Ерҙән һалдат атлай...23.02.2018
Ерҙән һалдат атлай...Дембель көнө яҡынлашҡан һайын ваҡыт тәгәрмәсе әкренерәк әйләнһә ине ише теләк, армияла тағы ла әҙерәк ҡалыу хыялы күңелгә инеп ояланы, тигән шәхси фекерем менән ҡайһы берәүҙәр килешмәй. Әммә был, ысынлап та, шулай. Әлбиттә, өлөшөңә нимә төшә бит әле. Көмөшмө, тимерме? Тәүгеһен тат
ығандарға бәхетле тимәй ҡара!


...Бүтәндәр нисектер, әммә мин еңел автомобилдән автобусҡа, унан поезға, артабан ярым көплө йөк машинаһына ултырып йәки транспорттың дүрт төрөндә ғүмерҙә төшкә лә инмәгән Коряжма ҡалаһына (Архангельск өлкәһе) барып еттем. Учебканы йәш һалдат курсы тип тә атайҙар. Июнь баштары булғас, тирә-яҡтың хозурлығы иҫте китәрҙе. Эргә-тирәнең Ейәнсура районындағы шикелле таулы урманға тартым булыуы, улай ғына ла түгел, урыны-урыны менән шаулап торған ҡарурман ҡаплауы күңелгә әҙме-күпме йылылыҡ өҫтәне, һағыштарҙы таратты. Һәр саҡ ел уйнап торған, күҙ күреме етмәҫлек далаға эләкһәм, хеҙмәтем бүтәнсәрәк йүнәлеш алыр ине, бәлки. Эйе, тәбиғәттәге бер иш күренештәрҙе тойоп шатландым. Имән бағанаһы ултыртып, йүкә сәскәһе йыйып, уҫаҡ ағасынан өй бурап, ҡайын миндеге бәйләп һалдат йәшенә еттем бит. Сит яҡтарҙа бүтәнсәрәк үҫһә лә, ҡарағайҙың, шыршының барлығына, хатта һирәк-һаяҡ уҫаҡ һәм ҡарама ла осрағас, үҙемде йәһәннәмдә йөрөгәндәй хис итмәнем.
Оҡшашлыҡ тигәндән, тимер юл вокзалында ил һаҡсыларын ҡаршы алған ҡеүәтле “ЗиЛ” ғәскәри часҡа тура түгел, ә тәүҙә мунсаға алып килде. Ут сәсрәтеп атлаған ҡарағай шикелле ҡалын кәүҙәле капитандың “взвод, строиться!” тип команда биргәненә әллә ни иҫебеҙ китмәне, шулай ҙа көйәнтәне үк хәтерләтмәһә лә, уға ҡарағанда саҡ ҡына төҙөрәк итеп ике ҡатлы йорт янына теҙелдек. 35 егеттең өсәүһе генә, шул иҫәптән мин дә, гражданкала уҡ сәсте бәке менән ҡырып алдырғайныҡ, башыбыҙ ҡайырыһы әле генә һыҙырылған йүкәне иҫкә төшөрә. Үҙ сиратында, “өс таған”ға ғына эске яҡҡа үтергә рөхсәт ителде, ә бүтәндәрҙең барыһын да мунсаға терәлеп төҙөлгән, ҡайсы һүрәте төшөрөлгән бинаға сиратҡа баҫтырҙылар. Тыуған йорттан сығып китеүгә аҙнанан ашыу ваҡыт уҙғас, ифрат арытҡан. Кем әйтмешләй, өйрәктән кәм сәпелдәмәнек былай. “Тәүге көндән үк рәхәт тормош ҡосағына сумдыҡ”, – тип ауыҙ йырабыҙ. Күп тә үтмәне, мунса эсе “котовский”ҙар менән тула башланы. Былай ҙа эҫе итеп яҡҡандар, етте, ҡуй сығайыҡ, тип беренселәр бынан тиҙерәк тайыу яғын ҡараны.
