Аэлита ауылға ҡайтҡан27.02.2018
Аэлита ауылға ҡайтҡанХалыҡ сәләмәтлеге һағында торған табип — донъяла иң изге һөнәрҙәрҙең береһе. Кеше ғүмере өсөн оло яуаплылыҡ тойоп, Гиппократ антын биреүселәр һәр сирлене йылы һүҙе, шифалы ҡулдары менән дә дауалай. Шуныһы ҡыуаныслы — аҡ халат кейергә теләүсе йәштәр араһында ауыл ерендә эшләүселәр һаны арта. “Ауыл табибы” маҡсатлы дәүләт программаһы нигеҙендә кадрҙар мәсьәләһе аҡрынлап хәл ителә. Әбйәлил районының Сиҙәм ауылы дауаханаһы етәксеһе, терапевт Аэлита Байымова, ошо программаға ярашлы, тыуған ауылына ҡайтып, ауылдаштарын дауалай.


Аэлита Рәшит ҡыҙы Өфө дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Өфө дауаханаларының береһендә башлай. “Ауыл табибы” федераль программаһы ҡабул ителгәс, бер ниндәй икеләнеүһеҙ тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә.
— Беренсенән, программа ярҙамында торлаҡ мәсьәләһе ыңғай хәл ителде, икенсенән, бында тәжрибә тупларға мөмкинлектәр ҙур, сөнки ауыл ерендә йәшәүселәр табипҡа төрлө сир менән мөрәжәғәт итә. Уларҙы ҡарап, дөрөҫ диагноз ҡуйыу, дауалау талап ителә, ҡайһы саҡта психолог та, гинеколог та, педиатр ҙа булырға тура килә, — тип йылмая йәш белгес.
Дауахана күрше ауылдарҙы ла хеҙмәтләндерә, шуға күрә килеүселәр һаны күп. Бында шулай уҡ ятып дауаланыу өсөн бүлмәләр бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылда карауат һаны кәметелгән. Теш һәм физкабинеттар эшләй.
Йәш табип-терапевт яратҡан һөнәрен бар күңелен һалып башҡара. Уның өсөн иң мөһиме — сирлеләре һау-сәләмәт булһын, һәр саҡ йылмайып йөрөһөн, табиптарға мөмкин тиклем һирәгерәк мөрәжәғәт итһен.

Әбйәлил районы.


Вернуться назад