Бөтә ҡатын-ҡыҙҙың да сәләмәт һәм матур булғыһы килә, әммә бының өсөн күптәрҙең артыҡ көс түгергә теләге һәм ваҡыты юҡ. Бөгөнгө һүҙебеҙ көньяҡ илдәрҙән килгән, тәү ҡарашҡа сәйер булып күренгән йога күнегеүҙәре хаҡында.Йога – индуизм һәм буддизмдан үҫеп сыҡҡан һинд мәҙәниәтенең бер төшөнсәһе. Ул үҙенең эсенә рухи, психик һәм физик тәжрибәне туплай.Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, йога – ул индуизм фәлсәфәһенең бер йүнәлеше. Ислам динендә йога тыйылған тип уйлау – ҙур хата. Шулай уҡ уны спорттың бер төрө тип һанау ҙа дөрөҫ түгел.
Йоганың сәләмәтлеккә ниндәй йоғонтоһо бар? Ике-өс ай шөғөлләнгәндән һуң, күптәр үҙ организмында яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр тоя башлай. Тәү сиратта йога умыртҡа һөйәгенә яҡшы тәьҫир итә. Күпселек күнегеүҙәр уны урынына ултырта, күҙәнәктәрен азот һәм кислород менән тейешенсә туҡландыра. Ҡандағы гемоглобинды һәм эритроциттарҙы арттыра. Йога менән шөғөлләнеүселәр йөрәк ауырыуына йыш зарланмай. Шулай уҡ медитация иммунитетҡа ыңғай йоғонто яһай, ул тирә-яҡтағы вирустарға бирешеп бармай. Әлбиттә, оҙаҡ ваҡыт яңғыҙ булыу, уйланыу кешенең холҡона ла тәьҫир итмәй ҡалмай. Мәҫәлән, юҡ-барға тиҙ ҡыҙып барған кешеләр бер аҙ тыныслана. Кәйеф яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Йога – депрессиянан иң яҡшы дауа.
Шулай уҡ белгестәр әйтеүенсә, медитация менән шөғөлләнгәндәр күпкә иғтибарлыраҡ һанала. Йоганы үҙ иткәндәр ҡартайыуҙың ни икәнен белмәй. Күп эстрада йондоҙҙарының йәш булып ҡалыу сере лә ошонда. Мәҫәлән, бөтә донъяға билдәле Мадоннаға үҙенең йәшен биреп булмай. Уның хаҡында матбуғатта күп яҙалар, ул тәүлектең өс сәғәтен йогаға бағышлай. Рәсәй эстрада йырсыһы Валерия хаҡында ла шуны әйтергә була.
Ҡапыл ғына йога менән шөғөлләнә башлауҙың көтөлмәгән һөҙөмтәһе булырға мөмкин. Шуға күрә үҙ организмығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Йогаға тотонор алдынан белгестәр менән кәңәшләшеү ҡамасауламаҫ. Быйыл һәм киләһе йылда әсәй булырға ниәтләнәһегеҙ икән, бөтә күнегеүҙәрҙе лә башҡарырға ашыҡмағыҙ.
Ә инде талаптарға килгәндә, күнекмә урыны таҙа, йылы һәм тыныс булырға тейеш. Өйҙәгеләр һеҙҙе борсомаһын. Телефонды тауышһыҙ режимға күсереп йә иһә бөтөнләй һүндереп ҡуйырға кәрәк. Йога менән шөғөлләнгәндә һеҙ өшөргә тейеш түгел, был хәл мускул туҡымаларына насар тәьҫир итә. Ут ҡамасаулаһа, ҡараңғы бүлмәне һайларға мөмкин.
Көнөнә бер-ике сәғәт шөғөлләнеүҙе ғәҙәткә керетеү ауыр булһа, 15 минуттан башлағыҙ. Йоганың файҙаһын күрер өсөн, уға көн дә ваҡыт бүлергә кәрәк. Һәр аҙна һайын 15 минутлыҡ дәресегеҙгә биш-ун минут өҫтәгеҙ.
Дәресте иртән ашағансы башлау мотлаҡ. Кискеһен иһә туҡланғандан һуң кәм тигәндә өс-дүрт сәғәт үтергә тейеш. Ашҡаҙаны сирләгәндәр йога ваҡытында аҙ-аҙлап һыу эсә ала.
Иң яҡшыһы иртәнге ваҡытты һайлау. Был осраҡта һеҙ көн буйына етерлек энергия йыяһығыҙ. Өҫтәүенә ошо мәл күпкә уңайлыраҡ та: көндөҙ эш мәшәҡәттәре борсой, тынысланып булмай.
Әйткәндәй, йога менән өлкән йәштә шөғөлләнә башларға ла була. Белгестәр оло йәштәгеләргә медитация, мантра-йога, төш күреү йогаларын тәҡдим итә.
Интернет заманында йәшәйбеҙ. Унда төрлө дәрестәр бирелгән. Хәҙер республиканың күп райондарында йога үҙәктәре асыла. Иң мөһиме, белгес менән кәңәшләшеп, өйрәнеп, һуңынан иркенләп өйҙә шөғөлләнергә кәңәш ителә.