Мәҙәни ғаилә үҙәктәре асыла27.02.2018
Мәҙәни ғаилә үҙәктәре асылаБашҡортостанда Мәҙәни ғаилә үҙәктәре асыла. Ошо хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ведомствоның 2017 йылғы йомғаҡтары һәм 2018 йылға пландары буйынса киңәйтелгән коллегия ултырышында белдерҙе.


Республиканың Мәҙәниәт министрлығы Ғаилә йылын уҙғарыуға бәйле ғаилә мәҙәни үҙәктәрен булдырыу буйынса яңы проект әҙерләгән. Уның маҡсаты – ауылда мәҙәни-ял, мәғариф, мәғрифәтселек, спорт-сәләмәтләндереү, күңел асыу,  IT-технологиялар менән мәғлүмәти эшмә­кәрлек, ғаиләлә балаға тәрбиә биреүгә ярҙам итеү йүнәлештәрендә уңайлы шарттар булдырыу.
Ғаилә йолаларын, халыҡтың социаль әүҙемлеген һәм ижади потенциалын үҫтереү, ял программалары әҙерләү һәм төрлө ғаилә ялы формаларын ойоштороу, балаларға һәм ата-әсәләргә үҙ-үҙен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу мәҙәни үҙәктәрҙең төп бурысы булып тора.
Мәҙәни ғаилә үҙәгендә заманса махсус ҡорамалдар, техник саралар, музыка ҡоралдары, интерактив экрандар, витриналар, шулай уҡ тауыш яҙҙырыу, видеофильмдар, методик ҡулланма, сценарий, китапхана фондтары булырға тейеш.
– Республикала бындай тәжрибә бар. 2014 йылдан ауыл клубтары нигеҙендә “Йомғаҡ” күп функциялы мәҙәни үҙәктәре асыу проектын ғәмәлгә ашырабыҙ. Был – төрлө йәштәге һәм ҡыҙыҡһынған кеше­ләрҙе генә түгел, физик мөмкинлек­тәре төрлө булғандарҙы ла берләштергән заман­са ауыл мәҙәниәт усағы. Ваҡыт үҙе күр­һәтте, халыҡ яңыртылған мәҙәниәт учреж­дениеларына мохтажлыҡ кисерә. Шуға кү­рә был учреждениеларҙың эшен бөтә ғаилә ағзалары өсөн ял ойоштороуға ла йүнәлтергә кәрәк”, – тип билдәләне Әминә Шафиҡова.
Министр коллегияға йыйылған район һәм ҡала вәкилдәренән ғаилә ялын ойоштороуға, ғаилә ҡиммәттәрен пропа­гандалауға, ғаиләлә мөнәсәбәттәрҙе аһәңләштереүгә йүнәлтелгән сара үҙәктәре эшмәкәрлеген көсәйтеүҙе һораны.



Вернуться назад