Матур ғаилә – ил ҡото23.02.2018
Матур ғаилә – ил ҡотоҒаилә – милләтебеҙҙең генә түгел, халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың, илебеҙҙең дә ныҡлы терәге, таянысы, оло, бөтөн бер йәмғиәттең лайыҡлы өлөшсәһе ул. Тап бөгөн “ғаилә” төшөнсәһе айырым иғтибарға, ихтирамға лайыҡ. Ул йәмғиәтебеҙҙә иң көнүҙәк күренештәрҙең береһе булып ҡала. Ысын, бәхетле, тулы һәм законлы ғаиләләр генә илебеҙҙең бәхетле, яҡты киләсәген тәьмин итә ала.

Республикабыҙҙа ғаиләгә иғтибарҙы арттырыу, ғаилә тө­шөн­сәһенең дәрәжәһен күтәреү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу өсөн төрлө саралар үткәреү ҡаралған.
Ошо көндәрҙә Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимна­зияһында илһөйәр, телһөйәр милләттәштәребеҙ, өлгө­лө ғаи­ләләр өсөн “Ғаилә – туған тел һаҡсыһы” тип аталған күркәм сара үтте. Был бәйгелә ҡала­быҙҙың төрлө мәктәптәренән һәм балалар баҡсаларынан балаларын милли рухта тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан 11 ғаилә ҡатнашты. Улар “Халҡым теле – хаҡлыҡ теле”, “Беҙ баш­ҡортса һөйләшәбеҙ”, “Өләсәйем һандығы” кеүек турҙарҙа һынау тотто. Һәр ғаилә конкурсҡа етди әҙерләнеп килгән: өлкәндәр ҙә, бәләкәс конкурсанттар ҙа милли кейемдә сығыш яһап, йырлап, бейеп, йола фольклорын сәхнә­лә­штереп, тамашасыларҙы һоҡ­ландырҙы.
Билаловтар ғаиләһенең дәрт­ле бейеүҙәре, театрлаштырылған формала башҡорт милли аштары, уны әҙерләү ысулдары менән таныштырыу, йола фольклорынан күренештәр; Хөснуллиндар ғаиләһенең туған телде, Тыуған илде, мәҙәниәтте, тарихты өйрә­неүгә өндәгән ҡобайыры, күңел ҡылдарын тирбәтеп ҡумыҙҙа уйнауҙары, өзләү сәнғәте менән таныштырыу, Бөйөк Ватан һуғы­шында һәләк булған олатай­ҙарының өсмөйөшлө хатын уҡыу, һалдаттарҙы иҫкә алыу, был хатты уның яҡты иҫтәлеге итеп изге ҡомартҡылай һаҡлауҙары, ун быуат дауамында бөтә әҙәби ҡо­мартҡыларҙың йәшәү форма­һына, фекер ағышына һәм яҙманың үҫешенә көслө йоғонто яһаған ислам дине ҡанундары, иҫке төркисә яҙылған “Мөхәм­мәдиә” китабы менән таныштырыу; Алсынбаевтарҙың кис ултырыу, шәл бәйләү, бирнә һан­дығын әҙерләү йолаларын сәхнә­ләштереү; Ғөбәевтәр ғаиләһенең балаларҙы, милләттәштәребеҙҙе иманға өндәгән мөнәжәте, “Туҡмаҡ әйләндереү”, “Йөҙөк һалыш” кеүек уйын фольклоры өлгөләре менән таныштырыуы, кесеһенән алып олоһона тиклем йырлап-бейеп сығыш яһауҙары үҙе бер тамаша булды.
Һәр ғаиләнең сығышында башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә баҫым яһалды, ҡул эштәренә өйрәтеү, аш-һыу әҙерләү һабаҡтары, ғөрөф-ғәҙәттәр, ғаилә ҡиммәттәре менән таныштырыуға ҙур иғтибар бирелде.
Был сараға килгән һәр тамашасы күңелендә ҙур кинәнес кисерҙе, балалар баҡсаһына йөрөгән кескәйҙәрҙең дә, мәктәп уҡыусыларының да матур итеп башҡортса һөйләшеүенә, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белеүенә ғорур­ланды, кисәнән рух, ғәм, сәм алып ҡайтты. Танылған ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, жюри рәйесе Айбулат Рәхмәтул­линдың конкурсанттарға ҡурай бүләк итеүе лә йәш быуынға башҡорт телен, мәҙәниәтен, рухиәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ҡәҙерле мираҫ итеп һаҡлағыҙ тигән символик теләк төҫө алды. Һәр конкурсантҡа ҡала башҡорттары ҡоролтайы, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең Нефтекама филиалы, “Ағинәй”­ҙәр клубы тарафынан бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды.
Ярыштың һөҙөмтәләре буйынса Роза менән Айрат Хөснул­линдар ғаиләһе Гран-приға лайыҡ булды, ә Рита һәм Альберт Алсынбаевтар ғаләһе I урынды яуланы.

З. АҘНАБАЕВА,
“Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең Нефтекама филиалы етәксеһе;
Л. ЗИННӘТУЛЛИНА,
филология фәндәре кандидаты.


Вернуться назад