Быйыл Өфө ҡалаһының Совет районы барлыҡҡа килеүенә 80 йыл. Ошоға бәйле юбилей саралары йыл буйы дауам итәсәк. Тәүгеһе иһә “ВДНХ-Экспо” конгресс-залында үтте. Сарала райондың йыл һөҙөмтәләренә байҡау яһалды һәм 2030 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы тәҡдим ителде. Унда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаттары, Өфө ҡалаһы райондары хакимиәттәре башлыҡтары, төрлө ведомство, предприятие һәм учреждение, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.Совет районы ғилми-етештереү, белем биреү, йәмғиәт-сәйәси, мәғариф, мәҙәни, эшлекле үҙәк булараҡ та көслө. Төҙөлөш ойошмалары, сәнәғәт һәм сауҙа предприятиелары, социаль структураға ҡараған учреждениелар ҡатнашлығында ойошторолған күргәҙмәлә лә ошо ҡеүәт сағылды.
Совет районы баш ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан. Майҙаны – 1 мең 616 гектар. 177,7 мең кеше йәшәй. Халыҡ тығыҙлығы буйынса ла ҡаланың башҡа райондары менән сағыштырғанда алдараҡ тора. Әле районда 279 предприятие, шул иҫәптән 12 төҙөлөш, 12,5 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлек алып бара. Сауҙа селтәре лә үҫешкән: 1 150 ваҡлап һатыу, 212 йәмәғәт туҡланыуы, 361 хеҙмәтләндереү өлкәһе предприятиеһы эшләй. Социаль объекттары ла бихисап: 17 мәктәп, 39 балалар баҡсаһы, 209 спорт учреждениеһы, ете дауахана урынлашҡан. Һуңғы йылдарҙа Совет районының инфраструктураһы заман талаптарына яраҡлаштырып төҙөкләндерелә, иҫке йорттар урынына яңылары ҡалҡа, халыҡтың ял итеү урындары камиллаша.
Хакимиәт башлығы Урал Килсенбаев алдағы йылдарҙа ҡала халҡына уңайлы шарттар тыуҙырыу йәһәтенән мәктәптәр, балалар баҡсаһы, ял итеү һәм машиналар туҡталҡаһы төҙөү кеүек сараларҙы үҙенә алған стратегия планы менән таныштырҙы. Уға ярашлы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн иҡтисади йәһәттән уңышлы шарттар тыуҙырыласаҡ, ә зыянлы етештереү объекттарын ҡала ситенә сығарыу күҙаллана.
Урал Килсенбаев – йәш хакимиәт башлыҡтарының береһе. Был юлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең заманса, креатив юлдарын тәҡдим итте. Совет районы башҡа ҙур ҡалаларҙағы Совет райондары менән хеҙмәттәшлекте яйға һалған. Йәғни Өфө, Волгоград, Красноярск, Омск, Силәбе ҡалаларының Совет райондары һәм Ҡаҙаҡстан Республикаһы Астана ҡалаһының Һарыарҡа районы видеоселектор аша аралашып, проблемаларҙы хәл итеү юлдарын өйрәнә, тәжрибә уртаҡлаша. Шулай уҡ хакимиәттә “Проект офисы” киңлеге булдырылған, унда ирекле формала креатив проекттар өҫтөндә эшләйҙәр.
Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов сығышында Совет район хакимиәтенең эшен ыңғай баһаланы, хеҙмәт алдынғыларына Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы.