Ҡырмыҫҡалы районындағы Шайморатов ауылы эргәһендә шишмә төҙөкләндерелә. Уға 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал Миңлеғәле Шайморатовтың исемен биреү күҙаллана.
Бындай башланғысты легендар генерал тыуып үҫкән ауыл халҡы тәҡдим итте. Уны район етәкселеге лә, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе лә хуплап сыҡты. Эште башлап йөрөүсе — Шайморатов ауылының ветерандар советы рәйесе Әфхәт Ниғмәтуллин. Әйткәндәй, шишмәне лә тап ул асып, төҙөкләндереүгә тотондо.— 2011 йылда хаҡлы ялға сыҡтым. Ошо уҡ йылдың йәйендә ауыл эргәһендә бесән сапҡанда ер аҫтынан ағып сыҡҡан шишмәне күреп ҡалдым. Биләмәне сүп-сарҙан, ағас, ҡыуаҡтарҙан таҙарттым. Шишмә мул һыулы булып сыҡты. Ауылдаштар менән бергәләп ҡоҙоҡ ҡаҙып, торба һалдыҡ. Хәҙер саф шишмә һыуын рәхәтләнеп эсәбеҙ, һыу алырға ситтән дә киләләр, — тине Әфхәт Ниғмәтуллин.
Ауыл халҡы әйтеүенсә, шишмә һыуы ГОСТ талаптарына яуап бирә, сифатлы. Өфөлә яһалған бактериологик һәм химик анализ да быны иҫбатлай. Урындағы халыҡ шишмә биләмәһен төҙөкләндереп, ҡойма тартырға, эскәмйәләр ҡуйырға ниәтләй. “Генерал Шайморатов исемендәге шишмә” тигән алтаҡтаға килгәндә, был мәсьәләне Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе үҙ иңенә алған.
Шайморатов ауыл биләмәһе башлығы Илвир Моратшин әйтеүенсә, шишмәне төҙөкләндереүгә 370 мең һум аҡса кәрәк. “Башнефть” компанияһы бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә вәғәҙә иткән.