Таҙаны ашаһаҡ, таҙаны һулаһаҡ...20.02.2018
Таҙаны ашаһаҡ, таҙаны һулаһаҡ...Үткән йыл “Өфө” халыҡ-ара аэропортының дәүләт сиге аша үткәреү пунктында карантинға эләккән аҙыҡ-түлекте алып сығырға маташыуға, малсылыҡ продукцияһының санитар ҡағиҙәләрен боҙоуға ҡағылышлы ике йөҙҙән ашыу осраҡ теркәлгән. Был әле һауа юлында ғына, ә ҡоро ер аша күпме зарарлы ризыҡ индерелә... Кибеттә беҙ һатып алған ризыҡтың таҙалығына нисек инанырға? Яман шеш, ашҡаҙан-эсәк юлдары ауырыуҙары һәм башҡа сирҙәр сауҙа ойошмаларының ҡануниәтте аҫтыртын боҙоуы арҡаһында күбәймәйме икән?

Күптән түгел Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­рол­тайҙа Ветеринар һәм фитосанитар күҙә­теү буйынса федераль хеҙ­мәттең Башҡорт­остан Республикаһы буйынса идаралығы­ның сығышын тыңларға ҡарар итеүе лә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу, тейешле тәҡдимдәр, иҫкәрмәләр яһау маҡ­сатында ойошторолдо.
– Республика парламентының сираттағы ултырышына “Россельхоз­надзор”ҙың Баш­ҡортостан идаралығы етәксеһен юҡҡа ғына саҡырманыҡ, – тине парламент етәксеһе Константин Толкачев. – Беҙҙең төбәк элек­тән үк Рә­сәйҙең аграр тармағында иң алдын­ғыларҙың береһе булып тора, был аб­руй­ҙы артабан да һаҡларға кәрәк. Ауыл хужа­лығы һәр саҡ депу­тат­тар­ҙың иғтибар үҙәгендә. Бынан алдағы сессияла ауыл тар­маҡтарын үҫтереүгә арналған закондар ҡабул иттек, ләкин был даирәлә күмәк­ләп кенә хәл итеп була торған мәсьә­ләләр байтаҡ.
Идаралыҡ 2005 йылда ойошторол­ған. Әле был коллективта 80 кеше эшләй. Уның маҡсаты – беҙҙең төбәктә ветеринария өл­кә­һендәге, ошо өлкәлә ҡулланыл­ған дарыу са­ралары әйләне­шенә, карантин һәм үҫем­лек­селекте яҡ­лауға, пестицид­тар­ҙы хә­үеф­һеҙ ҡул­ла­ныуға, тупраҡтың уңды­рыш­лылы­ғын һаҡлауға, үҫем­лек­тә­р орло­ғона, орлоҡсолоҡ тар­мағы­ның те­йешле ҡа­нуниәткә ярашлы барыуына, ауыл хужа­лығы тәғәйен­лә­нешендәге ер буйынса мөнәсәбәттәргә, игендең һәм ярма­ның, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡтың сифа­тына контроль һәм күҙә­теү эшен башҡарыу. Күре­неүенсә, беҙ­ҙең тормош хәүефһеҙ­ле­генә һәм сә­лә­мәтлеккә туранан-тура йоғон­то яһа­ған шарттарҙы күҙәтә улар.
Ойошма етәксеһе Юрий Петров депутат­тарға республика биләмәһендә эпизоотия­ны (хайуандарҙың йоғошло сиренең ҙур территорияла таралыуын) иҫкәртеү һәм бөтө­рөү, ветеринария ҡа­ғиҙәләрен боҙоуға юл ҡуй­мау буйын­са күрелгән саралар тура­һын­да һөй­лә­не.
– Барыһынан да элек шуны билдә­ләргә кәрәк: “Россельхознадзор” Рәсәй­ҙә кон-троль һәм күҙәтеү эшмәкәрлегенә киң реформа үткәреүҙә ҡатнашыу­сы­лар­ҙың береһе булып тора, – тине Юрий Алексеевич. – Ошо ай­ҡанлы яҡын киләсәктә беҙҙең идара­лыҡ­тың башҡараһы бурыс­тары артасаҡ. Бынан тыш ошо үҙгәрешкә ярашлы беҙҙең ойошма тикшерелергә тейешле барлыҡ даирәләрҙә “тәүәккәллеккә йүнәлтелгән” эш ысулын индерә. Был алым бөгөн үк төп иғтибарҙы хәүеф тыуҙырыуы ихтимал булған объект­тарға йүнәлтеү форсаты бирҙе.
