Һәр ерҙең үҙ матурлығы27.02.2018
Һәр ерҙең үҙ матурлығыИхлас һәм дәртле Әбйәлил ветерандары республика, төбәк, район тормошонда ҡайнап йәшәй. Әле бер ярышта, әле икенсе конкурста әбйәлилдәрҙең призлы урын алыуы хаҡында йыш ишетәбеҙ. Быйылғы йылды улар һәр ауыл биләмәһендә булып, урында йәшәгән оло йәштәгеләр менән яҡындан күрешеү, ауылдың иҫтәлекле урындарында булыу, арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы төп маҡсат итеп алған. Республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына ярашлы, һәр ауыл биләмәһендә йәшәүсе матур ғаиләләрҙе тәбрикләү, алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләгән парҙарҙы ҡотлау кеүек саралар ҙа ҡаралған. Район ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев етәкселегендәге һәр ауыл биләмәһе һәм ойошма ветерандар советтары рәйестәре ҡатнашлығындағы делегацияны тәүгеләрҙән булып Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе ҡабул итте.


Райондың ялан зонаһына ҡараған Әлмөхәмәт ауыл биләмәһенә барлығы ун ауыл – Сиҙәм, Северный, Булат, Әлмөхәмәт, МТС, Түбәнге һәм Үрге Әбдрәш ауылдары, Әлмөхәмәт станцияһы, Уральский, Сухое Озеро станцияһы инә. Был төбәккә хас һыҙаттарҙың береһе — игенселек. Заманында районда ғына түгел, республикала киң танылған “миллионер” Урал совхозы ғына үҙе ни торған! Бөгөн күп фермерҙар игенселек һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә.
Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Иҙрис Батыршин әйтеүенсә, бында тырыш һәм сәмле халыҡ йәшәй. Һәр кем үҙенсә матур донъя көтөргә, үҙ эшен булдырырға тырыша. Ҡыҙыл буйын һыулаған халыҡ йыр-моңға маһир, дәртле һәм талантлы.
Һәр ерҙең үҙ матурлығыВетерандарҙы йыр-моң менән Әлмөхәмәт ауылының ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле ҡаршы алды. Көндөң бер аҙ һалҡын тороуы ла ҡунаҡтарҙы ҡурҡытманы: моңло әртистәрҙең таҡмағына үҙҙәре лә төшөп китте, “бер ҡартлыҡта, бер йәшлектә” тигәндәй, бер аҙ өшөгән тәндәрен яҙып, рәхәтләнеп тыпырлатып алды. Артабан алыҫ юлды яҡын итеп килгән ҡунаҡтарҙы Әлмөхәмәт ауылы уңғандары борҡоп ултырған самауырҙың ҡайнар сәйен һәм үҙҙәре бешергән тәмле бәлеш-йыуасалар менән һыйланы.
Әлмөхәмәт ауылының тәүге исеме — Ҡолбаҡты. Уның ни өсөн шулай аталыуын ветерандар ауылдың Рамазан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов һәм Рәмил Ҡол-Дәүләт исемендәге Әҙәбиәт музейы менән яҡындан танышҡас төшөндө. Музей менән бик ентекле һәм матур итеп мәктәптең башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәсимә Хәмитова таныштырҙы.
Бәләкәй генә ауылдан әҙәбиәтебеҙ күгендә һәр береһе яҡты йондоҙ булып балҡыған шәхестәрҙең донъяға килеүе, уларҙың шәхси әйберҙәренең музейҙа урын алыуы күптәр өсөн көтөлмәгән күренеш булды. Музей етәкселеге булған экспонаттар менән генә сикләнеп ҡалмаған, уны тулыландырыу буйынса һаман эш дауам итә. Ауылдаштары ла изге эштән ситтә ҡалмаған, һәр кем яҙыусы, тәнҡитсе һәм шағир менән бәйле булған әйберҙәрен, иҫтәлектәрен музейға тапшырған.
Районда беренселәрҙән булып асылған Әҙәбиәт музейына ситтән килеүселәр ҙә бихисап. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, әҙәбиәт һөйөүселәр йыш була. Музей етәксеһе Рәсимә Сәфәрғәле ҡыҙы әйтеүенсә, музейҙың бер мөйөшө ауылдан сыҡҡан күренекле шәхестәргә арналған. Бында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева хаҡында бик күп материал табырға була. Башҡорт халҡына Рамазан Өмөтбаев, Ким Әхмәтйәнов, Рәмил Ҡол-Дәүләт кеүек күренекле шәхестәрҙе биргән Әлмөхәмәт (Ҡолбаҡты) еренә баш эйеп, үҙҙәренең аҫыл ул-ҡыҙҙарын онотмаған, уларҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған, йәш быуынды улар өлгөһөндә тәрбиәләгән, бай рухлы, көр күңелле Әлмөхәмәт ауылына оло рәхмәттәрен белдерҙе сарала ҡатнашыусылар.
