Әңгәмәсемдән Башҡорт дәүләт медицина университетының тәүге курсында уҡыған сағында: “Ниндәй табип булырға хыялланаһың?” тип һорағас, унан “судмедэксперт” тигән яуапты ишеткәйнем. Шаярттымы, әллә ысынлап та хыял серен системе – уныһын әйтә алмайым, һәр хәлдә, был ҡыҙ бөгөн балалар табибы булып эшләй. Шуныһын да билдәләргә кәрәк, үҙ эшен яҡшы аңлаған, төплөрәк өйрәнергә ынтылған йәш белгес Лилиә ҒӘБИҘУЛЛИНА – Республика балалар клиник дауаханаһында һәм ошо учреждениеға ҡараған Балалар психиатрия һәм эпилептологиялы неврология үҙәгендә балалар травматолог-ортопеды. Быға тиклем ошо уҡ дауаханала, ординатурала белем алыу менән бер рәттән, балалар хирургы бурысын атҡарған. Хәйер, әле лә ҡулына скальпель алырға тура килә икән.– Төп эшем – психоневрология буйынса патология кисергән һәм ошо фонда быуын-һөйәктәре ҡатмарлы рәүештә норманан тайпылып үҫешкән (үҫкән), төрлө тән йәрәхәте алғандан һуң һөйәктәре зыян күргән, һөйәк-быуындарында шештәр барлыҡҡа килгән ортопедияға бәйле һәм башҡа ауырлыҡтар кисергән балаларға ярҙам күрһәтеү. Быға күҙәтеү, консультация һәм дауалау, шул иҫәптән операциялар яһау инә, – тип бәйән итә ортопед Лилиә Фәнир ҡыҙы бурыстары хаҡында. Атап әйткәндә, неврология сирҙәре, үкенескә ҡаршы, баланың физик мөмкинлектәрен сикләй. Сирле мейе тулы хәрәкәт итергә ирек бирмәй, һөйәктәр нығынмай, быуындар тотмай. Сабыйҙарҙың умыртҡа һөйәге лә кәкрәйеп үҫеүе ихтимал, шулай ҙа башлыса сәбәп быуындарҙың хәрәкәте кәмеү арҡаһында функциональ мөмкинлектәр сикләнеүгә ҡайтып ҡала. Бынан тыш мейегә инфекция үтеү сәбәпле, менингит, энцефалит менән сирләгәндән һуң да ошондай дефекттар барлыҡҡа килә. Баланың йөрөү-йөрөмәүе, ғөмүмән, нейроинфекцияға туранан-тура бәйле. Тик ортопедия – ғәйәт киң йүнәлеш, неврологиянан тыш байтаҡ сирҙәрҙе үҙ эсенә ала. Мәҫәлән, табан, ҡул суғы дөрөҫ яралмаған осраҡтар бар. Улар тыумыштан да, нәҫелдән була һәм ниндәйҙер йәрәхәт алыу нигеҙендә барлыҡҡа килә. Бына ниндәй ҙур исемлекте тәшкил иткән сирҙәрҙе дауалай Лилиә Фәнир ҡыҙы.
Хәйер, әйтелгәндәр күлдәге бер тамсылай ғына әле... Иң мөһиме – бала күҙәтеү аҫтында булһа, дауаланып торһа, тулы тормош менән йәшәп китмәһә лә, йөрөй башламаһа ла, был уның дөйөм сәләмәтлек торошо, адаптация үтеү, хәле тағы ла киҫкенләшеп китмәү өсөн яҡшы. Шуға табиптың эше ни кимәлдә мөһим икәнлеген әйтеп тораһы түгелдер.
– Бала баҫа алмаһа, уны аяҡҡа баҫтырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Аяҡта тора икән, атлап китһен өсөн көрәшәбеҙ. Атлап китеү тигәс тә, әлбиттә, төрлө ярҙамсы ҡорамалдар менән. Әммә ҡайһы бер осраҡта малай һәм ҡыҙҙарҙың быуындары бигерәк тә көсһөҙ була, ундай балаларҙы мөмкин тиклем быуындары сығыуҙан һаҡларға кәрәк, – тигән кәңәше менән дә уртаҡлашты табип.
