Тикшерә белмәһәң, үҙеңде тикшерерҙәр20.02.2018
Башҡортостан Прокуратураһы хәбәр итеүенсә, былтыр эшҡыуарҙарҙы законһыҙ тикшереү буйынса 83 осраҡ асыҡланған. Был ҡылыҡтары өсөн Хеҙмәт буйынса инспекция, “Росприроднадзор”, “Роспотребнадзор” идаралыҡтары белгестәре административ яуаплылыҡҡа айырыуса йыш тарттырылған.
Прокуратура асыҡлауынса, эшҡыуарҙарҙы тикшереү йыш ҡына аноним мөрәжәғәттәргә нигеҙләнеп үткәрелгән, уларҙың хатта электрон почта аша авторһыҙ килгәнен тикшереү өсөн сәбәп иткән осраҡтар ҙа аҙ булмаған. Контроллек итеүселәр шулай уҡ ҡайһы саҡ тикшереү сараларының ваҡытын да боҙған, уның һөҙөмтәләрен тейешле кимәлдә яҙмаған һәм алынған мәғлүмәттәрҙе берҙәм реестрҙа теркәмәгән.
Стәрлебаш районы прокуратураһы, мәҫәлән, дәүләт автоинспекторының бер мәктәпте планда ҡаралған ваҡыттан бер айға алдан килеп тикшерә башлауын асыҡлаған һәм полицияға был турала иҫкәрмә ебәргән. Балаҡатай районы хакимиәтенең муниципаль торлаҡ һәм ер контроле инспекторы бер эшҡыуарҙы пландан тыш тикшереү тураһындағы мәғлүмәтте реестрға индермәгән өсөн административ яза алған. “Роспотребнадзор”ҙың Шишмә бүлеге эксперты тикшереү тураһында акт төҙөгәс, уны тикшерелеүсенең үҙенә күрһәтмәгән. Ул да бының өсөн язаһыҙ ҡалмаған, әлбиттә.
Тикшереү һөҙөмтәһендә законһыҙ эш ителгән 372 осраҡ асыҡланған.