Хәтерҙе яҡшырта... куркума27.02.2018
Был үҫемлектең тамырында куркумин тигән ғәжәйеп матдә бар. Америка ғалимдары, тап уның ярҙамында өлкәндәрҙә фекерләү һәләтенең түбәнәйеүен тотҡарларға мөмкин, тип билдәләй.
Белгестәр тәжрибә үткәргән. 51 – 54 йәштәрҙәге һау-сәләмәт 40 ир-егеттән һәм ҡатын-ҡыҙҙан торған төркөм иғтибарҙы, хәтерҙе һәм башҡа үҙенсәлектәрҙе асыҡлау буйынса күп кенә тест тапшырған. Уларҙың бер өлөшө 1,5 йыл дауамында составында куркумин булған, икенселәре иһә плацеболы препарат ҡулланған. Әлбиттә, был дарыуҙың тәғәйенләнеше сер итеп һаҡланған.
Һөҙөмтәләр барыһын да аптырауға ҡалдырған! Куркумин ҡулланған кешеләрҙең иғтибары, хәтере бөтә йәһәттән 28 процентҡа яҡшыраҡ булып сыҡҡан. Хатта уларҙың белем кимәле лә, йәше лә күрһәткестәрҙә сағылыш тапмаған. Geriatric Psychiatry журналында хәбәр ителеүенсә, куркумин Альцгеймер сиренә хас булған сифатһыҙ аҡһым күләмен кәметеүгә йоғонто яһаған. Тикшеренеүҙәр киләсәктә дауам итәсәк, тип белдерә ғалимдар.
Табиптар әйтеүенсә, өлкәндәрҙә аҡыл һәләтенең үҙгәреүенә бик күп факторҙар йоғонто яһай. Был йәһәттән аҙыҡты ла, йәшәү рәүешен дә, аралашыу сифатын да иғтибарға алыу шарт. Шуға күрә хәтерҙе яҡшыртыу өсөн төрлө йүнәлештә үҙеңде камиллаштырырға кәрәк.