Һорауҙар күп булыр, моғайын...20.02.2018
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайының 22 февралдә буласаҡ ултырышында депутаттар республика буйынса эске эштәр министрының һәм Контроль-иҫәп палатаһы рәйесенең үткән йылғы эшмәкәрлек буйынса отчеттарын тыңларға әҙерләнә. Улар пленар ултырыштың көн тәртибе проектына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Президиумы тарафынан тәҡдим ителгән.
– Эске эштәр министрының республикалағы тәртип һаҡлау торошо тураһындағы сығышы һәр саҡ депутаттарҙың ҙур иғтибарын йәлеп итә, министрға ҡарата һорауҙар ҙа күп була, – ти парламент етәксеһе Константин Толкачев. – Беҙҙе енәйәтселектең тотош республика буйынса һәм айырым муниципалитеттарҙағы кимәле, хоҡуҡ һаҡлау органдарының ҡануниәтте боҙоуҙы иҫкәртеү буйынса ниндәй саралар күреүе, граждандарҙың хәүефһеҙлеге һәм законлы мәнфәғәттәре нисек тәьмин ителеүе ҡыҙыҡһындыра.
Ултырышта шулай уҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының айырым хеҙмәттәренең үҙенсәлеге тураһында фекер алышыу ҙа планлаштырыла. Депутаттар бирергә ниәтләгән күп һорауҙар уларҙың һайлаусыларынан килгән йәки уларҙың райондарҙа халыҡ менән осрашыуында йыйылған.
Контроль-иҫәп палатаһының һәр уҙған йылға отчеты республика парламентында даими тикшерелә. Депутаттарға һәм халыҡҡа ҡаҙна аҡсаһының ҡайҙа һәм нисек тотонолоуын аныҡ күҙ алдына килтерергә кәрәк. Был даирәләге иң таралған хоҡуҡ боҙоуҙар, уларҙы асыҡлау һәм бөтөрөү, иҫкәртеү саралары ла йәмәғәтселек контролендә торорға тейешле. Палата рәйесенә лә, ҡағиҙә булараҡ, һорауҙар күп бирелә.
Бөтә талаптар, әлбиттә, ғәмәлдәге ҡануниәткә нигеҙләнеп ҡуйыла. Шуға күрә киләһе пленар ултырышта “Башҡортостан Республикаһында ҡануниәттең торошо тураһында” тип аталған мәсьәлә лә ҡараласаҡ. Был хәлгә баһа депутаттарҙың артабанғы эшмәкәрлеге өсөн дә, республика ҡануниәте нормалары менән көндәлек хеҙмәтендә йыш осрашҡан белгестәр өсөн дә кәрәк.