Тәбиғәт кешеһеҙ йәшәй ала, кеше тәбиғәтһеҙ – юҡ27.02.2018
Тәбиғәт кешеһеҙ йәшәй ала, кеше тәбиғәтһеҙ – юҡБашҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының былтырғы “Экология һәм айырым һаҡланыусы биләмәләр йылы”на йомғаҡ яһауға арналған матбуғат конференцияһы уҙғарыуы тураһында беҙ алдағы һандарҙың береһендә хәбәр иткәйнек инде. Тәбиғәтте һаҡлау кешенең мөҡәддәс бурысы булыуы – бер хәл, ул ошо мөхитте кешенең үҙенән һаҡларға тейеш... Беҙҙең республикала экологик хәлде нисек баһаларға мөмкин?


Халыҡ дөрөҫ мәғлүмәткә мохтаж

Күптән түгел “Йома” телеканалында Индонезияның баш ҡалаһы Джакартаны күрһәткәйнеләр. Халҡы 20 миллиондан ашҡан был мегаполис аша аҡҡан киң генә йылға сүп-сарға күмелгән. Хатта был ташландыҡ әйберҙәргә баҫып, бәүелә-бәүелә булһа ла, икенсе ярға сығырға мөмкин! Байтаҡ кеше, йылғанан көнкүреш кәрәк-ярағын һөҙөп алып, йүнәтеп, баҙарҙа һатыу менән дә кәсеп итә икән. Сүп өйөмдәре араһында балалар уйнап ултырғаны ла күҙгә салына. Ҡалала хатта ғинуар айында ла уртаса температура 26 градус булыуын иҫәпкә алһаҡ, бындағы халыҡтың йоғошло ауырыуҙарҙан нисек һаҡлана алыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын...
Былар барыһы ла министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте ойошторған әлеге конференцияла иҫкә төштө. Унда һүҙ йыл һөҙөмтәһе тураһында ғына түгел, ә был ойошманың күп йүнәлешле эшмәкәрлеге һәм кешенең тәбиғәт менән мөнәсәбәте хаҡында ла барҙы бит.
– Экология йылы барлыҡ йәмәғәтселек өсөн һәр яҡтан да мөһим булды, һәм беҙҙең бурыс – тирә-яҡ мөхиттең бөгөнгө хәле һәм ниндәй саралар күрелеүе тураһында халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт биреп тороу, – тине министр Илдар Һаҙыев. – Был мәғлүмәтте үҙен экология буйынса иң ҙур белгес итеп танытҡан төрлө сәйәс­мәндәрҙән түгел, ә тап беҙҙең министрлыҡ аша алыу маҡсатҡа ярашлыраҡ. Юғиһә экологияның торошо хаҡында ниндәй генә мәғлүмәт уҡымайһың. Халыҡ дөрөҫ мәғлүмәткә мохтаж. Республиканың экологик сәйәсәте юҡ тип тә яҙалар. Башҡортостандың экологик сәйәсәте булмауы мөмкин дә түгел.
Бер йыл эсендә, тәбиғи, экологик проб­лемаларҙы аҙағынаса хәл итеп бөтөрөү мөмкин түгел. Шулай ҙа республиканың һәм Өфө ҡалаһының тирә-яҡ мөхиттең иң ныҡ насарайыуы буйынса илдең 15 экстремаль ҡалаһы иҫәбенә инмәй һәм бер ҡасан да, хатта киң билдәле булған “фенол тарихы” дәүерендә лә инмәне. Был үҙе үк әлеге сәйәсәттең әүҙемлеге һүрелмәүен раҫлай. Тәбиғәт ҡурсаулыҡ­тары ойошторолоуы, Ирәмәлде һәм Торатауҙы дәүләт власы кимәлендә яҡлап сығыу, ә заманында хатта “атом электр станцияларына ҡаршы” марш-протестар ойошторолоуы йәмәғәтселектең дә туған тәбиғәтте һаҡлауҙа әүҙем ҡатнашыуы тураһында һөйләй.
Әлеге “фенол тарихы” ла, “Кроношпан” да – бөтәһе лә экология өсөн көрәштә тәжрибә тупларға ярҙам итте, күп йүнәлештә һабаҡ бирҙе тип әйтергә лә нигеҙ бар. Бер яҡ – йәмәғәтселек – тирә-яҡ мөхиттең таҙалығын контролдә тоторға күпмелер дәрәжәлә әҙер булыуын күрһәтһә (Торатау тарихын ғына ла иҫкә алайыҡ), икенсе яҡ – ҙур эшҡыуарлыҡ предприятиелары – етештереү барышында тәбиғәтте бысратмаған технологиялар ҡулланырға өйрәнә.

