Ҡағыҙҙарҙан ҡотолғандар16.02.2018
Беларусь Республикаһының Мәғариф министрлығы махсус ҡарар менән уҡытыусыларҙы артыҡ ҡағыҙ эшенән бушатырға ниәтләгән. Яңы норматив актта документтарҙың һаны аныҡ билдәләнгән. Мәҫәлән, киләсәктә ниндәйҙер фәнде алып барыусы педагог – дүрт, ә класс етәксеһе булғаны биш төрлө документ менән генә эш итергә тейеш. Министрлыҡ белгестәре фекеренсә, артыҡ ҡағыҙҙар тултырыуҙан ҡотолған уҡытыусылар төп эшенә – балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә күберәк иғтибар бүлә аласаҡ.
Был проблема Рәсәй өсөн дә көнүҙәк. Уҡытыусылар йыш ҡына кәрәккән-кәрәкмәгән отчеттар, ғаризалар тултырыуға зарлана. Улар араһында – балаларҙың мәктәпкә ниңә килмәгәнен асыҡлап, етәкселеккә көндәлек мәғлүмәт еткерә барыу; уҡыусыларҙың каникулда нимә эшләргә йыйынғанын теркәү; ҡайҙа, ниндәй түңәрәктәргә ҡасан һәм ҡайҙа, шулай уҡ кемгә йөрөгәнен асыҡлау; ата-әсәләрҙән учреждениелағы барлыҡ ғәмәлдәргә ҡағылышлы ғаризалар йыйыу һәм башҡа ваҡ һәм күп ваҡыт талап иткән көндәлек мәшәҡәттәр.
Тарих дөрөҫмө?
Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының дәреслектәр буйынса фәнни-методик советы унынсы кластар өсөн тәғәйенләнгән Рәсәй тарихы китабын өҫтәмә экспертизаға ебәрергә ҡарар иткән.
ХХ һәм ХХI быуат тарихын бәйән иткән китапты фәнни, тарихи-мәҙәни йәһәттән Рәсәй Фәндәр академияһы тикшерәсәк, уның һөҙөмтәһе ғинуар аҙағында билдәле буласаҡ. Был ғәмәлдең төп сәбәбе – Украинаға һәм Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына бәйле хәлдәрҙең бәйән ителешен баһалау.
Билдәле булыуынса, яңыраҡ донъя күргән дәреслектәргә ҡарата дәғүәләр булған. Биш йыл һайын әсбаптар яңыртылып тора, ниндәйҙер өҫтәмәләр йәки дәғүәләргә ярашлы үҙгәрештәр индерелә икән, уҡытыусылар өсөн махсус методик аңлатмалар нәшер ителә. Министрлыҡ хәбәр итеүенсә, яңы дәреслек әлегә барлыҡ мәктәптәргә лә таратылып өлгөрмәгән.
Яңы офоҡтар аса
Быйылдан Рәсәйҙең төп юғары уҡыу йорттарының береһе – Мәскәү дәүләт университетында Йыһан тикшеренеүҙәре факультеты асыласаҡ.
Уҡыу йорто ректоры Виктор Садовничий әйтеүенсә, яҡын киләсәктә шулай уҡ мейе үҙенсәлектәрен өйрәнеү, когнитив тикшеренеүҙәр факультеттары ла асылыуы ихтимал.
Йыл һайын университеттағы бер урынға яҡынса ете кеше дәғүә итә. 2017 йылда 1200-гә яҡын төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеүселәр Мәскәү дәүләт университеты студенты булып киткән. Әйткәндәй, олимпиада еңеүселәренә талаптар юғары: вузға уҡырға инер өсөн уларҙың профилле фән буйынса йыйған балы 75-тән кәм булмаҫҡа тейеш. Урындарҙың 10 проценты льгота буйынса уҡырға инеүселәргә бүленә.
Йыһан тикшеренеүҙәре факультетында белгестәр бюджет һәм коммерция нигеҙендә алты йыллыҡ курс үтәсәк. Унан тыш 200-ҙән ашыу факультет-ара курс асыласаҡ, уға ярашлы, мәҫәлән, физиктар – юриспруденция һәм иҡтисад, ә журналистар биология һәм астрономия буйынса лекциялар тыңлай аласаҡ.
Шулай уҡ уҡыу йортонда быйылдан башлап допингка ҡаршы лаборатория эшләй башлаясаҡ.