Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар24.04.2012
Иммунизация дауам итә
Башҡортостанда йыл һайын ике миллиондан ашыу кешегә инфекциялы сирҙәргә ҡаршы прививка яһала. Сирҙе алдан иҫкәртеүҙең бындай алымы үлемесле ауырыуҙарҙан да һаҡлай. Республикала һуңғы ун йылда, мәҫәлән, дифтерия, полиомиелит, һын ҡатыу менән сирләүселәр бөтөнләй теркәлмәгән. Ҡолаҡ арты биҙе шешеү, ҡыҙамыҡ, ҡыҙылса осраҡтары унға ла етмәй, В гепатитын йоҡтороусылар 4,4 тапҡырға кәмегән.
Күптәр әллә ни әһәмиәт бирмәгән прививканың кеше ғүмере өсөн мөһимлеген аңлатыу маҡсатында Европа илдәрендә йыл да иммунизация аҙналығы уҙғарыла. Башҡортостанда ул быйыл 21 — 27 апрелдә етенсе тапҡыр үтә.
— Европала үткән иммунизация аҙналығындағы барлыҡ сараларҙың маҡсаты — кешеләрҙе прививка яһатыуға күндереү. Табиптар пациенттарға прививканың әһәмиәтен аңлата, уҡыусылар һәм студенттар өсөн сәләмәтлек дәрестәре үткәрелә. Йөклө ҡатындарға, йәш әсәләргә, прививканан баш тартыусы ғаиләләргә, шулай уҡ мигранттар менән берәҙәктәргә айырым иғтибар бүленә, — тине беҙгә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының эпидемиология күҙәтеүе бүлеге етәксеһе Зөһрә Даянова.
Иң мөһиме — республика халҡына прививкаға бәйле һорауҙарға, өйҙән дә сыҡмайынса, яуап алыу мөмкинлеге бирелгән. Бының өсөн 8-800-100-29-90 телефонына шылтыратырға кәрәк.
Н. ХӘСӘНОВА.


Вернуться назад