Тәнзилә Үҙәнбаева исемендәге приз булдырылды27.02.2018
Тәнзилә Үҙәнбаева исемендәге приз булдырылдыТәнзилә Үҙәнбаеваның үҙенсәлекле тауышын башҡаларҙыҡы менән бутау мөмкин түгел. Йырсының уңышы уның ниндәй йыр һайлауынан да башланалыр. Ҡайһы берәүҙәр был эшкә еңелсә ҡарай: йыр һүҙҙәренең мәғәнәһенә ҡолаҡ һалмай, үҙенең башҡарыу мөмкинлектәрен дә иҫәпкә алмай, йыр көйөнөң тыңлаусылар зауығына хуш килеү-килмәүе хаҡында ла уйлап тормай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәш башҡарыусылар араһында күп ундайҙар. Шуға ла йырҙарын да үҙҙәренән башҡа бер кем дә отоп алырға, йырлап йөрөргә ашыҡмай. Бындай йырҙар тамашасыларҙа эстән генә көйөнөп ултырыуҙан башҡа хис-тойғо уятмай.
Тәнзилә Хәмит ҡыҙы халыҡ йырҙарының күбеһен гастролдәрҙә йөрөгәндә, ҡиммәтле ынйыларҙай күреп, урындағы һәүәҫкәр йырсыларҙан өйрәнде. Айҙар буйы күңеле аша үткәреп, матурлай, йәнләндерә, яңы төҫтәр, өндәр өҫтәй, тауышына яраҡлаштыра, тулыһынса өлгөрөп, бешеп еткәс кенә, уларға илһам ҡанаттары ҡуйып, сәхнәнән тамашасыларға осора.



Йыр-моңға маһирлыҡ сере

Тәнзилә Үҙәнбаева сәхнәгә сыҡһа, уның алсаҡлығынан донъялар иркенәйеп, ауырлыҡтар онотолоп киткәндәй була.
“Мин – һеҙҙеке, ҡәҙерле тамашасыларым!” тип әйткәндәй уның йылмайыуы, һәр хәрәкәте, моңло тауышы, хатта күлдәк-костюмдары, биҙәүестәре менән прическаһы. “Йырҙарым да, изге теләктәрем дә – һеҙгә, рәхим итеп ҡабул итегеҙ!” Һағышландыра ла, һоҡландыра ла, дәртләндерә лә, уйландыра ла халыҡ йырсыһының ижад емештәре. Сәнғәттең төп маҡсаты ла ошо түгелме ни!
Тәнзилә Бөйөк Ватан һуғышы яугире Хәмит Ҡотләхмәт улы менән Рауза Мөхәммәтғәли ҡыҙының йыр-моң һөйөүсе күмәк, уңған ғаиләһендә тыуып үҫә.
Төҫкә-башҡа үтә лә сибәр Рауза апай аш-һыу әҙерләгәндә лә, ҡул эштәре менән булғанда ла йырлап йөрөй. Уның моңло, аһәңле тауышы балаларының һәр күҙәнәгенә һеңеп ҡалғандыр, моғайын.
Йырсының тормош юлдашы, ғәҙәттә, гармунсы була. Хәмит ағай ҙа – гармунсы. “Саратов” гармун моңона уралып, йырлап-бейеп үҫә балалар.
...Күренекле йырсының ижад юлы ла, әлбиттә, бала саҡтан башланып китә. Бына ул тулҡынланып торған ҡара сәсле, янып торған ҡара күҙле, терегөмөш һымаҡ тиктормаҫ ҡыҙыҡай ялан аяҡтары менән бүрәнә өйөмөнә баҫып, әсәһенән отҡан халыҡ йырҙарын һәм шул саҡтағы популяр эстрада йырҙарын йырлай. Тирә-яҡтан ауылдаштары йыйылып китә, “Күҙ теймәһен инде был балаға, бигерәк моңло тауышлы икән дә, әсәһенә оҡшап” йәки “Тәнзилә артистка булыр”... Был һүҙҙәр кескәй йырсының күңеленә май булып ята. “Йырсы булам!” тигән теләгенә ышаныс уята.
Ярай әле өйҙә иҫке булһа ла патефондары бар. Атаһы Мәләүезгә, Өфөгә барған һайын яңы пластинкалар алып ҡайта. Мәғәфүр Хисмәтуллин, Фәриҙә Ҡудашева, 3ифа Басирова, Гөлсөм Сөләймәнова, Әсмә Шайморатова йырҙарын иҫе китеп, иләҫләнеп тыңлай ҡыҙыҡай. Кескәй йөрәге күкрәгенән атылып сығырҙай булып талпына башлай, ҡанатлы хыялдары Өфөгә, ҙур сәхнәләргә, ошо тылсымлы йыр пластинкалары яҙа торған йыраҡ ерҙәргә осортоп алып китә.
Тәүге тапҡыр 1964 йылда уҡытыусыһы Маһрый Юрҡаева алып сыға уны сәхнәгә. Бүрәнә башында йырлау – бер, сәхнәгә күтәрелеү – бөтөнләй башҡа: оялсан ҡыҙыҡай оҙаҡ ваҡыт ризалыҡ бирмәй. Заманында әсәһен, әле үҙен уҡытҡан яратҡан педагогының тәҡдимен кире ҡаға алмаған өсөн генә яңы өйрәнгән “Зөлхизә” йырын башҡара ул. Тыңлаусылар “аһ” итә. Кескәй генә ҡыҙ танылған сәхнә йондоҙҙарының да байтағы йырларға баҙнат итмәгән ҡатмарлы халыҡ йырын үҙәктәргә үтерлек итеп йырлап торһон әле!
Сәхнәлә тәүге сирҡаныс алыу йырсы ҡыҙыҡайҙы дәртләндереп ебәрә һәм мәктәп, ҙурыраҡ район саралары Тәнзиләһеҙ үтмәй башлай.
Тәүҙә бейеүсе булараҡ таныла Тәнзилә. “Йырсы кеше бәхетһеҙ була”, – тигән һүҙҙәргә ышанып, сәхнәлә йырламаҫҡа тырыша. Ләкин һандуғасты һайрауҙан тыйып булмаған кеүек, күңелендә йыр талпынған кеше йырламайынса тора алмай. Сәхнә Тәнзиләгә бер-бер артлы еңеүҙәр ҙә алып килә: 1970 йылда район буйынса уҙғарылған йыр фестивалендә лауреат исеменә лайыҡ була. “Мәктәп линейкаһында Почет грамотаһын алырға саҡырылғас, мин оялышымдан урынымдан да ҡуҙғала алмай тик торам. “Мөхәмәт тауға килмәһә, тау үҙе Мөхәмәткә бара”, – тип шаяртып, директор ағай үҙе минең янға килеп тапшырҙы”, – тип хәтерләй йырсы бөгөн ул минуттарҙы.

