Күптән түгел республика ҡатын-ҡыҙҙары ҙур йыйын уҙғарҙы. Эйе, һуңғы йылдарҙа илдә килеп тыуған бик күп ҡатмарлы мәсьәләләрҙе уртаға һалып, күҙгә-күҙ ҡарап кәңәшләшеү, маҡсаттарҙы дөйөмләштереү, берҙәм эш алып барыу – бөгөн иң мөһим һәм кисектергеһеҙ бурыстарҙың береһе.Ҡатын-ҡыҙ... Ирҙең ҡабырғаһынан яралған ҡатын-ҡыҙҙың дәүерҙәр ағышында ил кимәлендә мөһим урын алыуға өлгәшеүен иҫбатлап тороу урынһыҙ булыр.
Һәр милләт вәкиленең үҙенә генә хас теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте, йәшәйеш рәүеше, донъяға ҡарашы, ғөрөф-ғәҙәте була. Был осраҡта, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ, әсә булараҡ, төп урын биләгән һәм әле лә шулай. Быны бер нисек тә инҡар итеп булмай, ул тәбиғи хәл.
Ҡатын-ҡыҙ – донъяға килгән осорҙан уҡ ир ҡатыны, бала әсәһе, ғаилә ҡото, донъя усағын һаҡлаусы изге зат. Һәр ҡатын-ҡыҙ – ил уҙамандарын, ағаларын һәм батырҙарын тыуҙырыусы, уларға йәшәү ҡанундарын беренсе һалыусы, балаһын милләтенең тоғро улы, ҡыҙы итеп тәрбиәләүсе шәхес ул. Әсә – беренсе булып күкрәк һөтө менән балаһына туған телен, милли рухын, ата-бабаларҙың аманатын еткереүсе ҡатын-ҡыҙ ҙа. Борондан ҡатын-ҡыҙ ирҙәр менән бер рәттән батырлыҡтар ҡылып, тарих биттәрендә урын ала. Башҡа милләт вәкилдәренең батыр ҡыҙҙары булған кеүек, беҙҙең дә ырыу яҙмышын ҡурсалап, хәрби отрядтар ойошторған, уларға етәкселек иткән Бәндәбикә, Көнбикә, Танһыҡбикәләребеҙ булған, исемдәре билдәһеҙҙәре лә бихисап.
Борондан ирҙәр ил һаҡлап яуға сапҡанда, улар ауыл һәм ил йөгөн үҙ ҡулына алған, бер үк ваҡытта итәк тулы балаларын бағып, илгә йәш быуын — алмашсылар ҙа әҙерләгән ҡатын-ҡыҙ. Ир-аттың тоғро юлдашы, һәр эштә алмаштырғыһыҙ ярҙамсыһы, кәңәшсеһе, терәге лә, ҡиммәтле сифаттарҙы туплаған еңелмәҫ батырлыҡ өлгөһө лә улар.
Үҙенең һүнмәҫ мөхәббәте менән ир-егетте әсир иткән дә, уларға бәхет бүләк иткән дә – ҡатын-ҡыҙ. Борондан ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы һәм эске һоҡланғыс матурлығына, тоғролоғона, батырлығына арнап, халҡыбыҙ “Зөлхизә”, “Шәүрә”, “Сәлимәкәй”, “Таштуғай”, “Ашҡаҙар”, “Йәнбикә” һәм башҡа бик күп йырҙар ижад иткән. Улар милләтебеҙ күңелендә мәңге һаҡлана һәм йырсылар репертуарынан төшмәй. Хатта сит ил тамашасылары ла башҡорт халыҡ йырҙарын һоҡланып тыңлай һәм композиторҙар ижад иткән опера арияларына тиңләй.
Бындай баһа, әлбиттә, беҙҙең халыҡтың бөйөк һәләтен, эске саф тойғоһон, үтә лә нескә моңон иҫбатлай. Ә ул йырҙарҙы башҡарыусы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ — Нажиә Аллаярова, Ғәлиә Солтанова, Мәғфирә Ғәлиева, Флүрә Килдейәрова, Сөйөмбикә Хисмәтуллина, Зәйтүнә Ғәзизова һәм башҡалар – үҙ осоронда милли байлығыбыҙҙы түкмәй-сәсмәй һаҡлап йәш быуынға тапшырыусылар. Бөгөн дә улар тәрбиәһендә үҫкән йәш йырсылар ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Халҡыбыҙ ижадын үлемһеҙ итеүселәрҙең дә күбеһе – ҡатын-ҡыҙ.
