Иң төп байлыҡ – ғаилә23.02.2018
Иң төп байлыҡ – ғаиләСираттағы Хөкүмәт кәңәшмәһендә Башҡортостанда быйыл Ғаилә йылына бағышлап үткәреләсәк саралар планы тураһында һөйләшеү булды. Бынан тыш, Башҡортостанда 2018–2020 йылдарға иҫәпләнгән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү программаһы һәм был тәңгәлдә саралар планы тикшерелде. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

– Был ултырышты башҡорт телендә башлап ебәрергә теләйем, сөнки бөгөн Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә, – тине Рөстәм Зәки улы. – Әммә әле генә түгел, ә һәр саҡ туған телдә һөйләшәйек, уны һаҡларға тырышайыҡ. Яңы ғына Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ҡиммәтле хеҙмәт баҫтырҙы – Рәми Ғарипов тәржемә иткән Омар Ха­йәмдең “Робағиҙар”ы ул. Баш­ҡортсаға ауҙарылған робағиҙар аша күренекле башҡорт шағирының эшмәкәрлеген күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. Инеш һүҙҙә Светлана Чураева телгә алыуынса, әҙиптең хеҙмәте теүәл 40 йыл уҡыусынан йәшереп тотолған.
Һөйләшеүҙәге төп мәсьәләгә күсеп, республика етәксеһе былай тине:
– Ғаилә йылына арнап ойошто­роласаҡ саралар планы эшләнде, шундай уҡ документты урындарҙа ла төҙөргә һәм ҡабул итергә тейештәр. Республикабыҙҙа балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының тулы саралар комплексы тормошҡа ашырыла, быға ҙур күләмдә сығымдар йүнәлтелә. Әммә ниндәй генә ресурстар ҡулланмайыҡ, ғаилә абруйын күтәрмәйенсә һәм йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәрен нығыт­майынса тороп, эш бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәйәсәк.
Башҡортостанда 1,2 миллион тирәһе ғаилә иҫәпләнә, шул иҫәптән балалары 18 йәшкә тиклемге 540 мең ғаилә бар. Бер генә бала тәрбиә­ләгәндәр – 340 мең, икәү булғандар – 164 мең, өсәүгә еткергәндәр – 30 мең, дүрт һәм унан да күберәк малай һәм ҡыҙ үҫтергәндәр – 7,5 мең. Шул уҡ ваҡытта тулы булмаған 300 мең ғаилә ғүмер итә, шуның 265 меңе – яңғыҙ әсәйҙәр. Икенсе төрлө әйткәндә, республикабыҙҙа һәр икенсе ғаилә тулы булмаған категорияһына ҡарай. Балалы яңғыҙ атайҙар – яҡынса 30 мең.
Республика Башлығы белде­реүенсә, һәр тулы булмаған ғаилә – фажиғә, ошо дисгармония күрене­шен хәл итергә, үҙгәртергә кәрәк.
Рөстәм Хәмитов ултырышта республикабыҙҙа ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһын үҫтереү зарурлығына ла баҫым яһаны.
– Ауыл халҡының күпселеге берләшеү яҡлы, улар табыш килтергән хужалыҡ төҙөргә теләй, – тине ул. – Мәҫәлән, былтыр беҙҙә яңы 39 ауыл хужалығы кооперативы барлыҡҡа килде, әле улар һаны 103-кә етте, ә уға тиклем 60 ҡына ине.



Вернуться назад