Йәндәй күргән салбар-күлдәктәренән айырыла алмай йонсоғандарҙы йәлләптерме, уларға кейем-һалымын туғандарына посылка итеп һалырға рөхсәт ителде. Ә бына тәмле еҫ аңҡыған килешле китель, салбар, пилотка, итектәр кейеп һәм билгә ҡайыш тағып алғас, бөтөнләй ҡупшыҡайға әйләндек тә ҡуйҙыҡ. Эре генә атлап йөрөгән булабыҙ. Эргәләге киоскыла ҡайын һыуы эсеп, һыуһынды ҡандырып та өлгөрҙөк. Ни күрәбеҙ, бер-береһенә тамсылай оҡшаған егеттәр күбәйеп киткән дәбаһа! Иң ҡыҙығы, бөтәбеҙ ҙә бер иш кейемдә булғас, бер-беребеҙҙе танымай ҙа торҙоҡ хатта. Көйөргәҙе районының Керәүле-Илюшкин ауылынан Василийҙы ҡарашым менән саҡ эҙләп таптым. Ҡара әле, бөтөнләй бүтән кешегә әүерелгән дә ҡуйған...
Армияла һәр ваҡыт бер гарнизонда уралыуҙан айырмалы, төрлө часта хеҙмәт итеү, һүҙ ҙә юҡ, ваҡытты һиҙелерлек ҡыҫҡарта. Ике йыл һуҙымында Архангельск өлкәһенең Коряжма, Котлас, Вельск, Ленинград өлкәһенең Всеволожск һәм Санкт-Петербург (ул саҡта – Ленинград) ҡалаларының урамдарында йөрөү бәхетенә ирештем.
Ленинград өлкәһендә иһә сержант мәктәбендә һуғыш алымдарына өйрәтәләр: окоп ҡаҙабыҙ, мылтыҡтан атабыҙ, шыуышабыҙ. Шул иҫәптән дошман һауаны газ менән ағыулағанда ни ҡылырға кәрәк – быға ла төшөндөрәләр.
Өлкән сержант Сергеевҡа хөрмәтебеҙ ҙур. Автоматты һүтеп йыйыуҙа уға етеүсе юҡ, ОЗК (общезащитный комплект) нескәлектәрен тәрәндән белә, ҡул көсөндәге бәйгелә алдынғы, ҡыҫҡаһы, һәр йәһәттән дә өлгө һәм ихтирамға лайыҡ. Марш-бросокта саҡта күләүекте урап түгел, ә ҡап уртаһынан үтә, ашханала өҫтәлгә иң һуңғы булып ултыра, уның ҡарауы, иң беренсе тороп китә. Өҫтәүенә хәбәрен кинәйә менән еткереүенә лә иғтибар иттек.
Шәмбе иртәнсәктән алып противогаз менән мәж киләбеҙ.
– Курсант Ефимов! – тип өндәшә ул һис көтмәгәндә ҡойроҡтағы егеткә.
– Мин, иптәш сержант! – тип нисек кенә яр һалырға маташмаһын, Михаилдың тауышы эргәһенән китмәй.
Бая телгә алыуымса, дошман һауаға ағыулы төтөнөн таратҡан. Тотош бүлексә противогаз кейгән, берәүҙе икенсеһенән һис кенә лә айырырлыҡ түгел, һуйған да ҡаплаған!
– Бер аҙым алға!
Алыҫтан ҡарағанда фил балаһын хәтерләткән Миша, дәрәжәһе бәләкәй булһа ла, генералдарҙан кәм бойороҡ бирмәгән кесе командирҙың алдына бер ынтылыуҙа килеп баҫты.
– Ниңә сәүек эт кеүек сыйылдайһың? Һин – Ватан һаҡсыһы! Овчаркаға ҡарағанда ла көслөрәк ырылдарға тейешһең.
– Иптәш сержант, һеҙгә мөрәжәғәт итергә рөхсәт бирегеҙ!
– Һөйлә!
– Противогаз тауышты баҫа, шуға ишетелмәйҙер...
