Хәрби хеҙмәт – ир-ат мәктәбе23.02.2018
Хәрби хеҙмәт – ир-ат мәктәбеУчалы районының Мулдаш ауылында тыуып үҫкән Иран Ҡужагилдин малай сағынан тиҫтерҙәре менән хәрби уйындарҙы ярата. Кинола хәрби формалағы кешеләрҙе күреп: “Их, ҡасан шул ағайҙар кеүек һалдат булып, әрме сафында хеҙмәт итермен икән?” – тип хыяллана. Үҫә төшкәс, спорт менән әүҙем шөғөлләнә башлай, саңғыла йөрөй, футбол, волейбол уйнай, туризмды үҙ итә. Уҡытыусыларҙың патриотик тәрбиә биреүгә, спортҡа һөйөү уятыуға күп көс һалыуы ла Ирандың тап ошо һөнәрҙе һайлауына этәргес булғандыр.

– Сәғит Кәримов тигән уҡытыусым химия, биология, рәсем дәрестәренән белем бирҙе, үҙе фронтовик ине, йыш ҡына беҙгә һуғыш, бергә көрәшкән яуҙаштарының ҡыйыулыҡтары тураһында һөйләй торғайны. Рәсем дә­рес­тәрендә уның хәтирәләрен күҙ алдына килтереп, һүрәт төшөрә инек. Беҙҙең ауылдан байтаҡ яугир яу ҡы­рында ятып ҡалған. Шуларҙың береһе – майор, полк ко­мандиры Ғирфан Ураҙаев Берлинғаса етә, әммә 3 май­ҙа ҡаты бәрелештә вафат була, һуңынан уның орден һәм миҙалдарын әсәһенә тапшыралар. Бала саҡтан ауылдаштарымдың батырлығы тураһында ишетеп, улар кеүек булырға хыялланып үҫтем, – ти Иран Мәүлит улы.
Мулдаҡай урта мәктәбен тамамлағас, документтарын алып, Ставрополдәге юғары хәрби училищеға юллана егет. Башҡортостандан 38 кеше бара, уларҙың өсөһөнә, шул иҫәптән Иран Ҡужагилдинға, училищеға уҡырға инеү бәхете тейә.
Ауылдан ситкә сығып өйрәнмәгән егеткә тәүге айҙарҙа әрме тәртибенә өйрәнеп китеүҙәре, әлбиттә, еңелдән булмай. Мәктәптә бөтә фәндәрҙе лә башҡортса уҡығас, тел менән дә ауырлыҡтар килеп сыға. Әммә маҡсатынан тайпылмай, тырышып-тырмашып хәрби хеҙмәткә өйрәнеп китә ул. Физик яҡтан сыныҡҡан булыуы ла иң яҡшылар рәтендә иҫәпләнеүенә булышлыҡ итә.
– Беҙҙең училище стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре өсөн элемтә офицерҙарын әҙерләне. Әйткәндәй, уҡыу йортоноң тарихы ла бик бай ине. Заманында бында Лермонтов, Пушкиндың тиҫтерҙәре хәрби белем алған, Карл Маркстың “Капитал”ын иң беренселәрҙән булып рус теленә тәржемә иткән йәмәғәт эшмәкәре Герман Лопатин, мәшһүр осетин шағиры, рәссамы Коста Хетагоров та ошо училищены тамамлаған. Уҡытыусыларыбыҙҙың бөтәһе лә тиерлек яугир ине, бик грамоталы, киң аң даирәле, талапсан булды, – тип иҫләй уҡыу йылдарын Иран Мәүлит улы.
Дүрт йыл һиҙелмәй генә үтеп китә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, Красноярск крайының Кедровый ҡасабаһында урынлашҡан ракета дивизияһына хеҙмәткә алына. Йәш офицер төрлө вазифала эшләй, ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен, бар көсөн, белемен һәм тәжрибәһен йәш һалдаттарҙы әҙерләүгә арнай.