Хәүеф тыуҙырыусылар – 147

Матбуғат конференцияһында тәүге һорау “Башҡортостан” гәзите исеменән бирелде: “Экология аҡрынлап насарая бара һәм быны туҡтатыуы мөмкин дә түгел, шуға күрә экологтарҙың һәм йәмәғәтселектең бурысы – был процестың тиҙлеген кәметеү” тигән һүҙҙәрҙе хәҙер йыш ишетәбеҙ. Һеҙҙең ошо төшөнкө фекергә ҡарашығыҙ ниндәй?
– Әлбиттә, беҙ сәнәғәт предприятиелары һәм транспорт күп тупланған, экологик көсөргәнешлек артҡандан-арта барған заманда йәшәйбеҙ һәм маҡсатыбыҙ – зарарлы матдәләрҙең һаулыҡҡа зыян килтерерлек кимәлгә етеүенә юл ҡуймау. Был халыҡтың тәбиғи таҙалыҡҡа хоҡуғы менән билдәләнә, – тине Илдар Рим улы был һорауға яуап биргәндә. – Оҙаҡ йылдар илебеҙҙә фәҡәт сәнәғәтте үҫтереү менән мауыҡтылар һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау икенсе сираттағы мәсьәлә тип ҡаралды. Хәҙер теләһә ниндәй иҡтисади проектты башлағанда иң тәүҙә уның экологик яғы тикшерелә, һынау үтә.
Яңы технологиялар, экологик хәлдең мониторингын камиллаштырыу, йәмәғәтселектең һәм контроль органдарының әүҙемлеге – былар барыһы ла тәбиғәттең кеше өсөн зарарлы кимәлгә етеп бысраныуына юл ҡуйылмаясағына ышанысты гарантиялай. Әлбиттә, икенсе яҡтан, контроль һәм күҙәтеү органдарының әүҙемлеге эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә кәртә булырлыҡ дәрәжәгә етергә тейеш түгел, йәғни ул айыҡ аҡылға таянырға бурыслы. Киләсәктә нисек булырын теүәл генә әйтеүе ҡыйын, ләкин әлегә республикала йәшәү мөхите өсөн хәүеф тыуҙырырға һәләтле 147 предприятиеның эшмәкәрлеге даими һәм уңышлы контролдә тотола.

Төбәк операторҙары ҡасан эш башлар?

“Февралдә төбәк операторының һайланасағы тураһындағы мәғлүмәт күптән билдәле. Уның буйынса эш әле нисек бара?” тигән һорауға министр шулай тип яуап бирҙе:
– Былтыр йыл буйы был ҙур эшкә әҙерлек алып барылды, документтар тултырылды, төбәк операторын һайлау өсөн конкурс иғлан ителде. Был оператор ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, ташыу һәм утилләштереү буйынса бөтә яуаплылыҡты үҙ иңенә аласаҡ. Конкурс өсөн шарттарҙы беҙ түгел, ә ҡануниәт билдәләгән. Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә бындай конкурстар үтте һәм уларҙың хаталарын да иҫәпкә аласаҡбыҙ. 1 майға тиклем был оператор менән килешеү төҙөү, коммуналь хеҙмәтләндереү һәм башҡа эштәр өсөн иҫәп-хисап яһау тәртибе билдәләнәсәк.
Башҡортостандағы был конкурста ҡатнашырға теләк белдереүселәр күп, һәм был шуның менән аңлатыла: ҡалдыҡтарҙы күмеү буйынса полигондар дәүләт иҫәбенә булдырылды, йәғни тулы күләмдә финансланды. Ә эшҡыуарлыҡ, беҙҙең республика һәм башҡа төбәктәрҙән күренеүенсә, был эшкә сығымдар түгергә ҡабаланмай. Ә әҙер полигондарҙа сүп-сарҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү дәүләттең хосуси предприятиелар менән хеҙмәттәшлеге нигеҙендә барырға тейеш.
Республика райондары һәм ҡалаларында был эш сағыштырмаса еңел барыр, Өфөлә генә ҙур иғтибар талап итер тип күҙаллана, сөнки мегаполистарҙа көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу ҡатмарлы бурыс булып тора. Шулай ҙа әгәр: “Республикала артабан сүп-сарҙы яндырмаясаҡтар”, – тип белдерәбеҙ икән, тимәк, юҡҡа түгел, сөнки ҡалдыҡтарҙы эшкәртерлек технологияларыбыҙ ҙа хәҙер байтаҡ. Тулыһынса эшкәртеү, алдынғы илдәр тәжрибәһе күрһәтеүенсә, килеп сыҡмай, ләкин, һәр хәлдә, сүптең бик аҙ өлөшө генә ергә күмеләсәк.
Өфөлә ҙур полигон төҙөлә тиҙәр...