Түбәһе күккә тейгән мәлдәр

Комсомолдың өлкә комитеты һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы уҙғарған “Йыр беҙгә йәшәргә һәм төҙөргә ярҙам итә” тигән республика йыр фестивалендә еңеп сыға Мәләүез ҡыҙы һәм, мәктәпте тамамлағас, сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға саҡырыла. Түбәһе күккә тейгән йәш йырсы бындай мөмкинлекте нисек ҡулдан ысҡындырһын! Изге хыялдарының тормошҡа аша башлауы лабаһа ул! Тик ҡурҡыта бит әле: ябай ауыл ҡыҙы шул илаһи, юғары урында уҡый алырмы! Икеләнгән мәлдәрендә Әлфиә Афзалова, Мәғфирә Ғәлиева кеүек сәхнә оҫталарының үҙе һымаҡ уҡ ауыл ҡыҙҙары булыуын, етемлектә үҫеп тә, шундай юғары үрҙәр яулауҙарын иҫкә төшөрөп, тыныслана төшә. “Тырышһам, мин дә булдыра алырмын әле”, – тип үҙен йыуата.
1971 йыл. Өфө. Сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә имтихандар бара. Яңы ғына республика конкурсы лауреаты булған Тәнзиләгә айырыуса иғтибар, талапсанлыҡ көслө. Һынатмаҫҡа, был уҡыу йортона саҡырып килтереүселәрҙең өмөтөн аҡларға тырыша буласаҡ йырсы. Заһир Исмәғилевтең Яҡуп Ҡолмой һүҙҙәренә яҙған “Былбылым”ды, халыҡ йыры “Сәлимәкәй”ҙе йырлап күрһәтә. Ҡабул итеүселәргә һәйбәт тәьҫир ҡалдырғанын белә ул, шуға күрә шатлығынан ауылына нисек ҡайтып етеүен дә хәтерләмәй. Шатланмаҫлыҡмы ни: Өфөлә уҡыясаҡ бит ул хәҙер, профессиональ йырсы буласаҡ! Ата-әсәһе лә ҡаршы түгел: “Ярай, балам, үҙеңә оҡшағас, уҡы әйҙә!” – тиҙәр.
Илай-илай, туғандар, ауыл менән хушлашыуҙар... Ҡурҡа-ҡурҡа тәүге дәрескә әҙерләнеүҙәр... Бөтәһе лә ғүмер миҙгелдәренең яҡты бер һағышы булып иҫтә ҡалған.
Тик Өфө ҡолас йәйеп ҡаршыламай уны. Тормош ауырлыҡтары ғаиләнән айырылғас башлана икән ул. Унда ата-әсәң ел-ямғыр тейҙермәй, күбеһенсә уларҙың ҡушҡанын ғына эшләйһең, кәңәшләшәһең, иртәгә ни ашармын тип борсолмайһың, кәйефең бар саҡта ғына сәхнәгә сығаһың... Ә бында үҙ көнөңдө үҙеңә күрергә тура килә.
Йырлау тигәс тә, уның да серҙәре, ҡанундары бар икән. Сәхнәлә үҙеңде тотоу, тауышыңды дөрөҫ алыу, ноталар белеү... Ошоларҙың һәм профессиональ йыр сәнғәтенең башҡа нескәлектәрен өйрәнеү һәләтле ауыл ҡыҙының бурысына әйләнә. Маҡсатҡа ынтылыу бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңеп сығырға ярҙам итә. Ата-әсә елкәһендә генә йәшәмәҫ өсөн республика балалар дауаханаһында төнгө ҡараусы булып эшләргә лә, иҙән дә йыуырға тура килә уға. Таңдан тороп фортепьяноға сират алырға кәрәк, студенттар күп, ә музыка ҡоралдары һанаулы.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Аэлита Хәйрулла ҡыҙы Чембарисова дүрт йыл буйы Тәнзилә һәм уның төркөмдәштәренең уҡытыусыһы ла, тәрбиәсеһе лә була. Тәнзилә юғары мәҙәниәтле, талапсан педагогын хөрмәт менән хәтерләй.