Ергә ҡарата дәүләт күҙәтеүе эшмә­кәрле­гендә идаралыҡ “тикшереү ҡа­ғыҙы” тип атал­ған алымды ҡулла­ныуға индергән: ул ауыл хужалыҡ­тарына ҡарата һорауҙар һәм уларға яуаптарҙан ғибәрәт.
Былтыр идаралыҡ ошо реформа ни­ге­ҙен­дәге тағы бер яңылыҡты ҡулла­на башланы: контроль һәм күҙәтеү һөҙөмтәһе буйынса йылына бер тапҡыр асыҡ тыңлау үт­кә­релә, был сараға етәкселәр, эшҡыуар­ҙар, йәмәғәтселек ойошмалары вәкилдәре лә саҡырыла. Унда тикшереү асыҡлаған мәғ­лүмәт­тәрҙе генә түгел, ә ошо йүнәлеш­тәге ҡануниәт яңылыҡтарын да белергә мөмкин.
Идаралыҡ етәксеһе әйтеүенсә, был­тыр­ғы контроль һәм күҙәтеү саралары тикше­рел­гән өлкәләрҙә хоҡуҡ боҙоу осраҡ­та­ры­ның 2016 йыл менән сағыш­тырғанда кә­меүен күрһәткән һәм, шуның эҙемтәһе бу­лараҡ, һалынған штраф күләме лә аҙайған.
Башҡортостан Рәсәйҙең малсылыҡ тар­мағы буйынса иң алға киткән төбәк­тәренең береһе булып тора, һыйыр һәм йылҡы ма­лы­ның иң ҙур көтөүе лә, иң күп бал һәм һөт етештереү ҙә беҙҙең республикаға тура килә, шуға күрә “Россельхознадзор” белгес­тәре өсөн дә эш күләменең етерлек икәнлеге аңлашы­лалыр. Ветеринария күҙәтеүе менән идаралыҡтың 23 кешенән торған ике бүлеге шөғөлләнә. Тикшереү пункттары Өфөлә һәм республикалағы тағы ла алты нөктәлә урынлашҡан.
– Тоҡомсолоҡто яҡшыртыу маҡса­тында сит илдәрҙән генетик күрһәт­кес­тәре юғары булған йәш мал һатып алыу – һәйбәт һәм киләсәге өмөтлө күре­неш, ләкин мал-тыуар менән бергә республикаға йоғошло сирҙәр индереү осраҡтары ла аҙ түгел, – ти ида­ралыҡ етәксеһе. – Был хәл беҙҙән ветеринар күҙәтеүҙе даими алып барыуҙы талап итә.
Сит илдән килтерелгән малға ҡарата карантин саралары ҡулланыу, кәрәк бул­ғанда лаборатория тикшереүе лә үткәреү – ида­ра­лыҡ белгестәре өсөн ғәҙәти хәл. Шулай ҙа малдың күрше тө­бәктәрҙән бер-береһенә күсеп йөрө­үен, Юрий Петров таныуынса, контрол­дә тотоу ҡыйыныраҡ. Әммә башҡа субъекттар менән берлектәге эш үҙенең һө­ҙөмтәһен бирә – был тәңгәлдә былтыр Ростов өлкәһенән килеүе ихтимал булған күркә сирен иҫкәртеүҙе миҫалға алырға мөм­кин. Ә был тарафҡа ул Европанан үтеп ингән икән. Башҡорт­ос­тан­­ға эләккән 12 тон­на күркә ите ян­ды­рылған. “Эшҡыуарҙар бай­таҡ зыян күрҙе, әлбиттә, әммә, иҫкәртеп өлгөр­мә­һәк, зыян күләме тиҫтәләрсә тапҡыр­ға ҙурыраҡ булыр ине”, – ти идаралыҡ етәк­сеһе.
