Йәшәй генә башлаған саҡта20.02.2018
...Бүлмәһенә ҡайтмаған Башҡорт дәүләт медицина университетының V курс студенты Гүзәл Ғәзетдинованы өс аҙна тирәһе эҙләнеләр. Яҡындары ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәне лә кемдәрҙән генә ярҙам һораманы. Өфөнөң ташландыҡ ерҙәре, әҙәм балаһы һирәк баҫҡан урындар, йылға буйҙары, тау һырттары, ҡыҫҡаһы, ҡарамаған бер мөйөш тә ҡалманы тиерлек. Бәлки, башы һуҡҡан яҡҡа юлланғандыр, автомобилгә көсләп ултыртып алып киткәндәрҙер? Ошондай фараздар ҙа ишетелеп ҡалды. Ирекмәндәр ҙә ҡушылды был эшкә. Әммә тырышлыҡ бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне. Дөйөм ятаҡтан сығып барыуын раҫлаған видеояҙма ғына бар...

Ғәмәлдә, ул йәшә­гән Минһажев ура­мындағы уҡыу йорто­ноң дөйөм ятағынан алыҫ түгел урында – ҡул һуҙымында кү­рен­гән торлаҡ йорт төҙөлөшөнөң подвалында бер мәйеткә тап була төҙөүселәр. Ҡыҙғаныс, әлбиттә, Гүзәл үле килеш табыла. Әле был йәһәттән тәфтишселәр ҡыҙыу эш алып бара. Ул бында нисек барып юлыҡҡан? Ғөмүмән, йәш кешенең ғүмере ни өсөн ҡыйылған? Һорау артынан һорау...
Бер ниндәй сәбәпһеҙгә юғалыуға ниндәй аңлатма бирергә? Әҙәм балаһы энә түгел дә инде ҡапыл ғына юҡҡа сығырға, тиергә ашыҡмағыҙ.
– Һунарҙан йәки балыҡтан, туристик походтан ҡайт­маған кешеләр тураһында эт-ҡошҡа осраған, һыуға бат­ҡан, ҡаянан ҡолап төшөп харап булған тиеп һығымта яһарға мөмкин, – ти полиция капитаны Абдул Кәримов. – Кәләше йә булмаһа ире менән әрләшеп, башы һуҡҡан яҡҡа сығып китеп, ваҡытлыса ҡайҙалыр көн итеүселәр ҙә етерлек, психик сирҙән яфаланыусылар, хәтерһеҙҙәр, наркомандар һәм “ҡырын тейәргә яратыусылар” менән дә шундайыраҡ хәл йыш ҡабатлана. Ҡайһы берәүҙәр муйындан бурысҡа батып, унан ҡотолоу юлдарын тап­мағас, ахыр сиктә эҙен юя, шикле төркөмгә эйәреүселәр “был биләмәнән” ҡаса.
Уларҙың һәр береһе тураһында мажараға тартым роман яҙырға мөмкин. Детективҡа тиң ваҡиғалар – сәстәр үрә торорлоҡ!
Шулай ҙа, ҡайҙа булалар һуң, ниңә күп осраҡта сыр­малсыҡ ептең осона сығыу һис тә мөмкин түгел? Енә­йәтсел төркөмдәрҙең кеше урлау ише яман ҡылыҡтары тураһында хәбәрҙарбыҙ – яуыз заттарға кемделер ҡол­лоҡта тотоу, бала менән һатыу итеү, йәки малай-ҡыҙ­ҙар­ҙан хәйер һоратыу, ҡыҙҙарҙы фәхишәлеккә йәлеп итеү, улай ғына ла түгел, кеше ағзаһы менән сауҙа итеү һәм йәнде ҡыйыу бер ни тормай. Аҙып-туҙып йө­рө­гән торлаҡлы кешеләргә әүҙем һунар иғлан ителгән – уларҙы юҡ итеп, мөлкәтен тартып алыу осраҡтары бар.
Юғалыусыларҙың айырым төркөмөнә үҙенең исем-шәрифен һәм йәшәгән урынын дөрөҫ итеп әйтеп бирә алмаған оло йәштәгеләр, ауырыуҙар һәм кескәйҙәрҙе индерәләр. Хатта ҡарттар йортонда бер нисә йыл төйәк иткәндәр берәй ҡасан туғандарын эҙләп китә.
Ошондай аяныслы күренештәргә юл ҡуймау өсөн по­лиция һәр береһенең кеҫәһенә үҙҙәре тураһында ҡыҫ­ҡаса мәғлүмәт яҙып һалырға, хатта кейемдәренә те­гергә тәҡдим итә.
Һөҙөмтәлә күптәрҙең табылыуы һөйөнөслө. Эҙһеҙ юғалғандар ғына бөтмәҫ үкенес тыуҙыра. Әле саҡ ғү­мер юлын башлаған Гүзәлдең юғалыу сәбәптәре лә асыҡлана...


Вернуться назад