– Совет осоронда хәрби хеҙмәтте “ир-ат мәктәбе” тип атай торғайнылар. Часта һәр ваҡыт яҡшы тәртип, таҙалыҡ булдырырға, һалдаттарға әхлаҡи тәрбиә бирергә тырыштыҡ. Байтаҡтарының хәрби һәләтен күреп, киләсәктә дөрөҫ һөнәр һайлауына булышлыҡ иттек, күптәр элемтә тармағы буйынса эшкә урынлашты.
Ракета часында хәүефле объекттар бик күп, юғары ҡеүәтле энергия аҫтында йөрөргә тура килде. Ракеталарға шыйыҡ яғыулыҡ һалдылар. Яғыулыҡтың бер нисә тамсыһы ғына ергә түгелһә лә, эргә-тирәне машина тәгәрмәсенең баллонын яндырғандағы кеүек ҡара төтөн ҡаплап ала. Әгәр ҙә ул кешенең тәненә эләкһә, ғүмерлеккә уңалмай торған яра барлыҡҡа килә. Шартлауҙар ҙа булыуы ихтимал. Аллаға шөкөр, 22 йыл эсендә бер ниндәй ҙә фажиғә булманы, ошо йәһәттән намыҫым таҙа, күңелем тыныс, – ти Иран Мәүлит улы.
Уның часында Башҡортостандан да егеттәр була. Һалдат “һатып алыу” өсөн Өфөләге саҡырыу пунктына ла бер нисә тапҡыр килә офицер.
– Үҙебеҙҙең башҡорт егеттәре башҡаларҙан сыҙамлы, физик һәм рухи яҡтан көслө булыуҙары менән айырылып торҙолар. “Салауат тоҡомдары” тип йөрөтә торғайны уларҙы башҡа милләт вәкилдәре, – тип ғорурлығын йәшермәй әңгәмәсем.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, ракета ғәскәрҙәрен ҡалдырырға тура килә Иран Мәүлит улына. Хеҙмәтен икенсе урында дауам итергә тәҡдим яһаһалар ҙа, ризалашмай, тыуған яғына ҡайта. Тәүҙә ҡаланың башҡорт лицейында тормош хәүефһеҙлеге дәрестәрен уҡыта. Әйткәндәй, белем усағы тормошонда бик әүҙем ҡатнаша отставкалағы офицер: лицей уҡытыусылары ойошторған драма түңәрәгенә йөрөй, төрлө тамашаларҙа өҙҙөрөп гармунда уйнап йырлай.
2000 йылда Иран Ҡужагилдинды район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты рәйесе итеп үрләтәләр. Был вазифала 14 йыл эшләү дәүерендә ул үҙен яҡшы, талапсан ойоштороусы, эшлекле етәксе итеп таныта.
Әле Иран Мәүлит улы хаҡлы ялда, шуға ҡарамаҫтан йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға өлгөрә, ҡала-райондың хәрби хеҙмәт ветерандары советын етәкләй, республиканың һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты ағзаһы. Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, заман технологияларын биш бармағы кеүек яҡшы белә – былтыр ололар өсөн компьютер грамоталылығы буйынса уҙғарылған республика конкурсында призлы урынға лайыҡ булды.
Иран Ҡужагилдин спорт менән дуҫлығын да өҙмәй: саңғыла йөрөй, физик күнекмәләр яһай. Иң яратҡан шөғөлө – балыҡ тотоу. Һунарсылыҡ менән дә мауыға. Күптән түгел биш күс алып, йәмәғәте менән ҡортсолоҡ серҙәренә лә төшөнә башлағандар.
Әйткәндәй, Иран Мәүлит улының ике улы ла юғары хәрби белемле. Контракт буйынса хеҙмәт срогы үтеп, хәҙер һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләйҙәр, ғаилә ҡороп балалар үҫтерәләр.
Ике тиҫтә йылдан ашыу бергә хеҙмәт иткән иптәштәре менән дә бәйләнеште өҙмәй Иран Мәүлит улы, социаль селтәрҙәр аша аралашып тора. Ә Ватанды һаҡлаусылар көнөндә запастағы офицер барыһын да “Юлдаш” каналы аша ҡотлауҙы традицияға әйләндергән.



Вернуться назад