Ҡасандыр гөрләп торған мәктәп бөгөн башланғыс белем биреү усағына әйләнгән. Ни бары ете бала белем алған мәктәп бер аҙ моңһоуланып ҡалған кеүек тойола. Әммә ошо мәктәптә белем алыусылар араһында район ғына түгел, республика данын яҡлаған ысын хоккейсыларҙың булыуы — үҙе бер оло мәртәбә! Тренер Шафиҡ Хәмитов әйтеүенсә, 1993 йылдан алып бында хоккей буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Тап уның тырышлығы менән хоккей майҙансығы төҙөлә. Был хәл ҡыҙыҡһынып ҡына конькиға баҫҡан малайҙарҙың яратҡан шөғөлдәренең ысынбарлыҡҡа ашыуына сәм өҫтәй.
Һәр ерҙең үҙ матурлығыОшо уҡ йылда команда төҙөлә, ул төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Иң ҙур еңеүҙәренең береһе — 2008 йылда Саҡмағош районы үҙәгендә “Алтын шайба” призына уҡыусылар араһында хоккей буйынса республика ярышы үтә, бында улар өсөнсө урынды яулай. Район хакимиәте етәкселеге ярҙамында яңы хоккей майҙансығы төҙөлә. Бөгөн Атауҙы һәм Әлмөхәмәт ауылы хоккейсылары берлектә “Аҡбуҙат” командаһында район данын зона, республика кимәлендә яҡлай. Ҡасандыр тәүге сирҡаныс алған хоккейсыларҙың бер нисәһе Сибай “Горняк” командаһында, бәғзеләре Магнитогорск ҡалаһында уйнай. Хоккей фанаты, тренер өлгәшелгәндәр менән туҡтап ҡалмаған, әле булһа Әлмөхәмәт ауылында йәш хоккейсыларҙы боҙға баҫырға, тәүге шайба индерергә өйрәтә, ярыш сәме һәм ҡомары тәрбиәләй.
Оло Ҡыҙыл йылғаһының ике ярында урын­лаш­ҡан МТС һәм Сиҙәм ауылдары араһында йәйәү­леләр өсөн сафҡа ингән аҫылмалы күпер янында ла туҡтаны ветерандар. Билдәле булыуынса, 2013 йылдағы ташҡын был күперҙе ағыҙа, шунлыҡтан ике ауыл халҡы ете саҡрым араны Әлмөхәмәт ауылы аша урап йөрөргә мәжбүр була. Хәҙер йәйәүлеләр рәхәтләнеп тура юлдан Сиҙәм ауылына йөрөй.
Сиҙәмдә ҡунаҡтарҙы ошо яҡта билдәле халыҡ табибы Мәрғиә Ҡужәхмәтованың йорто янында уның ҡыҙы Гөлсирәнең ғаиләһе ҡаршыланы. Оҙаҡ йылдар “Урал” совхозының алдынғы һауынсыһы булып эшләгән Мәрғиә Вәлиәхмәт ҡыҙы — төбәктең иң хөрмәтле кешеләренең береһе. Ул йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған, әле уның юлын ҡыҙы Гөлсирә һәм ейәнсәре Рената дауам итә.
Ветерандарҙы шулай уҡ ауылдың икешәр ҡатлы һигеҙ йортон, дауахананы, магазиндарҙы, мәҙәниәт йортон йылылыҡ менән тәьмин иткән заманса йылытыу ҡаҙанлығы урынлашҡан бинаға ла алып барҙылар. Бар эш компьютер аша алып барыла, оператор өйҙән генә эш итә. Әгәр ошоғаса бер нисә газ ҡаҙанлығы операторы эшләһә, бөгөн был эште бер кеше генә атҡара. Оператор Гүзәл Ураҙбахтина әйтеүенсә, эш күпкә еңелләшкән, компьютер мониторында ниндәйҙер сигнал күрһәтелһә, ул ҡаҙанлыҡҡа килә. Яңы ҡаҙанлыҡ сафҡа инеү менән йортта йәшәүселәргә йылы биреү яҡшырған, элекке кеүек зарланыусылар юҡ.
Артабан оло йәштәгеләрҙе Сиҙәм урта мәктәбе коллективы ҡаршыланы. Күптән түгел капиталь ремонттан һуң өр-яңы төҫ алған уҡыу йорто менән һәр кем яҡшылап танышты, заманса ҡоролмалар, мебелдәр менән тәьмин ителгән бүлмәләрҙә булды, спорт залында уҡыусыларҙың күнекмәләрен ҡараны. Балалар, үҙ сиратында ҙур концерт күрһәтте, ветарандарҙы хөрмәтләне.


Вернуться назад