Ҡалдыҡтар йыйыу буйынса яңы полигон­дың кәрәк булыу-булмауы тураһындағы бәхәс көн үҙәгенән төшмәй. Был объекттың экологик хәлде насарайтыу ихтималлығы тураһындағы фекерҙәрҙе лә ишетергә тура килә, ләкин сүп-сарҙы ла ҡайҙалыр ҡуйырға кәрәк бит. Миллиондан ашыу халыҡ йәшәгән ҡалала төҙөләсәк ҙур полигон күп кенә инвесторҙарҙы йәлеп итә. Быға саҡлы булғаны заман талаптарына тулыһынса яуап бирә алмай, ә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү өсөн яңы майҙан хәҙерге технологияларға ҡороласаҡ. Әлегә уның урыны билдәлән­мәгән, хатта ҡаланан ситтәрәк тә булыуы ихтимал. Был мәсьәлә буйынса һуңғы һүҙҙе инвестор менән төбәк операторы әйтәсәк. Шулай ҙа, ҡаланы планлаштырыу буйынса белгестәр раҫлауынса, иң ҡулайлы урын – халыҡ күнеккән ер. Ләкин был осраҡта (йәғни яңы объект халыҡ йәшәгән урында булһа) полигондың проекты экологтар тарафынан ғына түгел, ә ғилми нигеҙҙә лә өйрәнелергә һәм тейешле кимәлдә раҫланырға тейеш. Әлегә проект Өфө ҡала хакимиәте ҡарауында.

Төп бысратыусылар нисек таҙартырға ла белә


– Экологияның ниндәй хәлдә булыуына эре компаниялар төп йоғонто яһайҙыр, моғайын. Халыҡта ла был фекер нығынған. Ҡайҙалыр һыу йәки һауа бысраныуы асыҡланһа, шунда уҡ нефть йәки газ компанияларын ғәйепләй башлайбыҙ. Уҙған йыл ошондай ҙур компаниялар менән мөнәсәбәт нисек булды – берлектәге проекттар булдымы, бындай предприятиелар тирә-яҡ мөхиттең таҙалығын күҙәтеүҙә проблемалар тыуҙырманымы йәки, киреһенсә, уртаҡ фекергә һәм хеҙмәттәшлеккә алып килгән килешеүҙәр ҙә булғандыр?
– Халыҡҡа дөрөҫ мәғлүмәт биреп тороу тигәндә, был тәүге сиратта экологтарҙың эре компаниялар менән мөнәсәбәте күҙ уңында тотола, – тине министр, ошо һорауға яуап биреп. – Бындай коллективтарҙың директорҙар советы алдағы иҡтисади үҫеште билдәләгәндә үҙҙәренең тәбиғәтте иң ныҡ бысратыусылар икәнен онотмай. Элегерәк иғтибарҙан төшөп ҡалған осраҡтары ла йыш булды, ләкин заман үҙгәрә, технологиялар камиллаша. Әгәр ҙә былтыр экологик сәйәсәтте әүҙемләштерергә ярҙам иткән өс проект федераль кимәлдә танылыу тапһа, быйыл улар һигеҙгә етте. Төп ҡатнашыусылар – “Башнефть” менән “Газпромнефтехим Салауат” компаниялары.
Был проекттарға 28 миллиард һум йүнәлтеү ҡаралған. Проекттың ыңғай һөҙөмтә биреренә шик юҡ, һәм был осраҡта ошо предприятиеларҙың 50 миллион кубометрлыҡ ташландығында тәбиғәткә зарар килтергән матдәләр бер миллион тоннанан ашырға тейеш түгел, йәғни уны таҙартыу һәм эшкәртеү еңелерәк буласаҡ. Ташландыҡтарҙы кәметеү һәм зарарһыҙландырыу буйынса саралар – ошо предприятиеларҙың ҙур ҡаҙанышы, һәм был йүнәлештә улар йылдан-йыл уңышлыраҡ эш итә. Һөҙөмтәлә һуңғы ун йылда беҙ һыу сығанаҡтарының норманан тыш бысраныуын күрмәйбеҙ. Һыу, талап ителгәнсә, өсөнсө һәм дүртенсе класс таҙалығы талаптарына яуап бирә.
Һыуҙы бысратыусылар араһында, һис шикһеҙ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты ла күрһәтмәй булмай. Уларҙың ташландыҡ күләме, әлеге компаниялар менән сағыш­тырғанда, тиҫтәләрсә тапҡырға “ҡалыша”, ләкин коммуналь предприятиеларҙың таҙартыу ҡоролмаларын яҡшыртаһы, заманса кимәлгә күтәрәһе бар әле. “Был осраҡта һуңғы тиҫтә йыл самаһында барлыҡҡа килгән заманса ҡасабаларҙың таҙартыу ҡоролмаларын, улар ҡулланған технологияларҙы өлгө итеп ҡуйырға мөмкин”, – ти экологтар.