Мәҙәниәт өлкәһендә генә түгел, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, сәнәғәт, сәнғәт өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшеп, юғары вазифа биләгән, илгә етәкселек итеүгә ҙур өлөш индергән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ тураһында ҡабатлап әйтеү кәрәкмәйҙер ҙә.
Икенсе бөтә донъя һуғышы — беҙҙең бала саҡ. Яу башланыуҙың икенсе көнөндә үк ир-егеттәр һуғышҡа оҙатылды. Итәк тулы бала менән ҡатын-ҡыҙ ир-ат урынына сафҡа баҫты: колхоз эшен дә алып барҙы, балаларын да хур итмәне. Ҡатын-ҡыҙ бер йомғаҡҡа төрөлдө. Фронттан килгән “ҡара ҡағыҙ” ҡайғыһын да, унда-бында килеп тыуған бәләкәй генә шатлыҡты улар бергә кисерҙе, һәр мәсьәләне бергә хәл итте.
Еңеү көнө иһә барлыҡ халыҡ өсөн оло шатлыҡ алып килде. Әммә туғандары һуғыш яланында ятып ҡалғандарҙың ғаиләләре өсөн генә түгел, бөтә ил өсөн мәңгелек юйылмаҫ яра ҡалдырған афәт тә ул. Ҡатын-ҡыҙ түҙҙе. Һуғыш бөтөр, ир-егеттәр әйләнеп ҡайтыр ҙа тормош еңелләнер тигән өмөт хыялда ғына ҡалды. Һуғыш килтергән бөлгөнлөктө аяҡҡа баҫтырыу тағы ла ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төштө. Һуғыштан ярты-йорто ғына ҡайтҡан ирҙәр шунда уҡ эшкә тотона алманы.
Башын юғарыраҡ күтәреп, яңынан ҡатын-ҡыҙ ең һыҙғанып эшкә тотондо. Эшкә яраҡлы һәр кемгә һуғыш килтергән емереклекте бөтөрөү, илде аяҡҡа баҫтырыу мәсьәләһе килеп баҫа. Ҡаты, ауыр эш араһында ғаилә ҡороп, бала табырға, илгә хеҙмәт итерлек йәш быуын үҫтерергә лә өлгөрә улар.
Улар Ватанының ысын патриоты булды. Бер ниндәй Маҡтау ҡағыҙҙарына, бүләктәргә лә дәғүә итмәй эшләне лә эшләне улар, ә уларҙың күбеһе шул ҡатын-ҡыҙ, сөнки һуғыштан яраланып ҡайтҡан ир-ат юғарыраҡ урындарҙы биләй, эште ойоштора, ә ҡатын-ҡыҙ, башҡа һыймаҫлыҡ ауырлыҡтар күргәнен онотоп, уларҙы ҡурсалай, һаҡлай. Шулай ҙа алтмышынсы йылдарҙа ил әҙерәк аяҡҡа баҫҡас, колхозсыларға иғтибар арта башланы, алдынғыларҙы бүләкләү, депутатлыҡҡа үрләтеү эштәре башланды.
Ошо күтәрелеш осоронда һәр колхозсы “ялан батыры” исеменә лайыҡ булырлыҡ ине. Хөкүмәт уларҙы күрә башланы, һәр район үҙенең “ялан батыры” менән ғорурланыр ине. Шул йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районынан Банат Батырова үҙен илгә иң оҫта сөгөлдөрсө итеп күрһәтте, уға тоғро хеҙмәте өсөн депутатлыҡ мандаты бирҙе. Күпме һауынсылар, мал ҡараусылар, механизаторҙар, уҡытыусылар, врачтар маҡтап телгә алынды, улар тураһында очерктар яҙылды, йырҙар сығарылды...
Улар араһында күберәк ҡатын-ҡыҙ булды. Илде аяҡҡа баҫтырыу осоронда бындай сәйәсәттең роле ҙур ине. Һәр кем социализм төҙөү хыялы менән янды, уға өмөт итте, шул өмөт йәшәтте бәндәне. Әлбиттә, бөгөн тормош тамырынан үҙгәрҙе. Шулай ҙа әҙәм балаһы өмөт менән йәшәй, алға ынтыла. Йәш быуын белем ала, киләсәкте үҙ ҡулдары, аҡылы менән яҡты итеренә ышана. Ошондай ҡатмарлы дәүерҙә ҡатын-ҡыҙ тағы ил хәсрәте, халҡыбыҙҙың киләсәге менән яна.
Туҡһанынсы буталсыҡ йылдарҙа республикала ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы булдырылды. Уның беренсе рәйесе — Нәжибә Мәҡсүтова үҙенең ғилми эштәрен алып барыу менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла ойошторҙо. Донъяуи мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итте, ауыр мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын эҙләп тапты улар. Әлбиттә, был ойошма ул йылдарҙа бик күп кенә ғаиләләргә, балаларға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе лә хәл итте.
