Борондан шулай килә
23.02.2018
Туғанды ҡурсаларға,
Үҙеңде лә һаҡларға,
Олатайҙың, өләсәйҙең
Аҡ өмөтөн аҡларға,
Әсәйгә булып терәк,
Атай ише ҡуш йөрәк
Булып үҫергә кәрәк!
Һәр бер малай белә,
Борондан шулай килә:
Ул – терәк илгә!
Вернуться назад