Башын ҡайҙа ҡуйырға белмәгәндә кеше ҡулына ҡәләм ала икән. Гәзит-журналды күпләп алдырһам да, әлегәсә уҡыусы ғына инем. Ә бөгөн үҙем дә хат яҙырға ултырҙым. Кәңәш көтмәйем. Минең осраҡта уны биреп тә булмайҙыр. Күңелемде бушатып, яҙып булһа ла ауыр уйҙарымдан ҡотолғом килә.Беҙ ике ҡыҙ үҫтек. Тәүҙә һеңлем кейәүгә сыҡты, өс йылдан һуң, утыҙым тулып килгәндә, мин дә ғаилә ҡорҙом. Һайлап алған ирем идеаль ине. Юлдарымда шундай кешенең осрауы – үҙе ҙур бәхет ул. Мине бик ярата, күҙҙәремә генә ҡарап тора, тырышып эшләй, кәрәк әйберҙәрҙе алып ҡайта. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ошонан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкин түгел. Өйләнешкәс, уның фатирында йәшәй башланыҡ. Институт тамамлауға уҡ, эшләп, аҡса йыйып, етмәгәнен кредит менән ҡаплап һатып алған өйөн.
Бергә ете йыл йәшәп ташланыҡ. Ғаиләбеҙҙә төп бәлә балаһыҙлыҡ булды. Икебеҙҙең дә йәш китеп бара, оҙаҡлап көтөп ултырырға ваҡыт та юҡ һымаҡ. Шулай ҙа табиптарға тиҙ генә йүгермәнек беҙ. Күңелгә шом һалғаны – минән иртәрәк кейәүгә сыҡҡан һеңлемдең ғаиләһендә лә бала юҡ. Улар нисектер ҡайғырмаған да кеүек. Ҡунаҡҡа шаулап-гөрләп килеп керәләр, бер аҙ ултырғас, шулай уҡ сығып та китәләр. Уларҙың бойоғоп йөрөгәнен һис күргәнем булманы. Беҙ өйләнешкәс тә бала көтә башланыҡ.
Тикшеренергә иң беренсе мин барҙым. Бер үҙәктән икенсеһенә йөрөнөм. Бирмәгән анализ, уҙмаған УЗИ ҡалманы. Бер йыл һалҡын тейҙереп ауырығандан һуң башҡа бер нимәгә лә зарланғаным юҡ. Ул ваҡытта мин ауылда әсәйемдәрҙә йәшәй инем. 20 километр йыраҡлыҡҡа йәйәү китеп булмай, машинам юҡ. Берәйһе туҡтағанын көтөп, ҡул күтәреп баҫып торорға кәрәк. Ғәҙәттә, ун минуттан да артыҡ торғаным юҡ. Ә был көндә ниңәлер машиналар әҙ йөрөнө. Уҙып киткәндәре туҡтаманы. Аяҡтарым туңып, үҙәгемә һалҡын ныҡ үтеп керҙе. Кискә температурам күтәрелеп, эштән тура дауаханаға киттем. Ошонан һуң улай ҡаты ауырығаным булманы.
Анализдарымда табиптар хилафлыҡ күрмәне. Ваҡ-төйәк дауаланыу курстары үттем. Ирем дә тикшерелгәс, сәләмәт тинеләр. Быны ишеткәс, нисектер еңел һулап, ҡанатланып йәшәй башланыҡ. Көн артынан ай үтте, бер ниндәй ҙә үҙгәреш булманы. Йыл да шифаханаға барҙыҡ. Сабый табыу ваҡыты уҙып бара, иремә лә бала кәрәк.
Кеше бер-береһен ныҡ яратһа ла, ғаиләнең мәғәнәһе – бала. Ете йыл бергә йәшәп, шуны аңланым. Ирем менән һөйләшергә һүҙ бөткәндәй тойолдо. Нимә тураһында һөйләшәһең инде: һаман да шул эш, һауа торошо. Ул турала күпме әңгәмәләшәһең инде?
Балалар йортонан бәпес алып тәрбиәләү тураһында бер генә тапҡыр һүҙ ҡуҙғаттым. Ирем тыңлап та бөтөрмәне. “Юҡ, риза түгелмен, миңә үҙемдеке кәрәк”, – тип ҡырт киҫте. Өс табипҡа барҙым бит. Әммә уларҙан башҡа Хоҙай бар шул әле. Бөгөнгө медицина ни ҡәҙәр көслө тиһәк тә, тәҡдирҙән уҙып булмай.
Иремдә барлыҡҡа килгән үҙгәрештәрҙе шунда уҡ һиҙҙем: һуңлап ҡайта башланы, күҙҙәрендә ниндәйҙер осҡондар ҡабынды. Башҡа кешеһе барлығын һиҙендем, әммә башлап һүҙ әйтмәнем. Бәлки, ҡурҡҡанмындыр, үҙенең аңлатыуын көткәнмендер. Иремде лә аңланым шул сағында, уға ла еңел түгел ине. Әммә тәбиғәттең үҙ ҡануны шул: һәр ир-ат үҙенән һуң дауамы булыуын теләй.
Ул ҡатын беҙҙең районда йәшәй, минән йәшерәк. Уның балаға уҙыуын ирем үҙе әйтте. Кис буйы ҡосаҡлашып иланыҡ шул көндә. Иртәгәһенә китәм тип һүҙ бирҙем. Әммә шартым бар ине. “Ҡайтмайыраҡ тор, һин юҡта китәм”, – тинем. Әйберҙәремде йыйып, ялланған машинаға тейәп ятҡанда, миңә биргән һүҙен боҙоп, ирем ҡайтып керҙе. “Түҙмәнем”, – тине. Ул саҡта миңә ҡарағанда уға ауырыраҡ та булғандыр әле.
Хәҙер минең урында икенсе ҡатын. Бер йыл уҙһа ла, күңелемә ныҡ ауыр. Ете йыл йәшәп, бер ауыр һүҙ әйтмәгән кешегә бәхет теләйем.
Исемемде яҙмағыҙ.