Башығыҙ әйләнһә...27.02.2018
Күптәр баш әйләнеүҙән йонсой. Һауығыу сараһын вестибуляр гимнастиканан эҙләргә кәрәктер. Күнекмәне башлаған мәлдә баш әйләнеүенең көсәйеүе ихтимал, әммә туҡтап ҡалырға ярамай. Шуға ла гимнастиканы башлар алдынан бындай методиканың үҙегеҙгә тап килеү-килмәүе хаҡында дауалаусы табип менән кәңәшләшегеҙ.


Гимнастиканы көнөнә ике тапҡыр яһайҙар. Һәр күнекмәне 15-20 тапҡыр ҡабатларға кәрәк, ләкин уның оҙайлы­лығы 20-30 минуттан артмаҫҡа тейеш. Үҙегеҙгә уңайлы аяҡ кейеме һайлағыҙ йәки уны бөтөнләй кеймәҫкә лә була. Һәр ғәмәлде ашыҡмай башҡарығыҙ. Һалҡын тейҙерһәгеҙ йәки башығыҙ ауыртһа, гимнастиканы кисектереп тороғоҙ.

Башты ян-яҡҡа бороу

*Уңайлы итеп ултырығыҙ.
*Күҙҙәрҙән 30 сантиметр арауыҡтағы әйберҙе һайлағыҙ.
*Ҡарашығыҙҙы ошо әйберҙән ситкә күсермәйенсә башығыҙҙы башта уңға, унан һуң һул яҡҡа бороғоҙ.
Күҙәтеү

*Уңайлы итеп ултырығыҙ.
*Уртаса ҙурлыҡтағы хәрефтәр баҫылған ҡағыҙ битен алығыҙ.
*Уны күҙҙәрҙән 30 сантиметр арауыҡта тотоғоҙ.
*Ҡарашығыҙҙы баҫылған хәреф­тәрҙән алмайынса һәм башығыҙҙы бормайынса, ҡағыҙ битен уңға һәм һулға күсерегеҙ.
*Ҡағыҙҙы күсереү тиҙлеген артты­рығыҙ.
Артабан ҡағыҙҙы өҫкә-аҫҡа күсереп, күнекмәне ҡабатлағыҙ.


Башты ян-яҡҡа бороп атлау

*Стена буйлап ғәҙәти аҙымдар менән атлағыҙ.
*Башығыҙҙы башта уң яҡҡа, унан һул яҡҡа бороғоҙ.


Бәүелеү

*Аяҡтарығыҙҙы яурын киңлегенә ҡуйып, кәүҙәне тура итеп баҫығыҙ.
*Кәүҙәнең ауырлыҡ үҙәген башта алға, унан артҡа, һулға, уңға күсерегеҙ.
Башығыҙҙы тура тотоғоҙ. Күнекмәне күҙегеҙҙе йомоп ҡабатлағыҙ.


Вернуться назад