Һыу ғына етмәй,
һауа ла саф булһын


Атмосфера һауаһының таҙалығын күҙәтеүгә килгәндә, был тәңгәлдә хәл ҡатмарлы тип баһалана.
– Бында ҡануниәтселәрҙең һауа торошон күҙәтеүҙе үҙәкләштереү тураһында ҡарар ҡабул итеүе өмөт уята, – ти министр. – Әлегә саҡлы был мониторинг өс кимәлдә барҙы: “Росгидромет” нигеҙендәге дәүләт күҙәтеүе, ведомстволарҙың станциялары һәм нефть-газ компаниялары үлсәгестәре. Беҙ Рәсәйҙең Тәбиғәтте һаҡлау министрлығына күптән инде ошо станцияларҙы берҙәм системаға ҡушырға тәҡдим итәбеҙ. Беҙҙең был теләктәрҙе ишеттеләр, иҫәпкә алдылар, тимәк. Яңы законға министрлыҡтың дәүләт аналитик контроль идаралығы әҙерләгән тәҡдимдәр ҙә бойомға ашты. Был күҙәтеү пункттары, ниһайәт, берҙәм системала эшләй башлай.
Һауа сифатын күҙәтеүҙе яҡшыртыу маҡсатында министрлыҡтың башланғысы менән Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә һәм Салауат ҡалаһында ҡуйыласаҡ ике станция проектланған һәм күптән түгел ҡоролған. Быйыл тағы икәүһен проектлар­ға уйлайҙар. Станцияларҙың күп булыуы үҙмаҡсат түгел, уларҙың бер нисәүһенең дә аныҡ мәғлүмәт биреп тороуы хәлде баһаларға ярҙам итә ала икән.

Экологик туризм
ысын маҡсатмы?


– Беҙ экологик туризм тураһында күп һөйләйбеҙ һәм яҙабыҙ. Башҡортостанда уны үҫтереүҙең киләсәге бармы?
– Башҡортостан экологик туризмды үҫтереү буйынса илдең алдынғы төбәк­тәренең береһе иҫәпләнә. Беҙҙең республика, билдәле булыуынса, Европа менән Азия араһында урынлашҡан һәм уның үҙенсәлекле тәбиғәте күптәрҙе йәлеп итә, шул иҫәптән экологик туризм өсөн шарттар бар, – тине министр урынбаҫары Илдус Яхин. – Сит яҡтарҙан килгән кешеләргә күрһәтерлек тәбиғәт ҡомартҡы­лары ла етерлек, дүрт тәбиғи парк, 27 заказник бар. Әлбиттә, шарттарҙы заманға яраҡлаштырыу өсөн эшләйһе лә эшләйһе әле, уларҙы донъя кимәлендә танытыу маҡсатындағы реклама ла бөгөн әүҙем бара тип булмай, бигерәк тә хәүефһеҙлек мәсьәләһе иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел.
Был йәһәттән Илдус Рафаҡ улы Ирәмәлдәге фажиғәне – ҡыш үҫмер ҡыҙҙың туңып үлеүен – телгә алды. Ул кәрәкле ярҙамды ла саҡыра алмаған, сөнки ул саҡта кәрәҙле элемтә эшләмәй ине. Былтыр ул мәсьәлә лә хәл ителде, йәғни “МТС” һәм “Мегафон” оператор­ҙарының элемтәһе бар. Күптән түгел Шүлгәнташ мәмерйәһе янында ла ошондай элемтә булдырылды. Ә ҡалаларға яҡын булған Асылыкүл, Ҡандракүл биләмәләрендә ул электән көйләнгән.

