Ҡорото ла ҡорото!25.04.2012
Ҡорото ла ҡорото!Хәйбулла тарафтарында боронғо аш-һыу әҙерләү оҫталары хаҡында һүҙ ҡуҙғатып, “Хәлимә инәйҙең ҡоротона тиңләшеүсе табылмаҫ!” тигән яуапты ишеткәс тә, уның менән танышырға Мәмбәт ауылына юлландыҡ.
Оҙаҡ йылдар сауҙа өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Хәлимә Ҡәйепова күркәм йортта йәшәй. Күптән түгел вафат булған ҡарты Ғилметдин олатайҙы юҡһынһа ла, бошоноп ултырырға яратмай. Күңеле тулып китһә, ҡул эштәрен ала йә яратҡан аш-һыуын хәстәрләргә тотона. Ҡорот тигәндән, ни өсөн тап Хәлимә инәйҙең ҡоротон яратып ҡабул итә һуң хәйбуллалар? Ай-һай, берәй сере барҙыр. Юҡҡа ғына баҙарға килеүселәр, уны эҙләп табып, заказ бирергә тырышмаҫ ине. Килеүемдең сәбәбен аңлатҡас, Хәлимә Усман ҡыҙы һәр эште күңел һалып башҡарырға кәрәклеген төшөндөрҙө, бигерәк тә һөт ризыҡтарын әҙерләүҙә иғтибарлы булыу талап ителгәнен аңлатты.
— Ҡорот — халҡыбыҙҙың боронғо ризыҡтарының береһе, — ти Хәлимә Усман ҡыҙы. — Уны әҙерләү өсөн айыртылған һөттө ҡайнатып, ҡатыҡ ойотаһың. Ҡатыҡ ҡойолған һауытты болғатып йөрөргә кәрәк. Шул саҡта ул тиҙерәк әсей. Әсеп сыҡҡас, ҡайнатырға мөмкин. Ҡайнатҡан ваҡытта йыш болғатырға кәрәк, былай иткәндә, ҡорот төйөрһөҙ килеп сыға. Ҡайнап сығыр алдынан самалап тоҙ һалам, — тип серҙәре менән уртаҡлашты Хәлимә инәй.
Хәйбулла яҡтарында сейәле, муйыллы ҡорот ныҡ таралған. Күптәр сейәле ҡоротто белһә лә, муйыллыһын тәмләп ҡараусылар, ай-һай, һирәктер. Ул түбәндәгесә яһала.
Ҡоротто ҡайнатып һыуытҡас, уны махсус таҫтамалдан тегелгән тоҡҡа ҡойоп һарҡытаһың. Ул бер нисә көн торорға мөмкин. Һарҡытылған ҡоротто тоҡтан бушатып, ҙур табаҡта ҡамыр баҫҡан шикелле, тәменә ҡарап, тоҙ ҡушып баҫаһың. Теләгең буйынса, йәш ҡоротто ваҡлап киптерергә була. Хәҙер күптәр туңдырғысҡа һалып та һаҡлай. Муйылды, ит турағыстан ике ҡат үткәреп, әҙерләп ҡуяһың. Кәрәк ваҡытта уны ҡоротҡа самалап ҡушып, сәй табынына бирәһең.
Уңған хужабикә Хәлимә Ҡәйепова кеүек оҫталар барҙа халҡыбыҙҙың милли ризығы, аш-һыуы онотолмай, уны яһау серҙәре быуындан быуынға тапшырыла килә.
Кәримә Усманова


Вернуться назад