Юрий Петров үҙ сығышында былтыр ҙур шау-шыу тыуҙырған һәм Туймазы районында кинәт башланып киткән бешмә сирен дә урап үтмәне. Уның сәбәбе итеп идаралыҡ етәксеһе малды бер ниндәй документтар­һыҙ, йәғни ҡануниәтте боҙоп күсереп йөрө­төүҙе һәм райондағы ветеринария хеҙмә­тенең тейешле сара күреүҙә һуңлауын атаны. Ә бит бешмә ауырыуы республика биләмәһендә ошоға саҡлы 1977 йылдан бирле булмаған. Ветеринария белгестә­ре­нең вайымһыҙлығы шуның менән аңла­ты­ла­лыр ҙа инде. Бөтә көстө туплау һөҙөм­тә­һендә бешмә сиренең таралыуы туҡта­тыл­ған.
Әлеге ваҡытта сусҡа киҙеүенән һаҡланыу саралары көнүҙәк булып тора. Был ауырыу арҡаһында Рәсәйҙең тейешле тармағы һуңғы йылдарҙа ғына ла туғыҙ миллиард һум самаһы зыян күргән. Һуңғы ун йылда Башҡорт­останда был тармаҡ тиҙ үҫешә, сус­ҡа­лар һаны 466 мең башҡа еткән. Тимәк, ветеринария хеҙмәтенә ҡарата ла яуап­лы­лыҡ арта тигән һүҙ. Хәйер, идаралыҡ етәк­сеһе, аҙыҡ-түлек баҙа­рына зарарлы һәм сифатһыҙ ризыҡ эләгеүенә юл ҡуймау өсөн ветеринария хеҙмәтенең тырышлығы ғына етмәй, быға эшҡыуарлыҡ менән берлектәге ынтылыш аша ғына өлгәшеп була, тип белдерҙе.
“Россельхознадзор” башҡа йүнәлеш­тә лә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Һуңғы осор­ҙа бал экспортлауҙың ике тапҡырға тиерлек кәмеүен иҫәпкә алып, продукция­ның сифатын контролдә тотоу өсөн заманса лаборатория асырға әҙерләнәләр. Федераль ҡаҙнанан ошо маҡсатҡа 400 миллион һум аҡса бүленгән. 2021 йылда беҙҙең республикала уҙасаҡ “Апимондия” ха­лыҡ-ара конгресы сифатты яҡшыртыу һәм контрол­ләү сараларын тиҙләтеүҙе талап итә. Ошо айҡанлы Юрий Петров депутат­тар­ҙан лаборатория өсөн тейешле талап­тар­ға яуап бирерлек бина алыуҙа ярҙам итеүҙе үтенде.
Идаралыҡ аҙыҡ-түлек индереү ты­йылған дәүләттәрҙән ризыҡтың беҙҙең кибеттәргә һәм ба­ҙарҙарға эләкмәүен дә күҙәтеп бара. “Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, республика биләмә­һен­дә ошо санкция исемлегендәге илдәр­ҙән килтерелгән ризыҡ һирәкләп булһа ла осрай, беҙ кисекмәҫтән сара күрәбеҙ”, – ти етәк­се. Был саралар һөҙөмтәһендә үткән йыл һигеҙ мең килограмдан ашыу малсылыҡ һәм 62 килограмм үҫемлек­селек продукция­һы тартып алынған, артабан юҡҡа сыға­рыл­ған.
Үҫемлекселектә иген орлоғо менән бер­гә килеп эләккән зарарлы сүп үләндәренең таралыуына юл ҡуймау буйынса ла байтаҡ эш башҡарыла. Ор­лоҡто тейешле дарыу менән зарар­һыҙландырылмаған келәттә һаҡлау осраҡтары ла булғылап тора. Был иһә орлоҡтоң сифатын насарайта һәм ки­лә­сәк уңышҡа кире йоғонто яһай. Ошо кәм­селекте асыҡлауҙа былтыр 349 осраҡ тер­кәлгән.
“Россельхознадзор”ҙың бурысы – биологик яҡтан да, аҙыҡ-түлек буйынса ла дәү­ләттең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Һәм беҙ ҡуйылған бурыстарҙы на­мыҫ менән үтә­йәсәкбеҙ. Был йүнә­леш­тә федераль власть органдары менән дә, республиканың дәүләт һәм муниципаль ойошмалары менән дә хеҙмәттәшлек әүҙемләшә барасаҡ”, – тип ышандырҙы идаралыҡ етәксеһе.


Вернуться назад