26 йыл рәттән “Йәдкәр” һандуғасы булып ҡара!

Йәйге каникул көтөп алына. Халыҡсан матур тауышлы йәш ҡыҙҙы йәйге гастролдәргә саҡыра филармонияның ижади коллективтары. “Роза Аҡкучукова, Салауат Дәүләтбаев, Ирек Баҡаев, Рәүилә Хажиевалар менән сыҡҡан тәүге гастролдәремде айырыуса ныҡ һағынам, – ти Тәнзилә Үҙәнбаева, – шул осорҙа башҡарған халыҡ йырҙары “Сәлимәкәй”, “Уйыл”, “Зөлхизә”, Тәлғәт Шәриповтың “Ромашкалар” (Рәсих Ханнанов шиғыры), “Үҙ йондоҙом” (Ҡәҙим Аралбаев шиғыры), Рим Хәсәновтың “Үкенерлек түгел үткәндәр” (Назар Нәжми шиғыры) тигән йырҙары мине тамашасыларыма яҡынайтты. Уларҙың ышанысын яулауҙа булышлыҡ итте, мине оло сәхнәгә сығарҙы”.
Тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән һөйкөмлө, тыйнаҡ артистканы, училищены тамамлағас, филармонияға эшкә килергә өгөтләйҙәр. Ләкин ул сәнғәт институтында уҡып, юғары белем алырға була. “Йырлау өсөн дә шул тиклем оҙаҡ уҡырға кәрәкме икән ни”, – тип ғәжәпләнә ҡайһы бер туғандары. “Институтта күренекле, үҙенсәлекле опера йырсыһы, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы, бик күп күренекле сәнғәт оҫталарын әҙерләгән мәшһүр педагог Баныу Вәлиеванан белем алыуым менән бәхетлемен”, – ти бөгөн Тәнзилә Хәмит ҡыҙы.
Уҡып йөрөгәндә үк республиканың сәнғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша башлай. Тырыш, уҡыуға ла, эшкә лә яуаплы ҡарап өйрәнгән Тәнзилә Үҙәнбаеваға абруйлы ижади делегациялар төркөмөндә Өфөлә, Башҡортостан райондарында ғына түгел, сит яҡтарҙа ла сығыш яһарға рөхсәт ителә.
Xалыҡ йыры “Бөҙрә тал”, “Абдрахман”, “Кәрәлек”, “Тирмән аҫты тәрән һыу”, Заһир Исмәғилевтең “Шәүрә” операһынан Шәүрә, Хөсәйен Әхмәтовтың “Замандаштар” операһынан Бибинур арияларын Мәскәү, Сыуашстан, Ҡарағалпаҡстан, Татарстан, Германия, Чехословакия сәхнәләренән яңғырата. Тәбиғи һәм профессиональ талантына өҫтәп ижади тырышлығы, һәр сығышҡа яуаплы ҡарауы, коллегалары һәм тамашасылар менән уртаҡ тел таба белеүе, ябайлығы һәм матурлығы уны институт бөткәнсе үк халыҡ яратҡан сәхнә йондоҙона әүерелдерә.
Күренекле режиссер Фәтих Иҡсановтың фольклор-эстрада ансамбле “Йәдкәр”ҙе ойоштороу осоро Тәнзилә институт бөткән саҡҡа тура килә.
1985 йылда уҡ, эшләй башлауына биш йыл тигәндә, йәш ансамбль, Мәскәүҙә уҙғарылған Бөтә донъя йәштәр фестивалендә сығыш яһап, ҙур уңыштарға өлгәшә. Мәҙәниәтебеҙ тарихына инеп ҡалған “Йәдкәр”ҙе мәшһүр йырсыларыбыҙ Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәүлетбай Ғәйнетдинов һәм Ғәли Хәмзиндан башҡа күҙ алдына ла килтерерлек түгел. Улар 26 йыл буйы ансамблдең ядроһы булып ҡалды. Ижади ғүмерҙәре лә, ҡаҙаныштары ла, профессиональ үҫештәре лә ошо коллектив менән бәйле.