Ойошма бөгөн дә үҙ эшен дауам итә. Ҡатмарлы мәсьәләләрҙе берлектә хәл итеү өсөн ноябрҙә ойошманың дүртенсе съезы саҡырылды. Унда райондарҙан, башҡа өлкәләрҙән күп делегаттар саҡырылды. Быға тиклем ваҡытлы рәйес вазифаһын башҡарған “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева урынына Гөлнур Ҡолһарина һайланды, совет булдырылды, эш бүлеп бирелде. Советта йәштәрҙең күп булыуы ышаныс тыуҙыра. Улар – әлеге тормош ағышына яңы күҙлектән ҡараусылар. Советта бөгөнгө донъяуи өлкәләрҙең бөтәһе лә комиссияларға бүлеп бирелде, дөйөм эш планы төҙөлдө. Совет үҙ эсенә оло, урта һәм йәш быуындың милли рухлы, егәрле ҡатын-ҡыҙҙарын йыйҙы.
Республикабыҙҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа эшҡыуарҙарҙың булыуы ла мөһим. Был өлкәлә йәштәргә өлгө күрһәтерлек ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙарыбыҙ бар: ҡайһы береһе ҡош-ҡорт тота, ваҡ мал менән кәсеп итә, кемдер буҙа ҡайната, шәл бәйләүселәр, кейеҙ баҫыусылар, балаҫ һуғыусылар, быйма етештереүселәр ҙә етерлек, милли биҙәүес әҙерләүселәр ҙә күренә башланы.
Үҙенең шәхси тормошонан ауыл яҙмышын өҫтөн ҡуйғандар ҙа бар. Яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Гөлсирә Ғиззәтуллина – шундайҙарҙың береһе. Ул эшҡыуарлыҡ шөғөлөн өйрәнеү маҡсатында сит илдәрҙә лә йөрөп ҡайтты. Әле тыуған ауылында – Ейәнсура районындағы Иҙәштә икмәк бешерә. Үҙ ауылы халҡын эшкә йәлеп итеү, бер-ике булһа ла эш урыны булдырыу ниәтенән ҡалалағы торлағын ташлап ауылға ҡайта.
Фәүзиә Латипова Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылын ҡурсалау, халыҡ араһында тәрбиә эше алып барыу маҡсатында ошо төбәктә төпләнгән. Балаларҙы уҡыуға дәртләндереү өсөн үҙенең стипендияһын да булдырған.
Беренсе ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһын ойоштороусы Нәжибә Мәҡсүтованың ҡыҙы Зилә Вил ҡыҙы ла ауылға күскән, йәштәр араһында эскелеккә ҡаршы көрәшә. Күптән инде эшҡыуар Гүзәл Яубаҫарова, Миңзәлә Фазлетдиновалар йәмәғәт ойошмаларына, ауыр хәлгә ҡалған милләттәштәребеҙгә аҡсалата ярҙам итеп килә.
Бына ошондай затлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ байтаҡ. Улар өлгөһөндә йәш эшҡыуарҙарыбыҙ үҫә. Ҡатын-ҡыҙҙар союзына ағза булып ингән Айгөл Хужина, Лилиә Хәбибуллиналар — инде аяҡҡа ныҡлы баҫҡан йәш эшҡыуарҙар. Шуны ла әйтеп китеү урынлы: йәш эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ үҙе генә бындай ауыр эшкә баҙнат та итмәҫ ине, әгәр эргәһендә ныҡлы ярҙамсыһы — тормош иптәше булмаһа. Ғөмүмән, ғаиләнең татыу булыуы мөһим.
Был осраҡта инде үҙенең оло тәрбиәүи хеҙмәте менән өлгөлө өләсәй булып танылған арҙаҡлы милләттәшебеҙ Альбина Хажим ҡыҙы Исхаҡованы ла телгә алайыҡ. Етмәһә, был абруйлы, лайыҡлы исемде “Тамыр” студияһы рәсми рәүештә күптән раҫланы.
Альбина Исхаҡова ейән-ейәнсәрҙәрен, тәрбиәгә алған балаларын ысын башҡорт егеттәре һәм ҡыҙҙары итеп тәрбиәләп, уларҙы дөрөҫ оло юлға баҫтырҙы. Тотош ил кимәлендә башҡорт икәнлектәрен күрһәткән белгестәр булып танылды улар.
