“Ҡуян”ды һыуыҡҡа сығарырға ярамай20.02.2018
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһында бала ҡарау буйынса ялды йәш ярымдан өс йәшкәсә арттырыу хаҡындағы закон проекты ҡарала. Уның авторҙарының ниәте – был осорҙо тулыһынса хеҙмәт стажына индереүгә өлгәшеү.

Илебеҙҙә йәш ярымдан кесерәк балалар өсөн ясле төркөмдәре етешмәү сәбәпле, бәләкәй балаһы булған ҡатындар эшкә урынлаша алмай һәм тулы­һынса ғаиләнең, яҡындарының ярҙамына мохтаж. Бы­нан тыш, депутаттар бала ҡараған осор өсөн иҫәп­ләнгән иң күп страховка стажын алты йәшкә тиклем сикләгән ҡағиҙәне ғәмәлдән сығарырға тәҡдим иткән. Уларҙың фекеренсә, “был сара күп бала та­быуға дәртләндермәй”. Әле булған нормаға ярашлы, әсәнең бала ҡараған йыл ярым ваҡыты ғына хеҙмәт стажына индерелә.

* * *
Былтыр Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының Махсус оператив дежурлыҡ бүлеге хеҙмәткәрҙәре илдән 655 сит ил гражданын ҡыуып сығарған.

Ойошманың матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарын­са, мигранттарҙың илебеҙ биләмәһендә булыу шарттарына әһәмиәт бирмәүе уларҙы тыуған яҡтарына мәжбүри ебәреүгә сәбәпсе булып торған.
“Беҙҙең илдә булыу ҡағиҙәләрен Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан граждандары айырыуса йыш боҙған. Ҡыуылғандар араһында Ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, Төркиә, Вьетнам, Нигерия һәм башҡа ил граждандары ла булған”, — тип хәбәр иттеләр идаралыҡта.
Быйылғы йылдың тәүге айында Үзбәкстан менән Тажикстандың 18 гражданы илдәренә кире ҡайта­рылған.

* * *
Һыуыҡта билетһыҙ балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә төшөрөп ҡалдырыуҙы тыялар, тип яҙа “Известия” гәзите. Илдең Транспорт министрлығы автомобиль транспорты һәм ҡала электр транспорты уставына кәрәкле төҙәтмәләр индерергә тейешле закон проектын Хөкүмәткә әҙерләп биргән дә инде.

Кешенең ғүмере һәм һаулығы өсөн хәүефле бул­ғанда “ҡуянды” транспорттан ҡыуып сығарырға ярамай. Проект теләһә ҡайһы билетһыҙ пассажирҙы ла төшөрөп ҡалдырыуҙы тыя. Әлеге ваҡытта бер нисә төбәктә билетһыҙ балаларҙы транспорттан төшөрөп ҡалдырыу рөхсәт ителмәй. Шулай уҡ был ҡағиҙәне боҙған контролерҙар өсөн яза биреү хаҡындағы мәсьәлә өйрәнелә.

* * *
Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы бүлексәләрендә һуңғы ваҡытта автомобиль йөрөтөүсе таныҡлығын алмаштырыуға бәйле граждандарҙың мөрәжәғәттәре артҡан.

Ойошманың матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, таныҡлығы ғәмәлдән сығыуға әллә күпме ва­ҡыт уҙған шоферҙар ҙа мөрәжәғәт итә башлаған. “Ул ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларында таныҡ­лыҡ­ты алмаштырғанда һынау имтихандарын үтеү кә­рәклеге хаҡында бирелгән мәғлүмәт менән бәйле, тип уйлайбыҙ. Был дәүләт хеҙмәтен күрһәткәндә бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ. Ҡануниәт тарафынан ғәмәлдә булыу ваҡыты уҙған шофер таныҡлығын алмаштырғанда имтихан тапшырыу ҡаралмаған”, — тип аңлатма бирҙе ЮХХДИ.
Рәсәй Автомәктәптәр союзы Юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлеге дәүләт инспекцияһына таныҡлыҡтың ваҡыты уҙғандан һуң, уларҙы алмаштырырға килгән шофер­ҙарҙың Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә белемен тикше­рергә тәҡдим иткән. Сәбәбе – автомәктәптәргә һәм Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендәге үҙгәрештәргә ҡарата ҡаты контроль кәрәклеге.

* * *
Башҡортостанда шәхси һаҡ предприятиелары хеҙмәт ҡануниәтен боҙоуҙар һаны буйынса тәүге урынды биләй. 2016 йылда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына — 240, былтыр иһә 300 кеше яҡлау һорап мөрәжәғәт килгән.

Хеҙмәткәрҙәр хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләш­тер­мәүгә, хеҙмәт килешеүҙәрен алмаштырған гражданлыҡ-хоҡуҡи формалағы килешеүҙәр төҙөүгә, эш хаҡын түләмәүгә зарланған.
Тикшереүҙәр барышында инспекторҙар республикала билдәләнгән минималь эш хаҡы күләменән (ул саҡта 8,9 мең һум) кәмерәк хеҙмәт хаҡы түләү кеүек хоҡуҡ боҙоуҙы ла асыҡлаған. Мәҫәлән, “Реасон-Форс”, “Барс”, “Медведь” ойошмаларында Дәү­ләт хеҙмәт инспекцияһы тикшергәнгә тиклем эш хаҡы 7,5 мең һум тәшкил иткән. “Барс” шәхси һаҡ предприятиеһында хеҙмәт хаҡы түләгәндә район коэффициенты иҫәпкә алынмаған. Бер йыл эсендә Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре шәхси һаҡ предприятиелары етәкселегенә хеҙмәт ҡануниә­тен боҙған өсөн бер миллион һум штраф һалған.

* * *
Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙҙың биш йылдан артыҡ бергә йәшәүен йәки ике йыл дауамында бергә ғүмер итеүен һәм уртаҡ балалары булыуын законлы никахҡа тиңләштерергә уйлайҙар. Был хаҡта сенатор Антон Беляков белдерҙе.

“Фактик никах мөнәсәбәттәре институты” Швеция­ла, Нидерландта, Норвегияла, Францияла һәм Германияла танылған. Ул ир менән ҡатындың юридик хоҡуҡтарын яҡлай. Рәсәйҙә закон проекты ҡабул ител­гән осраҡта ғаиләнең “гражданлыҡ никахы” осоронда туплаған мөлкәте уларҙың дөйөм милке тип таныла.
Ошондай закон проекты 2015 йылда ла Дәүләт Думаһына тәҡдим ителгәйне, ләкин кире ҡағылды. Эксперттарҙың да яңы проектҡа һорауҙары байтаҡ, сөнки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу, алимент түләү кеүек мәсьәләләрҙе йәки кемдеңдер элекке тормош иптәше менән айырылышмаған осраҡтарҙы һәм башҡа аспекттарҙы ул асыҡламай. Шуның менән бергә йылдар үткән һайын теркәлгән никахтар һаны кәмей, парҙарҙың күбеһе “ирекле мөнәсәбәттәр”гә өҫтөнлөк бирә.


Вернуться назад