмән, табип ниндәйҙер яуаплы өлкәгә килерҙән алда башта тәжрибә тупларға тейеш. Йөрәк дауалай икән, ҡан тамырҙарын да өйрәнеү фарыз, педиатр булғас, терапевт булып эшләп алыу ҙа ҡамасауламай.
– Үҙегеҙ ҙә психотерапевт эшенә күскәнсе терапевт бурысын атҡарғанһығыҙ…
– Терапия бүлегенә ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерҙе бағышланым. Пациенттарҙың ниндәйе генә булманы. Ашҡаҙан сирҙәренән дә яфаланып киләләр, ҡан баҫымы ҡот осҡос кимәлгә күтәрелгәндәре лә бихисап, уларға эйәреп, үҙем дә аяғөҫтө пневмония үткәргән ваҡыттар булды. Ошо хеҙмәт һәм тәжрибә дәүерендә шуны аңланым: сирлеләргә дарыу ғына түгел, һүҙ дауаһы ла мөһим. Табип булғас, ул кешене ышандыра алырға, дауаланыуҙың файҙаһы барлығына инандырырға бурыслы. Әгәр табип менән беренсе күрешеүҙән һуң пациенттың хәлендә саҡ ҡына булһа ла үҙгәреш юҡ икән, тимәк, ул ысын табип менән күрешмәгән. Ғөмүмән, кеше уның хәлен белеүгә, аңлауға, ҡайһы берҙә теләктәш тә булыуға мохтаж. Нисек кенә сәйер йәки ҡыҙыҡ тойолмаһын, һүҙ дауаһы ла ҙур көскә эйә ул.
Шул аралашыуҙан пациенттарым­дың хәле яҡшырыуы психотерапияға алып килде лә инде, сөнки был өлкәлә нәҡ аралашыу файҙалы.
– Ә кемдәр һуң улар – һеҙҙең пациенттар?
– Һеҙ килер алдынан ғына бер апай янынан сыҡтым – улын юғалтҡан. Бала ҡайғыһынан да ҙурыраҡ ҡайғы бармы һуң! Бөтөрөнгән апай, илауҙан туҡтамай ине башта, һаташа, өнө менән төшө бутала, хәҙер бер аҙ тынысланып килә. Уның менән башҡа балалары хаҡына йәшәргә кәрәклеге һәм бының өсөн көс тупларға тейешлеге тураһында һөйләштек.
Ғөмүмән, ошондайыраҡ хәлдә ҡалғандар йәки тәрән стресс кисергәндәр килә инде беҙгә дауаланырға. Тик, үкенескә ҡаршы, стресты бер бала ҡайғыһы ғына килтермәй шул – кемделер эшенән ҡыҫҡарталар, икенселәренең кредитын түләй алмауҙан нервыһы ҡаҡшай, өсөнсөләр юҡ-бар сәбәптән дә ҡайғыға һабыша. Дөрөҫөн әйткәндә, башлыса был бүлексәгә пациенттар социаль хәле арҡаһында килеп эләгә. Тормошобоҙҙоң саҡ ҡына булһа ла яҡшырыуын теләргә ҡала. Ун мең һум эш хаҡына нисек ғаиләһен бағырға тейеш һуң ир кеше?! Шунан психотерапия ғына түгел, йөрәк өйәнәге, инсульт, йәштәргә бөтөнләй хас булмаған башҡа сирҙәр хаҡында һүҙ йөрөтөп ҡарайыҡ. Мәҫәлән, ҡатыным бер ни тиклем ваҡыт Мәскәүҙә эшләп һәм уҡып ҡайтты. Уның һөйләүҙәренән аңлауымса, үҙәк тормошо менән төбәктәрҙәге хәлде сағыштырырлыҡ түгел икән дә. Ә сит ил тураһында әйтеп тә тораһы түгел.
Икенсенән, кешеләрҙең күңел торошо тураһында ла уйланырға ваҡыт, сөнки бер ғәйепһеҙгә көпә-көндөҙ кешене ата башлауҙары башҡа һыйырлыҡ ғәмәлме ни?!
Табиплыҡ һәләте – Хоҙай тарафынан бирелгән бүләк ул. Тик, уйлай китһәк, һәммәбеҙ ҙә саҡ ҡына булһа ла психотерапевт була алабыҙ – бер-беребеҙгә күберәк иғтибар бир­гәндә, телебеҙҙе йәлләмәй, иҫәнлек һо­рашҡанда, кеше хәлен ҡайғырт­ҡанда, беҙҙең койка-урындарға һыу буйы сират йыйылмаҫ ине…


Вернуться назад