Альбина Хажим ҡыҙы һаман милли булмышын республикабыҙҙа ғына түгел, ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә лә күрһәтергә өлгөрә. Былтыр ул Өфөлә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейеменең иң күркәм өлөшө — түшелдеректе (һаҡал, селтәр, күкрәксә) үҙ ҡулы менән эшләп, күргәҙмә ойоштороп, кешеләрҙе таң ҡалдырҙы. Уны Екатеринбург ҡалаһына ла алып барып күрһәтеп ҡайтты, халҡыбыҙҙың онотола барған кейем өлгөләрен иҫкә төшөрҙө, боронғо мәҙәниәтенә халыҡтың иғтибарын йүнәлтеүгә өлгәште. Өфөлә уның тырышлығы менән түшелдерек, ҡашмау һәм башҡа милли кейем өлгөләрен тергеҙеү түңәрәге ойошторолдо. Унда Гөлгөнә Баймырҙина оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йыйылып, милли кейем тегеү оҫталығына өйрәнә. Бындай ҙур тәрбиәүи эш, әлбиттә, эҙһеҙ ҡалмай, йәштәр рухи тәрбиә ала, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ йәшәй, ысын булмышыбыҙ тергеҙелә.
Республикабыҙҙа “Ағинәйҙәр” ҡорон ойоштороп, төрлө яҡлап тәрбиә эше алып барыуҙа ҙур урын тотҡан ойошманы етәкләүсе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаеваны ла телгә алып китеү фарыз.
Гүзәл заттарҙың һәммәһе — халҡыбыҙ өсөн янып йөрөгән шәхестәребеҙ.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналы тотош башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары донъяһын үҙ эсенә һыйҙырыуы, милләттәштәребеҙҙең тормошон оҫта яҡтыртыуы менән үҙе үк ойошмаға оло мәртәбә өҫтәй. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған был коллективҡа баш мөхәррир Гөлназ Ҡотоева етәкселек итә.
Республика башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһына матбуғатта байтаҡ тәжрибә туплаған журналистарыбыҙ Лариса Абдуллина, Зәйтүнә Әйле, Гөлнара Мостафина, “Ашҡаҙар” радиоһынан Зөмәрә Сафина кеүек урта быуын вәкилдәренең килеүе лә ыңғай күренеш тип иҫәпләйем.
Нурия Абдуллина иһә ойошмала үҫеп килгән быуын менән бер рәттән милләттәштәребеҙҙе үҙенең яңы йырҙары менән ҡыуандыра.
Йәштәр араһында ғына түгел, халыҡ араһында ла үҙен булдыҡлы юрист итеп танытҡан, “Арғымаҡ” төркөмө директоры вазифаһын башҡарған Шәүрә Йомағужина һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы сәхнәгә сығарып, уларҙың гүзәллеген, аҡылын, оҫталығын, зирәклеген Башҡортостанда ғына түгел, күрше өлкәләрҙә лә күрһәтеүгә өлгәшкән Айгөл Үтәгәнова, төрлө өлкә белгестәре Айгөл Яппарова, Динә Мөхәмәтйәрова һәм башҡа күптәрҙең ойошмаға килеүе киләсәккә ышаныс тыуҙыра.
Уҡытыусыларҙың әүҙемлеге лә Башҡортостаныбыҙ ныҡлығына бер ишара. Туҡһанынсы йылдарҙа – ҡиблалар буталған осорҙа үҫеп килгән быуын урамда ҡалды, тәртипһеҙлек, бәйелһеҙлек сәскә ата башланы. Бындай вәхшилектән ҡотолоу юлын тормош үҙе өйрәтте — әҙәм балаһы дин юлына баҫты, шул юлда ғына киләсәк быуынды боронғоса ысын милләт вәкиле итеп тәрбиәләү ысулын тапты. Ойошмаға килгән йәштәр ана шул дин юлын һайлаусылар, ата-бабаларыбыҙ юлына тоғролар. Әйткәндәй, Советта ғалимдарҙың — Фирҙәүес Хисамитдинова, Розалия Солтангәрәева һәм башҡаларҙың булыуы ла эштең әүҙем булыуына өмөт өҫтәй. Улар — ХХ быуатта Р. Ҡушаева, Ш. Тимерғәлина, Һ. Дәүләтшина, З. Биишева, Ф. Мостафина кеүек арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ миҫалында тәрбиә алған быуын.
Республика башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһаринаға һәм уның ярҙамсыларына һаулыҡ, сабырлыҡ, берҙәмлек, ауыр эштәрендә еңеллек насип булһын. Өс быуынды — оло, урта, йәш көстәрҙе — бергә туплаған ойошманың халыҡ мәнфәғәтен яҡлау өсөн әүҙем эшенә — аҡ юл. Иншаллаһ.
Ләлә БЕЙЕШЕВА,
Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.