Бөгөн сержанттың кәйефе көр, сөнки артта һөйрәлеүселәр булманы, барыһы ла нормативты теүәл үтәне. Быны уның пилоткаһын соңҡаға этеп кейеүенән һиҙемләргә мөмкин.
– Противогазды сисергә!
Хеҙмәттәшебеҙ бынан һуң иркен тын алып ҡуйҙы, үҙе шыбыр тиргә батҡан, йөҙө көҙгө миләш япрағы шикелле ҡып-ҡыҙыл. (Уны шулай әпәүләгән булабыҙ, үҙебеҙ күпме ваҡыт противогазда, беҙ мәхлүктәрҙе кем йәлләр).
– Был кем? – тип ул уға эйәген сөйөп өндәште.
– Курсант.
– Шуны онотма, сафтың алдына сығып баҫҡанһың икән, тимәк, һин – командир. Аңлашылдымы?
– Тап шулай, иптәш сержант!
– Ә командир һәр һалдатты энәһенән-ебенә хәтлем белергә һәм танырға бурыслы! Һиҙгерлек һәр ҡайҙа ла кәрәк! Минең һымаҡ.
– Тап шулай!
– Афарин! Батманов ҡайҙа? Күрһәт! Юҡ, туҡта.
Өлкән сержант Ефимовҡа әйләнеп торорға ҡушты ла, кемде ҡайҙа етте, шунда шылдырып, төрлөбөҙҙө төрлө урынға баҫтырҙы.
– Батманов ҡайҙа? – тип ҡабатланы ул йәнә.
– Бына, – тип алдан өсөнсөгә ымланы һалдат.
– Курсант Батманов, бер аҙым алға!
Баҡтиһәң, ул сафта иң беренсе икән.
– Иптәш сержант, һуң нисек танымаҡ кәрәк, противогаздарын сисһендәр һуң.
Төшкә тиклем тағы бер нисәү, командир роленә “үрләп”, уйынды дауам итте. Иғтибарлылар ғына кәүҙәгә һәм буйға ҡарап тиҫтерҙәрен дөрөҫ таба белде.
– Исмаһам, берәй ым-ишара яһаһаңсы? – тип үпкәләй миңә төшкө аш ваҡытында ҡаҙаҡ егете Серке.
– Ысын дуҫ тын алышынан билдәле инде, һине шунда уҡ таныным бит, – тип көләм...
Дембель һүҙен ишетеүҙән кем туйған? Тиҙҙән тыуған яҡтарға! Туйғансы йоҡлайбыҙ, ҡорһаҡтың бойороҡ биреүенә ҡарап ашханаға йөрөйбөҙ, бер һүҙ менән әйткәндә, хөрриәткә сыҡтыҡ. Ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан, тиҙәрме әле? “Сумаҙан кәйефе” һәр кемдә, әҙерлек мәсьәләһен дә онотмайбыҙ. Нисек тә бер башҡа үҫеп, ғорур рәүештә ҡайтып төшөргә кәрәк инде. Альбом эшләргә керешеп киттек, унан бигерәк парадный кейемде “кәнфит”кә әйләндереүгә ваҡытты күп сарыф итәбеҙ.
Карелиянан Миикул, Тажикстандан Акобир, яҡташым Балтас районынан Данис һәм мин бергә ҡайтырға юл тоттоҡ. Вельск ҡалаһындағы тимер юл вокза­лының перронына аяҡ баҫҡанда эңер төшкәйне. Байрамға саҡырылғандай, бөтәбеҙ ҙә ыҫпай, өҫтәүенә бер иш кейенгәнбеҙ, буйға ла бер тигеҙбеҙ. Шунда ауышҡан ҡарт ағасҡа оҡшаған бөкрө әбейҙең, юлда йыш йөрөйөм, әммә дүрт игеҙәк һалдатты быға тиклем һис ҡасан да осратҡаным булманы, тип аптырағаны кисәгеләй күҙ алдымда...

Илдар АҠЪЮЛОВ,
1989 – 1991 йылдарҙа хеҙмәт иткән сержант.


Вернуться назад