Тоноҡланмай Рәми исеме!20.02.2018
Тоноҡланмай Рәми исеме!Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда 1992 йылда барлыҡҡа килгән яңы урамға мәшһүр шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исеме бирелгәйне. Был эшкә ул осорҙа эшләгән “Йәнтөйәк” зыялылар клубының иң әүҙем ағзаларының береһе Булат Аҡманов ҙур тырышлыҡ һалды. Нәҡ уның башланғысы менән 2010 йылдың 20 авгусында район үҙәгендә тәүгеләрҙән булып Ейәнсура башҡорт гимназияһы уҡыусылары, уҡытыусылары һәм башҡа әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында ижадсы хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһы уҙҙы.


Әйткәндәй, район үҙәгендәге урамдарҙың 38-енә күренекле шәхестәребеҙҙең исеме ҡушылған, әммә иҫәнғолдарҙың күбеһе уларҙың кем булыуын белеп етмәй. Дандары таралған Александр Матросов, Сөләймән Абдуллин, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Ҡотләхмәт Хәйбуллин, Александр Рутчин, Григорий Филатов, Сабир Күсәков кеүек һәм башҡа билдәле шәхестәребеҙҙе оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Артабанғы йылдарҙа Булат Ғайса улының был идеяһын районыбыҙҙың башҡа әүҙем кешеләре күтәреп алды һәм үҙ иҫәптәренә Карл Маркс урамына – Рафиҡ Мөхәмәтов, Солтанов урамына – Марат Түләбаев, Матросов урамына – Михаил Горюнов, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин исемен йөрөткән урамға райондың ветерандар советы рәйесе Рәшит Бикбаев иҫтәлекле таҡтаташтар эшләтеп ҡуйҙы. Был күренеш, үҙенә күрә йәмәғәт эшенең яңы формаһы булараҡ, төбәгебеҙҙең башҡа ауылдарында ла киң ҡулланыла башланы. Ул милләттәштәребеҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Төбәктә Булат Ғайса улы Рәми Ғариповтың заманыбыҙҙың бөйөк шәхесе, шағир-патриоты, илен, телен һаҡларға күтәрелгән батыр йөрәкле кеше булыуы менән ғорурлана һәм әленән-әле уның тураһындағы иҫтәлектәре менән гәзит биттәрендә сығыш яһап, шуның менән үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек сифаттарын тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, таҡтаташ ҡуйыуға әллә ни оҙаҡ ваҡыт үтмәһә лә, полиграфик сифаты насар булыу сәбәпле, ул төҫөн юғалтты, яҙыуҙары һәм фотоһы тоноҡланып уңа башланы. Замандаштар менән кәңәшләшкәндән һуң, таҡтаташты өр-яңынан, сифатлы итеп яңыртып эшләргә ҡарар итә аҡһаҡал. Иҫәнғол ауыл Советы рәйесе Роберт Мәсәғүтов, Иҫәнғолдоң ветерандар советы рәйесе Миңзилә Байбулатова уға был эшендә ихлас күңелдән ярҙам итә. Ниһайәт, миләш ағасы, төрлө төҫтәге сәскәләр үҫеп ултырған 1-се матур йортта Рәми һүрәте ҡабаттан урын алды! Дәүләт телдәрендә “1992 йылдан был урам Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исемен йөрөтә” тигән яҙыу фатир хужалары Валентина менән Виталий Козловтарҙың ғына түгел, ә тотош район халҡының иғтибарын үҙенә йәлеп итеп тора.



Вернуться назад