Кейеҙ баҫыу, милли нағыштар менән йортто биҙәү — халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлдәренең береһе. Йылдар үткән һайын уны үҙ итеүселәр һирәгәйә барыуға ҡарамаҫтан, күп ауылдарҙа әле лә ҡул эштәре менән шөғөлләнеүсе инәйҙәребеҙ байтаҡ. Шундайҙарҙың береһе – Хәйбулла районының Сәғит ауылында йәшәүсе Тәнзилә Шакирова.
Тәнзилә Дүртөйлө районында тыуып үҫкән. Хәйбулла тарафтарына яҙмыш ҡушыуы буйынса, дөрөҫөрәге, береһенән-береһе бәләкәй дүрт улын алып, иренән ҡасып китергә тура килә уға. Яңғыҙ ҡатын Мәмбәт ауылында төпләнә, улдарын бер үҙе үҫтерә. Күңелен баҫыу өсөнмө, әллә ҡышҡы оҙон төндәрҙе тиҙерәк үткәреү теләгенәнме, ҡулына бәйләм тота. Артабан бәйләү-сигеүһеҙ бер көн дә тора алмай башлай, саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы, хәсрәтен таратыусы “серҙәше” янына килә. Балаларҙы яңғыҙ тәрбиәләү еңелдән түгел, шуға күрә шәл бәйләп һата. Ғөмүмән, ауылдаштары Тәнзилә апайҙы алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙ тип белә. Ҡатын-ҡыҙҙың сыраһы — ҡырҡ, береһе янмаһа, береһе яна, тигәндәй, малайҙарын үҫтереп, өйләндереп бөткәс, ҡатыны вафат булған Ғәле Мәмбәтов менән уртаҡ тормош ҡора. Донъя нужаһын күп күргән, яңғыҙлыҡтың ни икәнен үҙҙәре кисергән ике йөрәк бергә ҡауышып, матур итеп йәшәй башлай. Сирек быуат ғүмерен бергә үткәргән улар.
Хәҙер Тәнзилә Хәбирйән ҡыҙы ҡулына бәйләмен күңел ҡушыуы буйынса алып, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәләренә башлыҡ, бейәләй-ойоҡбаш, кофталар бәйләй. Ултырғыс һәм диван япмалары күҙҙең яуын ала, нескә шәлдәрҙе күреп һуш китерлек!
— Бәйләгән әйберҙәремде балаларыма бүләк итәм, һораусылар булһа, һатам, төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнашам, — ти ҡул оҫтаһы. — Бөгөн һатыуҙа ептәрҙең ниндәйе генә юҡ: ҡайҙа барһам да, тәү сиратта еп һатып алам. Күҙ нурымды түгеп, күңел йылымды биреп бәйләгән әйберҙәремде кейгән туғандарымды, ейән-ейәнсәрҙәремде күреү — үҙе ҙур ҡыуаныс. Тыуған көндәр тиһеңме, байрамдар булһынмы, барыһына ла үҙем бәйләгән һәм сиккән әйберҙе бүләк итәм, — ти Тәнзилә Шакирова. Матурлыҡҡа ғашиҡ апай кейем дә тегә: ниндәйҙәре генә юҡ, хатта камзулдарҙың да бер нисә төрө бар.
Бәхетле ул бөгөн: донъяға һөйөнөп баға, ҡулынан нур тама. Сабыр, көслө рухлы булыуы менән тормош һынауҙарын лайыҡлы үткәреп ебәрә, күҙ нурҙары түгеп сиккән-бәйләгән ҡул эштәре әллә күпме кешегә йылылыҡ, ҡыуаныс килтерә.
Кәримә Усманова