Автобус тәгәрмәсенең ысҡынып түбән тәгәрәгәне

“Аманат”, “Халҡым йыры – моң-шишмәһе”, “Халҡыма хат”, “Тере хәтер – тере һыу”, “Урал тау күкрәгендә” һәм башҡа махсус программалар менән Башҡортостандың бөтә райондарын, Силәбе, Ырымбур, Төмән, Ҡурған, Екатеринбург, Татарстан, Мәскәү, Себер һәм Рәсәйҙең башҡа бик күп төбәктәрендә йәшәүсе тамашасыларҙы һоҡландырҙы “Йәдкәр”селәр.
Абруйлы ансамблдә заманында Миңнәхмәт Ғәйнетдинов, Йәүҙәт Бикбирҙин, Миңлеғәли Ханов, Рәмил Ғәйзуллин, Әлфирә Сафиуллина, Юлай Үҙәнбаев кеүек сәнғәт оҫталары эшләп китте, уның ижади ҡаҙаныштарға өлгәшеүенә мәшһүр ҡурайсыларыбыҙ Азат Айытҡолов менән Ишморат Илбәков һәм популяр ҡурайсы Рушан Биктимеров, йырсылар Венера Рәхмәтуллина, Хима Йәнбирҙина, Харис Шәрипов, Рима Амангилдина, Юлай Муллаянов, Сулпан Кейекбирҙина һәм Ләйсән Сәлимгәрәевалар ҙур өлөш индерҙе.
Оҙон юлдарҙа ҡыҙыҡлы хәлдәр менән бергә ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә ҡалған саҡтар ҙа булғылай. Бына бер миҫал: “80-се йылдар уртаһында “Йәдкәр” төркөмө Силәбе яҡтарына юл тота. Сентябрь аҙаҡтары. Ямғыр бер яуа, бер тыма. Юл тайғаҡ, бысраҡ. Шулай булһа ла, тәбиғәт матур, алтын көҙ бит. Тирә-яҡҡа һоҡланып ҡарап, һәр кем үҙ уйҙарына бирелеп, иҫке генә автобуста һелкенә-һелкенә, Салауат районының бер үрен артылғанда, ҡурайсы Ишморат Илбәков ҡапыл ҡысҡырып ебәрә: “Ҡарағыҙ әле, ана, бер машина тәгәрмәсе тәгәрәп төшөп бара!” Автобус туҡтай. Ни күрәләр: был үҙҙәренең автобусының бер тәгәрмәсе ысҡынып, түбәнгә елдерә икән. Бәхеттәренә күрә, ярай әле автобус түңкәрелмәгән. Тау түбәненә төшкәндә булһа был хәл, эштең нимә менән бөтөрөн күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын”.
Администратор Фәрит Шәйхетдинов (ауыр тупрағы еңел булһын) икенсе машинаны туҡтатып, район үҙәгенә ярҙам һорарға китә. Автобусты ҡунаҡхана алдына ҡуялар. Ул саҡтағы район етәксеһе Өфөнән белгестәр саҡырып, автобусты төҙәткәс: “Күрәһегеҙме, машинағыҙҙың беҙҙең районда туҡталғыһы килгән, шуға күрә ватылған да. Өс көн концерт ҡуймайынса ебәрмәйбеҙ”, – ти. Нишләһендәр, ҡуялар инде. Ул арала Силәбенән дә шылтыраталар: “Һеҙҙе юғалттыҡ, халыҡ көтә бит”, – тиҙәр. “Йәдкәр”ҙең һуңғы йылдарында Тәнзилә Хәмит ҡыҙы был фольклор-эстрада ансамбленең етәксеһе-продюсеры вазифаһын башҡара.
Тоғролоҡ... Тәнзилә Үҙәнбаеваның төп сифаттарының береһе ул. Ғүмере буйы бер ансамблдә ижади хеҙмәт итеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәп эшләгән хеҙмәттәштәре араһында ҙур абруй ҡаҙанған кеше ул Тәнзилә Хәмит ҡыҙы. Шуға ла 1987–1991 йылдарҙа Өфө ҡала советы депутаты булды, аҙаҡ 300-ҙән ашыу кешене берләштергән профсоюз ойошмаһында рәйес вазифаһын башҡарҙы. Эскерһеҙ ярҙамсыллығы, ихласлығы өсөн дә яҡын ул дуҫтарына. Бер ваҡытта ла ғәйбәт һөйләмәҫ, кеше уңыштарына көнләшмәҫ, тәнҡит, тәҡдимдәрҙе лә килештереп, еренә еткереп әйтә белер...
