— Мин Үзбәкстан гражданкаһына өйләндем. ЗАГС-тан һуң ул минең фамилияны алды, тик әлегә паспортын алмаштырып өлгөрмәне. Беҙҙә уға Рәсәй гражданлығы эшләтеү менән проблема килеп сыҡты. Законды аңлап етмәйбеҙ. Берәүҙәр, фамилияһын алмаштырмай ғына ҡыҙ фамилияһына гражданлыҡ алыу кәрәк, ти. Әгәр был шулай икән никахты тарҡатмай ғына кире үҙ фамилияһын ала аламы? Паспортын алмаштырыу өсөн хәҙер тағы Үзбәкстанға барыу кәрәкме? Эште бында ғына башҡарып булмаҫмы? Ярҙам итегеҙ әле.
Азамат, Ейәнсура районы.
— Ҡатынығыҙ Рәсәй гражданлығы алыр алдынан тәүҙә бында ваҡытлыса йәшәү өсөн рөхсәт алырға тейеш, аҙаҡ ҡына йәшәп тороу танытмаһына дәғүә итә ала. Бындай танытма алғандан һуң ябайлаштырылған тәртиптә гражданлыҡ алыуға өмөт итә ала, уның өсөн “Рәсәй Федерацияһы гражданлығы тураһындағы” Закондың 14-се статьяһы 2-се бүлегендә ҡаралған шарттарҙың береһен үтәү кәрәк. Сөнки закон буйынса гражданлыҡ алыу өсөн Рәсәй Федерацияһы территорияһында кәмендә биш йыл йәшәү ҡаралған. Ә ҡатынығыҙ, Рәсәй гражданына кейәүгә сыҡҡас, һеҙҙең менән өс йыл өҙлөкһөҙ никахта торған осраҡта ябайлаштырылған тәртиптә бындай хоҡуҡҡа эйә буласаҡ.
Үзбәкстан Республикаһы Ғаилә кодексының 20-се статьяһына ярашлы, никах теркәлгәндән һуң ике яҡтың береһе фамилияһын үҙгәртеү хоҡуғына эйә. Быны Үзбәкстанда ла, республиканың Рәсәй Федерацияһындағы илселегендә лә эшләргә була. Ҡатынығыҙ теләгән ваҡытында фамилияһын үҙгәртә ала, тик уның өсөн Үзбәкстан Республикаһының компетентлы органдарына мөрәжәғәт итеү кәрәк.