Лилиә Ғәбиҙуллина билдәләүенсә, ғөмүмән, бындай сирлеләр һәр саҡ ортопедтарҙың да, башҡа белгестәрҙең дә күҙәтеүендә булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта, үкенескә ҡаршы, ундай пациенттар арта ғына бара икән...
– Пациенттар араһында башлыса балалар церебраль фалижы менән сирләүселәр, ваҡытынан алда тыуғандар осрай. Һәм шуныһы йыш күҙәтелә: бындай төр балаларҙың күбеһе имен булмаған ғаиләләрҙән. Тимәк, буласаҡ әсә кеше үҙен һәм ҡарынындағы сабыйын һаҡламай. Йоғошло ауырыуҙар менән, ҡайһы бер осраҡта һыуыҡ тейҙереп, инфекция эләктереп сирләгән ҡатындар ҙа бар. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер балаларҙы яңғыҙ әсәләр ҙә алып килә, атайҙары ауырыу сабыйын ташлап киткән булып сыға. Баланың экологик насар шарттар, әсәнең ниндәйҙер стресс кисереүе арҡаһында инвалид булып тыуыуы ла бар, тик ниндәй генә шарттар сәбәпсе булһа ла, уларҙың сирҙәре физик дефектһыҙ үтмәй, – тип барлай Лилиә Фәнир ҡыҙы пациенттарын.
Нисек кенә булмаһын, уның кәңәш итеүенсә, баланы планлаштырған мәлдән алып ҡулға алғанға тиклем әсәләргә үҙҙәренең дә, сабыйының да сәләмәтлеген һәр саҡ тикшереп торорға, контролдә тоторға кәрәк. Саҡ ҡына ниндәйҙер үҙгәреш булһа ла, хәлде ыңғай яҡҡа бороу юлы бар, ти ул.
...Эше тураһында һөйләшкәндән һуң әңгәмәсемә һабаҡ алған саҡтағы яуабын да иҫенә төшөрмәй булдыра алманым.
– Бала саҡтан медицина өлкәһе ҡыҙыҡһындырҙы, – тип һөйләне ул. – Табип булыу тәбиғәттән, нәҫелдән килә, тиҙәр. Мәрхүм Зәйнулла бабайым ауылға ҡайтҡан һайын минең менән аралашып: “Ҡыҙым, һиндә табип башланғыстары һиҙелә, ошо йүнәлештә белем ал”, – тип әйтә торғайны. Зәйнулла Ғәйнулла улы Ғәбиҙуллин оҙаҡ йылдар БДМУ-ның микробиология кафедраһы мөдире булып эшләне, республика өсөн меңәрләгән табипты тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Бабайым йүнәлеш бирһә, үҙем судмедэкспертиза өлкәһендә хеҙмәт итергә хыялландым. Тик бер мәл практика үтеп йөрөгәндә, хирург эшенә ғашиҡ булдым: уҡытыусым, университеттың балалар хирургияһы кафедраһы профессоры Роза Хөрмәт ҡыҙы Шәңгәрәеваның һабаҡтары алып килде ошо һөнәргә. Эшемдәге коллектив иһә был аҙымымды нығытыуҙа ҙур таяныс.
Бала саҡ хыялына килгәндә, шуны аңланым: тормош нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, ул үлемгә ҡарағанда мәғәнәлерәк. Ауыртыуҙарға түҙә алмай килгән сабыйҙарҙың беҙҙә курс үткәндән һуң йылмайыуҙары, атлай алмаған малай-ҡыҙҙарҙың атларға тырышыуы, тәндәре саҡ ҡына төҙәлдеме, ҡыуаныуҙары – тормош мәғәнәһе бит. Минең өсөн иһә тормош мәғәнәһе – ошо ынтылыуҙарҙы, алға китеште күҙәтеү, шул хәрәкәттә үҙ өлөшөмдө индереү, – ти Лилиә Ғәбиҙуллина, медицинаның фәлсәфәүи яҡтарын да барлап.
Әйтелгәндәргә өҫтәп, ошондай үҙ эшен яратҡан белгестәр, тәбиғәттән табиптар күберәк булғанда, тормош тағы ла мәғәнәлерәк булыр, тип әйтергә генә ҡалалыр.
Өфө ҡалаһы.