Ғәрәсәт булһа,
бәрәкәт юғалыр

Йыл һайын республиканың власть органдары, муниципаль ойошмалар Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм башҡалар менән бергә алдан уҡ яҙғы ташҡынды ҡаршыларға әҙерләнә. Был эш экологтар өсөн дә мәшәҡәтле йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Быйылғы яҙ хәл нисек булыр? Ошо һорауға министр урынбаҫары Виталий Тюр яуап бирҙе:
– Быйылғы ҡышты, күрәһегеҙ, ҡарһыҙ тип әйтергә мөмкин, шулай ҙа әҙерлек йыл­дағыса бара, оҙаҡламай ташҡынға ҡаршы комиссияның тәүге ултырышы үткәре­лә­сәк. Ташҡындың нисек буласағын күҙал­лау, билдәле булыуынса, “Башгидромет”ҡа йөкмәтелгән, тәүге прогнозды ул, ғәҙәттә, 25 мартта әҙерләп бирә. Ә бөгөнгә шундай мәғлүмәт билдәле: Дим һәм Ҡариҙел йыл­ғалары үҙәнендә, Нөгөш һыу һаҡла­ғы­сында ҡар норманың 30 процентын ғына тәшкил итә. Тауҙарҙа ла ҡар юҡ дәрә­жәһендә. Бик хәүефләндерерлек һандар.
Тупраҡтың туңыу тәрәнлеге лә норманан һайыраҡ. Фәҡәт Урал аръяғы райондарында ғына был күрһәткес метр ярымға етә икән, сөнки ул тарафта ҡаты һауыҡтар булып алды. Йомағужа, Нөгөш һәм Павловка һыу һаҡлағыстарының яҙ нисек эшләйәсәге лә аныҡ ҡына билдәле түгел, ә улар Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғаларында һыуҙың секундына 40 кубометр тиҙлектә ағыуын тәьмин итергә бурыслы, сөнки был сәнәғәт предприятиелары һәм коммуналь хужалыҡтарҙың эшмәкәрлеге өсөн кәрәк.
Бигерәк тә Ағиҙелдең Стәрлетамаҡ тапҡырында аҙ һыулы буласағы эколог­тарҙа ҙур борсолоу тыуҙыра. Мәҫәлән, әлеге “Сода” компанияһы йылғаға таш­ландыҡ ағыҙғанда уны ҙурыраҡ күләмдәге һыу менән шыйыҡларға тейеш. Хәҙер март айына өмөт бағлайһы ҡалды. Былтыр ҡыш ҡар күп булғанын бөтәһе лә хәтерләй, яҙғы ташҡындың да көслө булыры көтөлә ине, әммә яҙ һалҡын һәм оҙайлы булды, һөҙөмтәлә ҡар ҙа аҡрынлап ирей һәм ергә һеңә барҙы. Тимәк, һауа торошо буйынса прогноз яһаусыларҙың бөгөнгө мәғлүмәттәрен дә аҙаҡҡы хәҡиҡәт итеп ҡабул итергә кәрәкмәй һәм быны улар үҙҙәре лә белә. Мәскәү өлкәһендә күптән түгел бер тәүлек эсендә ҡарҙың йыллыҡ нормаһы яуыуын иҫәпкә алғанда, тәбиғәт тейешле миҙгелгә ҡарата эшен барыбер башҡарасаҡ.
* * *
Бөтә донъя өсөн иң ҡатмарлы һәм көнүҙәк проблемаларҙың береһе ул экология. Күренекле ғалим Аурелио Печчеи ойошторған “Рим клубы”, тирә-яҡ мөхиттең бысраныу тиҙлеге арта барыуын һәм, эш шулай барһа, алыҫ киләсәктә Ер шарын һәләкәт көтәсәген алдан тоҫмаллап һәм быға юл ҡуймаҫҡа тейешле саралар күреү маҡсатында ойошторолған да инде. Бындай һәләкәт алдында һуғыш-ыҙғыштар һәм төрлө компанияларҙың үҙ-ара ярышыуы үтә ваҡ мәсьәлә булып ҡаласаҡ. Бөтә нәмәнең нигеҙендә иҡтисад ята, тибеҙ. Әммә экология закондарының һәр саҡ иҡтисадтыҡынан өҫтөнөрәк булырға тейешлеге беҙҙең аңға торған һайын тәрәнерә­к үтеп инә.


Вернуться назад