Туғандарына ярҙамсыллығы бик күптәргә өлгө булырлыҡ. Үҙенән саҡ ҡына кесерәк Флүрә һеңлеһенең дә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурс лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡустыһы Юлай Үҙәнбаевтың популяр композитор булыуында, икеһенең дә балаларының сәнғәт юлынан китеүендә Тәнзилә апайҙарының роле бик ҙур. Берҙән, уларға күренекле йырсы булараҡ юл ярһа, икенсенән, фәһемле кәңәштәре һөнәр һайлауҙа этәргес сәбәп була.
Тәнзилә Үҙәнбаева әле ижадының емеш бирер осорон кисерә. Күпме ижад кисәләрен гөрләтеп уҙғарҙы йырсы, уларҙы сәхнәлә генә түгел, телевидение тулҡындары аша ла меңдәрсә кеше ҡарап һоҡланды.
...Үҙәктәрҙе өҙөп, йөрәктәрҙе илһамландырып моңло йыр яңғырай. Тәнзилә Үҙәнбаева йыры, уның аһәңле саҡырыу тауышы:
– Бер алманы бишкә бүләйек,
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек...
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Үҙәнбаева әлеге көндә Өфө сәнғәт училищеһында һәм З. Исмәғилев исемендәге сәнғәт институтында доцент булараҡ вокалдан уҡыта һәм сәхнәләрҙә сығыш яһай.
Хәҙер инде ун ике йыллыҡ стажы булған тәжрибәле, хөрмәтле педагогтың уҡытып сығарған йәш йырсылары мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, республикала даими уҙғарылған йыр фестивалдәрендә, конкурстарында призлы урындар яулай. Рәсәйҙә лә киң билдәле, мәртәбәле “Ирәндек моңдары”, “Оҙон көй” кеүек сараларҙа үҙе лә баһалама ағзаһы булып ҡатнашҡаны бар.
– Педагоглыҡ эше еңел түгел, көн буйы студенттар менән эшләү хәлде ала. Шулай ҙа әлегә тиклем сәхнәлә генә йырлап йөрөгән йырҙарымды яҙҙырып ҡалырға теләгем ҙур. Йыр-моң һөйөүселәр һорап ҡына ҡалмай, талап итә башланы хәҙер, яңы концерт программалары әҙерләүҙе лә күҙ уңында тотам, – ти йырсы.
Күптән түгел күренекле артисткабыҙ тормошонда тағы ла бер ҡыуаныслы ваҡиға булды. Ошо йылдың 16 фев­ралендә Мәләүез ҡалаһының сәнғәт һәм мәҙәниәт һарайында Тәнзилә Үҙәнбаева исемендәге призға асыҡ йыр конкурсы уҙғарылды. Унда Мәләүездән генә түгел, башҡа райондарҙан да моңло йырсылар килеп сығыш яһаны.
Мәшһүр йырсыларыбыҙ Мәғфирә Ғәлиева менән Сөләймән Абдуллин исемендәге приздарға конкурсты ейәнсуралар сәхнә оҫталары иҫән саҡта уҡ башлап ебәргәйне. Ул йыл һайын ҡабатлап торҙо һәм үҙ исемдәрендәге бүләкте йырсылар еңеүселәргә үҙҙәре тапшырҙы. Был традиция йырсыларҙың вафатынан һуң да дауам итә.
Башҡортостан һандуғасы Тәнзилә Үҙәнбаеваны хөрмәтләп яҡташтары ойошторған был сара ла ғүмерле булыр, тип ышанабыҙ.



Вернуться назад