Хашим Мостаев башҡорт бейеүселәренә Европаға юл асты. “Рәсәй” медиаүҙәгендә Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ветерандары ошо хаҡта белдерҙе. Матбуғат конференцияһы күренекле артист һәм балетмейстер Хашим Мостаевтың тыуыуына
100 йыл тулыуға арналды.– Беҙҙең тәүге сәйәхәтебеҙ 1973 йылда Италияға булды, һуңынан Италия, Испания һәм башҡа илдәр. Шунан һуң коллектив күтәрелеп китте. Франциянан һуң беҙ шунда уҡ Мәскәүгә иң яҡшы коллективтар сығыш яһаған “Русская зима” фестиваленә саҡырыу алдыҡ, – тине ветерандар.
Хашим Мостаев 1970 – 1974 йылдарҙа – Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, 1995 – 2013 йылдарҙа балетмейстер һәм консультант була. Танылған артистар уның тормошо һәм ижады хаҡында бер туҡтауһыҙ һөйләргә әҙер. Легендаға әйләнгән хәл-ваҡиғаларҙан тыш, ғәскәровсылар Хашим Мостаевтың эшмәкәрлегендәге төп мәлдәрҙе билдәләне.
– 1978 йылда барлыҡ дәүләт ансамблдәре конкурсында беренсе урынды яуланыҡ, ә ул һалған “Ҡумыҙ менән бейеү” стилләштерелгән иң яҡшы халыҡ бейеүе өсөн махсус призға лайыҡ булды. Ә конкурстың рәйесе легендар Моисеев ине, — тине Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Гүзәл Абсаттарова.
Хашим Мостаевтың бер быуатлыҡ юбилейына арналған йыл данлыҡлы коллективтың уның тыуған төйәгендә, Кушнаренко районының Ҡаҙарма ауылында, сығыш яһауынан башланды, тип хәбәр итте баш балетмейстер, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов. Йыл дауамында иҫтәлекле ваҡиға уңайынан байтаҡ саралар уҙғарыу ҡаралған, ансамбль репертуарында Хашим Мостаев ҡуйған композициялар тергеҙелгән, ҙур Хәтер кисәһе иһә декабрҙә үткәреләсәк.
Осрашыу барышында Ф. Ғәскәров исемендәге ансамбль музейында Хашим Мостаевҡа арналған мөйөш булдырыу идеяһы тикшерелде. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рим Әбделмәнов һүҙҙәренсә, скульптор Хәниф Хәбибрахманов балетмейстер иҫән саҡта уҡ һынын яһаған, ошо бюст та музей экспонаттары араһында үҙ урынын табыр.
Хашим Мостаев (1918 – 2015) – балет артисы, педагог-балетмейстер, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, М. Ғафури исемендәге республика премияһы лауреаты, профессиональ балет сәнғәтенә һәм башҡорт халыҡ хореографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Ленинград хореография училищеһын тамамлаған, С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театрында эшләгән. Ф. Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә “Ҡумыҙ менән бейеү”, “Ирәндек”, “Азамат”, “Бөрйән ҡыҙҙары”, “Сәскә атыусы ҡурай”, “Башҡорт вальсы” һәм башҡа бейеүҙәр ҡуйған.