Мәктәбебеҙҙең киләсәге – үҙебеҙҙең ҡулда16.02.2018
Мәктәбебеҙҙең киләсәге – үҙебеҙҙең ҡулдаРеспубликала ҡабул ителгән “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы буйынса мөһим социаль объекттарҙы: мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, дауаханаларҙы ремонтлау буйынса байтаҡ эш башҡарылыуын гәзит-журналдарҙан уҡып ҡына түгел, ә күрше Билал, Темәс мәктәптәрендә лә ошо программаға ҡушылғандарын беләбеҙ. Таһир ауылы халҡы ла дөйөм йыйылышта был башланғысты ҡеүәтләргә ҡарар итте.

Таһир мәктәбе 1991 йылда төҙөлһә лә, йылылыҡты һаҡлап булмай, белем усағы бинаһының тәҙрәләре сереп бөттө. Был программаға ҡушылыу өсөн ауыл халҡы йыйырға тейешле аҡса күләме билдәләнде. Ете кешенән торған инициатив төркөм һайланды. Уларға үҙҙәренең бурысы аңлатылды.
Инициатив төркөм үҙенең эшен башланы ла инде. Тәүге иғәнәләр йыйыла башланы. Ауылдаштар ярҙамдан баш тартмаҫ, тип ышанабыҙ. Ошо проектҡа ярашлы, клубта “Әсәйем – иң яҡын кешем!”, мәктәптә “Әсәй, атай һәм мин – спорт ғаиләһе!” тигән саралар үткәрелде. Уҡыусылар концерт менән сығыш яһаны, һүрәттәр конкурсы үткәрелде.
Ә инде икенсе йыйылыш район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитик төркөмө менән берлектә ойошторолдо. Унда ла уҡыусылар үҙҙәренең мәктәпкә күптән инде яңы евротәҙрәләр кәрәклеге тураһындағы плакаттары һәм һүрәттәре менән залды тултырғайны. Йыйылышҡа күпләп килгән ауыл халҡы битараф ҡалмағандыр, тип ышанғы килә. Уларҙың берҙәмлеге һөҙөмтәһендә мәктәбебеҙҙең проблемаһы ыңғай хәл ителер, тигән өмөттәбеҙ.

Баймаҡ районы,
Түбәнге Таһир ауылы.


Вернуться назад