Электрон пенсия ифрат уңайлы27.02.2018
Быйыл Рәсәй Пенсия фонды хеҙмәттәренең 70 процентын тиерлек электрон тәртиптә күрһәтеү күҙаллана. Әйткәндәй, был хеҙмәттәрҙең барыһынан да интернет селтәрендә файҙаланырға була.
2017 йылға статистика күрһәткестәре
Рәсәй Пенсия фонды отчетындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, былтыр ошо ойошманың электрон хеҙмәтенән 24 миллион самаһы кеше файҙаланған: 1,6 миллион гражданға фондҡа бармайынса пенсия тәғәйенләнгән, 2,2 миллион кеше пенсияны килтереү алымын үҙгәрткән, 5,25 миллионы уны тәғәйенләү һәм ташыу ысулын алмаштырған, 9,5 миллионы хоҡуҡтары, пенсия һәм социаль түләүҙәр хаҡында мәғлүмәт алған, 3,4 миллион кеше пенсия тупламына идара иткән, 761 мең граждан Әсәлек капиталына сертификат алған һәм ошо аҡсаны тотонған.
Дәүләт хеҙмәттәре һәм “Минең документтарым” порталдары
2015 йылдан алып Пенсия фонды сайтында “Граждандың шәхси кабинеты” эшләй. Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлгәндәр унан файҙалана ала. Бының өсөн Пенсия фондының электрон хеҙмәттәренә эйә булыу өсөн тағы ла бер майҙансыҡты тәшкил иткән Дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәп яҙмаһы кәрәк. Ҡайһы берәүҙәргә порталда теркәлеү ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Был осраҡта күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин. 2014 йылдан бөтә Рәсәй буйынса асылған үҙәктәр “Минең документтарым” тип атала. Бынан тыш, Рәсәй Пенсия фондының барлыҡ территориаль бүлексәләрендә лә тейешле ярҙам күрһәтелә.
Шәхси кабинетыңды ас
Әле “Кабинет”тан 29 төрлө ғариза бирергә була. Улар иҫәбенә инвалидтарға тәғәйенләнгән айлыҡ аҡсалата түләү, социаль хеҙмәттәр йыйымына эйә булыу тураһындағылар ҙа инә. Бында шулай уҡ социаль түләүҙәр, стаж һәм пенсия балдары хаҡында мәғлүмәт бирелә. Бынан тыш, Пенсия фондының сайтында ҡабул итеүгә алдан яҙылырға, белешмә ҡағыҙына заказ бирергә, белгестәргә мөрәжәғәт ебәрергә һәм уларҙан отчет алырға мөмкин.
Рәсәй Пенсия фондының мобиль ҡушымтаһы
Смартфонығыҙ йәки планшетығыҙ булһа, фондтың мобиль ҡушымтаһында теркәлеү мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, был ҡушымта ярҙамында күптәр коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй, табипҡа, фонд хеҙмәткәрҙәренә ҡабул итеүгә яҙыла, Әсәлек капиталы хаҡында мәғлүмәт ала.
Шәхси кабинет өлкәндәрҙең тормошон байтаҡҡа ябайлаштыра. Пенсия фонды страховка иғәнәләре, пенсия тупламы, стаж тураһында мәғлүмәт күрһәтелгән ҡағыҙ белдереүҙәр – “бәхет хаттары”н ебәрмәй. Уларҙың электрон аналогы – Рәсәй Пенсия фондының сайтында, шәхси кабинетта.
Эш урыныңды
раҫлай алһаң...
Стаж – пенсияға хоҡуҡтың иң тотороҡһоҙ позицияларының береһелер, моғайын. Ул йыл һайын арттырыла һәм быйыл туғыҙ йыл тәшкил итә.
Буталсыҡ 90-сы йылдарҙа, 2000 йылдар башында күптәрҙең “аҡ” эш хаҡын алыу мөмкинлеге юҡ ине, алғандары ла хәҙер әүәлге офистарын һәм фирмаларын таба алмай. Ошондай хәлгә тарыһағыҙ, Пенсия фонды бүлексәһенә заманында үҙегеҙ менән бергә эшләгән ике шаһит менән килеп, хеҙмәт кенәгәһендә теркәлмәһә лә, элекке эш урынығыҙҙы раҫларға була.